1 октябрҙә Рус Саскүле ауылы янында урынлашҡан был хужалыҡҡа командировкаға юлланып, ураҡ эштәре менән таныштыҡ. Хужалыҡ етәксеһе Руслан Рәжәпов әйтеүенсә, сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 2700 гектар тәшкил итеп, шуның 740 гектарҙы биләгән ужым һәм яҙғы иген культураларының уңышы йыйып алынған. Дөйөм 1900 гектарҙы биләгән майлы культураларҙы (соя – 740, етен – 360, көнбағыш – 800 га) урып йыйыуға тотонғандар. Соя менән етен урағын башлаған булғандар, әммә ямғыр сәбәпле, туҡтатҡандар, сөнки был культураларҙы ҡоро көндә генә йыйырға мөмкин.
26 сентябрҙә хужалыҡ механизаторҙары көнбағыш урағына төшкән. Был культура бер нисә баҫыуҙа дөйөм 800 гектар майҙанды биләй. Ураҡта биш комбайн эшләп, урындағы комбайнсылар Эдуард Карюгин, Николай Филиппов, Бәхтейәржон Хашимов, Мәләүез районынан бишенсе йыл хужалыҡҡа ярҙамға килгән Дамир Истәүләтов идара иткән баҫыу караптары уңыш йыйыуҙа мәшғүл. Ураҡ батырҙарын Рус Саскүленән районыбыҙ сиге йүнәлешендә урынлашҡан көнбағыш баҫыуында тап иттек. Хужалыҡтың баш агрономы Юрий Родионов та бында ине. Рус Саскүленән тыш, нигеҙҙә күп кенә эшселәр бында күрше Аҡкүл, Табын, Сыуаш Ҡарамалыһы һәм башҡа ауылдарҙан, шулай уҡ ситтән килеп эшләп йөрөй. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, ҡайһылары бер нисә эште алып бара. Инженер Андрей Фёдоров “КамАЗ” руле артына ултырып, баҫыу – ырҙын табағы маршруты буйынса ашлыҡ ташый. Был маршрут буйынса “КамАЗ” водителе Владимир Иванов, тракторға тағылма тағып уңыш ташыусы механизатор Валерий Умов комбайн бункеры тулып, туҡтап ултырырға ирек бирмәй.
Руслан Венер улынан көнбағыштың гектар ҡеүәте тураһында ҡыҙыҡһыныуыбыҙға, ул: “Әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки төрлө урында урынлашҡан баҫыуҙар төрлөсә уңыш бирә, әммә гектар ҡеүәте уртаса 37 центнер”, - тип яуапланы ышаныслы итеп.
Һуғып алынған көнбағыш ырҙын табағына килтерелеп, артабан туранан-тура Шишмә май заводына оҙатыла. 500 тонна тирәһе йыйып алынған был майлы культураны тулыһынса заводҡа оҙатҡандар ҙа инде.
Баҫыуҙарҙан килгән ашлыҡты үлсәү хужалығында үлсәүсе Венер Сәфәрғәлиев теркәп бара. Ырҙын табағында ашлыҡты таҙартып, сорттарға айырыуҙа һәм киптереүҙә Юрий Коротков менән Ринат Хәсәнов эшләй. Эшселәрҙе ашнаҡсылар Елена Каткова менән Илзидә Ғиззәтуллина тәмле аштары менән һыйлай. Баҫыуҙа эшләүсе механизаторҙарҙы эштәренән туҡтатмай, төшкө-киске аштарҙы тура эш урынына алып барып туҡландыралар, ә башҡалар ашханала ашай.
Көндәр аяҙ тороп, хужалыҡ эшсәндәренә уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙарын теләйбеҙ.