Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Август 2025, 09:30

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай

Ауыл хужалығы эшсәндәре тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай, баҫыуҙарҙа үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Әленән-әле яуған ямғырҙар башланған ураҡты дауам итергә ирек бирмәһә лә, йәйге мәлдә баҫыу эшсәндәренә башҡа эштәр ҙә етерлек.

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай

19 августа “Урожай” КХ ЯСЙ-енә командировкаға юлланып, бындағы эштәр барышы менән таныштыҡ. Хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, ужым культуралары уңышы йыйып алынған, һәр гектар уртаса 49 центнер төшөм биргән. Әлегә ямғыр сәбәпле, яҙғы (ярауай) культуралар урағына төшөргә мөмкин түгел. Шуға ла хужалыҡта киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыуға тотонғандар. Ужым бойҙайын 1500 гектарҙа сәсергә планлаштыралар. Бурлы ауылы янындағы баҫыуҙарҙа (304 га) механизаторҙар Рәзит Кәримов (Оло Үтәш ауылынан) менән Раян Суфиянов (Ҡормантауҙан) ужым культураһы сәселәсәк ерҙәрҙе эшкәртеп, сәсеүгә әҙерләй.
Ә Еҙем-Ҡаран ауылы йәнәшәһендә алдан эшкәртелгән 135 гектар майҙандағы баҫыуҙа механизатор Урал Исҡужин ҡеүәтле “К-700” тракторына тағылмалы “Амазоне” сәсеү комплексында ужым бойҙайын (элиталы сортлы орлоҡтарҙы Дәүләкәндән һатып алғандар) сәсеү менән мәшғүл. Ул сәсергә тотонор алдынан үҙенә беркетелгән техникала пар баҫыуҙарын сәсеүгә әҙерләү өсөн дискылы культиватор менән эшкәртеүҙә эшләгән. Механизатор алтынсы йыл инде хужалыҡҡа Ибраһим ауылынан килеп эшләп йөрөй. Хеҙмәт стажы 1980 йылдан башланып, ике йыл әрме хеҙмәтен һанамағанда, 40 йылдан ашыу ғүмерен “тимер аттар”ҙы ауыҙлыҡлауға арнай ул. Сәскестәрҙе орлоҡ менән тулыландырыусы (заправкалаусы) фронталь тейәгес техникала Филүс Ишмөхәмәтов эшләй. Ул баҫыу ситендә “Амазоне” сәскесен заправкалау өсөн орлоҡ һәм ашламалар килтереүҙе көтә ине. Механизатор һөнәрен үҙ иткән егет армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, йәнтөйәгендә төпләнеп, хужалыҡҡа 2007 йылдан алып хеҙмәт итә. Орлоҡтарҙы “КамАЗ” водителе Олег Баранов (Берёзовканан) ташып өлгөртөп тора.
Урал Исҡужиндан “Амазоне”ның мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
- Сәскестәрҙең киңлеге – 9 метр, шуға ла 135 гектар майҙанлы ошо баҫыуҙы ниндәй ваҡытта сәсеп сығырға мөмкин икәнлеген иҫәпләргә була инде. Эште төштән һуң ғына башлауға ҡарамаҫтан, 30 гектарҙан ашыу сәстем, ҡараңғы төшкәнгә тиклем ҡалған ваҡытта ла шунса уҡ майҙанды үтә алам. Ҡараңғыла ла эшләргә мөмкин, сәсеү комплексы компьютерлаштырылған, ә “К-700“-ҙә навигатор бар. Шуға ла бөтәһе лә контроль аҫтында һәм иҫәпкә алына. Агрономыбыҙ Раил Мөхәмәтйәнов грамоталы белгес, үҙе бөтәһен дә иҫәпләй: тупраҡтың үҙенсәлегенә ҡарап орлоҡтарҙың тәрәнлеген дә, рәт араларындағы арауыҡты ла, - ти механизатор.
Сәселәсәк орлоҡтар ағыуланған. Келәттәрҙә орлоҡ ағыулауҙа Рәүф Ғиззәтуллин, Юнир Иваев, Фәнил Хәлилов мәшғүл. Техника паркында эшләүсе тәжрибәле белгестәр: иретеп-йәбештереүсе Фәрит Садиҡов менән слесарь Денис Шәрипов техниканың ватылып ултырыуына юл ҡуймай, тиҙүк йүнәтергә тырышып эш итә. Хужалыҡ эшсәндәрен туҡландырыу ойошторолған. Ашнаҡсылар аш-һыуҙы тәмле итеп һәм төрләндереп әҙерләй, ә баҫыуҙа эшләгәндәргә урынға алып барыла. Запас частар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә ҡытлыҡ юҡ. “Урожай” уңғандарынан эш ҡалмаҫ. Бары тик һауа торошо ғына тотороҡланһын.

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас