Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Сентябрь 2025, 10:25

Уңыш зарланырлыҡ түгел

Районыбыҙ хужалыҡтарында аяҙ көндөң һәр минутын, сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышып, ҡыҙыу ураҡ мәле дауам итә.

Уңыш зарланырлыҡ түгел
Уңыш зарланырлыҡ түгел

8 сентябрҙә Табын ауылына, “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һына командировкаға юлланып, бындағы ураҡ эштәре менән таныштыҡ. Хужалыҡ етәксеһе Геннадий Тахтаров әйтеүенсә, ужым һәм яҙғы иген культураларының уңышы йыйып алынған. 7 сентябрҙә хужалыҡ механизаторҙары майлы культуралар урағына төшкән. Беҙ ураҡ батырҙарын Табын ауылы янындағы 146 гектар майҙандағы рапс баҫыуында тап иттек. Унда механизаторҙар Андрей менән Николай Беляевтар, Валерий Мәҡсүтов, Максим Тахтаров идара иткән дүрт "АCROS" баҫыу карабы уңыш йыйыуҙа мәшғүл ине. Баҫыу – ырҙын табағы маршруты буйынса ашлыҡ ташыған “КамАЗ” водителдәре Влад Заһиҙуллин менән Александр Овчинников комбайн бункеры тулып, туҡтап ултырырға ирек бирмәйҙәр. Геннадий Михайловичтан рапстың гектар ҡеүәте тураһында ҡыҙыҡһыныуыбыҙға, ул: “Әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым, иҫәпләп ҡараманыҡ, әммә 25 центнерҙан кәм түгел”, - тип яуапланы ышаныслы итеп.
- Культураларҙы сәсеү әйләнешен дөрөҫ итеп һаҡлап ултыртыу бик мөһим. Быйыл рапсты уҙған йыл соя ултыртылған баҫыуға сәстек. Киләһе йыл бында яҙғы бойҙай сәсербеҙ, йәй буйына ул ял итергә өлгөрөр. Шулай уҡ һәр гектарға 100 кг иҫәбенән ашлама индерелде. Ә иң мөһиме – тупраҡты яҡшы һәм ентекле эшкәртергә кәрәк, шунда һәр культуранан мул уңыш алырға мөмкин, – тип уртаҡлашты тәжрибәле КФХ башлығы Г. Тахтаров.
Артабан сиратта майлы культураларҙан 300 гектар майҙанды биләгән соя, көнбағыш (400 га) уңышын йыйыу тора.
- Рапсты - Шишмәгә, сояны Кабардино-Балкарияға оҙатырға килешелде. Яра-уай культураларҙы һата башланыҡ, әммә хаҡтары бик осһоҙ булыуы күңелде ҡыра. Ә бит күпме көс, сығымдар түгелә. Бөтөн культураларҙың да мул уңыш биреүе генә һөйөндөрә, - ти хужалыҡ етәксеһе ауыл хужалығына иғтибар булмауына зарланып.
Хужалыҡта эштәр көйлө алып барыла. Һәр кем үҙенә беркетелгән эште еренә еткереп башҡара. Баҫыуҙарҙан килгән ашлыҡты үлсәү хужалығында үлсәүсе Альмира Аралбаева теркәй бара. Ужым бойҙайы – 1088200 центнер, яҙғы бойҙай – 1190754 ц, борсаҡ – 188949 ц, арпа – 762760 ц, һоло – 101700 ц килтерелгән. Үлсәгәндән һуң ашлыҡ иген киптергескә, унда урын булмаһа, ваҡытлыса келәт биналарына һалына. Бөтөн иген “ЗАВ”-та киптергес аша үтә, унда ул тәүҙә соҡорға бушатыла, һуңынан өҫкә күтәрелә һәм сортлау үтә, ә таҙартылғандан һуң линия буйлап бер урынға туплана, унда киптергескә сиратын көтә. Был эштәрҙе ике оператор ғына башҡара - Арслан Сәләхов (сортлаусы) һәм Алексей Антипин (киптергестә эшләй). Ырҙын табағында эшләүсе водитель Алексей Тахтаров таҙартылған, киптерелгән ашлыҡты келәттәргә һалыу менән мәшғүл.
Хужалыҡтың яңы төҙөлгән ике ҡатлы офис бинаһына инеп, танышыу мөмкинлеге лә булды. Заманса итеп йыһазландырылған етәксенең эш кабинеты, ашхана ла бында урынлашҡан. Хужалыҡта ашнаҡсылар эшселәрҙе тәмле аштары менән һыйлайҙар. 11 йыл ашнаҡсы булып эшләгән Әсмә Мостаева киске аш ашатып, һауыт-һаба йыуып, эш көнө тамамланғас, ҡайтырға юлланды.
- Баҫыуҙа эшләүсе механизаторҙарҙы эштәренән туҡтатмай, төшкө-киске аштарҙы тура эш урынына алып барып туҡландырабыҙ. Бындағылар иһә ашханала ашай. Аш-һыуҙы төрләндереп әҙерләргә тырышабыҙ, аҙыҡ-түлек етерлек. Борщ та, щи, туҡмаслы аштар ҙа, кәтлит, гуляш бешерәбеҙ. Салат та әҙерләйбеҙ, икмәк, ҡоймаҡ, пирожки ҙа бешерәбеҙ. Эшләгәс, ашаһындар, - ти ашнаҡсы. - Эш өсөн бөтә шарттар булдырылған, йылы. Духовка ла, плита ла бар, кәрәкле бөтөн һауыт-һабалар менән тәьмин ителгәнбеҙ, һыу ҙа крандан ағып тора, хатта канализация менән йылы бәҙрәф тә бар. Бындай уңайлы шарттарҙы булдырған булдыҡлы етәксе менән бер төптән булып, шатланып эшләргә генә ҡала, - ти ул ҡәнәғәт йылмайып.
Хужалыҡта уңыш йыйыу менән бер рәттән киләһеһенә әҙерлек эштәре лә киң йәйелдерелгән. Ужым культуралары сәсеү, баҫыуҙарҙы туңға һөрөү бара.
Эштәрегеҙ һәр саҡ шулай уң, бураларығыҙ игенгә тулы булһын!

Уңыш зарланырлыҡ түгел
Уңыш зарланырлыҡ түгел
Уңыш зарланырлыҡ түгел
Уңыш зарланырлыҡ түгел
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас