Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ноябрь 2025, 09:00

Хеҙмәт алдынғыларын хөрмәт итер, уңыштарҙы барлар мәл етте

Районыбыҙҙың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын 13 ноябрҙә билдәләй. Ошо уңайҙан “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры вазифаһын башҡарыусы Илдар ИҘРИСОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.  

Хеҙмәт алдынғыларын хөрмәт итер, уңыштарҙы барлар мәл етте
Хеҙмәт алдынғыларын хөрмәт итер, уңыштарҙы барлар мәл етте

Уңыш зарланырлыҡ түгел

- Илдар Фәрит улы, һеҙгә традицион һорау: ауыл хужалығы эшсәндәре сираттағы һөнәри байрамын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай?
- Районыбыҙҙың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре һөнәри байрамда үҙ эштәрен традицион рәүештә төрлө тармаҡтарҙа: баҫыу эштәренән алып, етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға тиклем һөҙөмтәләрен барлай. Беҙҙең районда уны етештереү менән 7 ауыл хужалығы предприятиеһы, 70 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 12567 шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә. 10 ай йомғаҡтары буйынса, бөтә категория хужалыҡтарҙа ла ауыл хужалығының тулайым продукцияһы 3 миллиард 483 миллион һумлыҡ етештерелгән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫешеп, 105,4 процент булған. Ауыл хужалығы предприятиеһында һәм крәҫтиән-фермер хужалығында бер кешегә хеҙмәт етештереүсәнлеге 4790 һум тәшкил итә.
Районда 29753 гектар һөрөнтө ерҙә ауыл хужалығы производствоһы алып барыла. Быйыл районда кукуруздан башҡа иген һәм башҡа ҡуҙаҡлы культуралар биләгән 9255 гектар майҙандан 34411 тонна уңыш йыйып алынып, һәр гектар 37,2 центнер төшөм бирҙе. Ужым культуралары 3322 гектарҙан йыйып алынып, 14849 тонна уңыш йыйып алынған, уртаса гектар ҡеүәте 44,7 центнер тәшкил итте. 6243 гектар майҙанды биләгән яҙғы бойҙай һәм башҡа ҡуҙаҡлы культураларҙан 19712 тонна уңыш йыйып алынып, һәр гектарҙар уртаса 33 центнер төшөм бирҙе. Әле 310 гектар майҙандағы кукурузды йыйып алырға кәрәк, уның уңышы гектарынан 56 центнер тәшкил итер тип көтөлә.
Район буйынса техник культуралар 8445 гектарҙа сәсеп үҫтерелде, шуның 5394 гектарында – көнбағыш, соя – 1715, рапс – 1022, етен 234 гектарҙа. Уңышы йыйып алынған майҙандарҙа рапстың уртаса гектар ҡеүәте 23 центнер, етендең – 5,5, сояның 26 центнер тәшкил итте. Көнбағыштың 4960 (92%) гектарҙа уңышы йыйып алынған, һәр гектарҙар уртаса 21,5 центнер төшөм бирә.
Быйыл район буйынса шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 80 гектар ғына тәшкил итте, уны “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һы ғына үҫтерҙе. “Татлы тамыр” ҡаҙыу тамамланды, йәмғеһе 2400 тонна уңыш йыйып алынды, уртаса гектар ҡеүәте 300 центнер булды. Әлегә әҙер сеймалды Раевка шәкәр заводы ҡабул итә башламаны.

Яңы миҙгелгә әҙербеҙ

Баҫыуҙарҙа уңыш йыйып алынғас та улар шундуҡ таҙартылды: һалам пресланып, ферма биләмәләренә ташып өйөлдө, шулай уҡ пайсыларға алырға рөхсәт бирелде. Һуңынан ерҙәр эшкәртелде. Дөйөм алғанда, 11840 гектарҙа (76%) ер майҙандары туңға һөрөлдө. Шуларҙың 6740 гектарында - тәрән, төп эшкәртеү, ә 5100 гектарында өҫтән генә эшкәртеү үткәрелде. 6216 гектар ерҙә пар эшкәртелде, шул иҫәптән 5100 гектарында химик ысул менән.
Киләһе йыл уңышы өсөн яҙғы иген культураларынан 1880 тонна орлоҡ әҙерләнгән, шул иҫәптән 110 тоннаһы элиталы орлоҡ.
Оптималь календарь ваҡытта 5214 гектар майҙанда ужым культуралары сәселде: ужым бойҙайы – 5044, ужым арышы – 170 гектарҙа. Хужалыҡтар киләһе йыл уңышы өсөн 546 тонна минераль ашлама һатып алды. 2026 йыл уңышының ужым культураларына 276 тонна физик ауырлыҡта ашлама индерелде. Хужалыҡтар тарафынан минераль ашламалар һатып алыу графикка ярашлы дауам итә.
- Ауыл хужалығында техникаһыҙ бер ниндәй ҙә эш башҡарып булмай, техника торошо ни хәлдә?
- Ауыл хужалығы техникалары киләһе йылда бөтә ауыл хужалығы эштәрен, шул иҫәптән малсылыҡта ла, тулыһынса тамамларға етерлек. 145 берәмек трактор, уларға 40 тағылма, 43 йөк автомобиле, 40 иген йыйыу комбайны, 41 пресс-йыйғыс, 7 мал аҙығы йыйыу комбайны, 8 сөгөлдөр ҡаҙыу комбайны, 4 сөгөлдөр тейәгес иҫәпләнә.
2025 йылдың 10 айында 115 миллион һумдан ашыу суммаға, бынан тыш лизинг шарттарында 40 млн.-дан ашыу һумлыҡ техника һатып алынды. Ошо арауыҡта районыбыҙ хужалыҡтарына 5 берәмек трактор, 3 иген йыйыу комбайны, 1 үҙйөрөшлө һиптергес, шулай уҡ башҡа техника һәм ҡорамалдар ҡайтарылды.
Хужалыҡтарҙа техника паркын яңыртыу яҡшы темпта бара һәм 70% проценттан ашыу тәшкил итә. Был тәңгәлдә (“ШЭ КФХ башлығы Г.М.Тахтаров”, “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, “ШЭ КФХ башлығы Р.В.Рәжәпов, “Агрохим” ЯСЙ-е, “ШЭ КФХ башлығы Р.В.Мөьминов”, “Урожай” КФХ ЯСЙ-е, “Колос” ЯСЙ-е, “Сатурн” КХ-һы, “ШЭ КФХ башлығы Р.Ғ.Ғафаров” хужалыҡтарын билдәләргә кәрәк.

Малсылыҡта ыңғай һөҙөмтәләр бар

- Ауыл хужалығында малсылыҡ тармағы йыл әйләнәһенә килем алыу сығанағы булып тора. Малсылыҡта эшләүселәр байрамды ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылай?
- Малсылыҡ тармағына килгәндә, ағымдағы йылдың 1 ноябренә ҡарата районда 13 046 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, уҙған йылғы кимәлгә ҡарата 98,2%, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 2951 баш (92,9%), ҡалғандары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа. Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл сусҡалар һаны 6 процентҡа артып, 530 баш булды, йылҡы малдарының да артыуы күҙәтелде, уларҙың һаны – 3323 баш, шулай уҡ ҡоштар һаны ла 16%-ҡа артты һәм 303 391 башҡа етте. Һарыҡ-кәзәләр – 9841 баш һәм бал ҡорто ғаиләләре 12554 дана иҫәпләнә.
10 айҙа хужалыҡ итеүҙең барлыҡ төрҙәре буйынса 182 074 центнер һөт (98,9%) етештерелде, шуның 28146 центнеры ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында. Һәр һыйырҙан һауым ошо арауыҡта 3320 кг тәшкил итте. 17 150 центнер һыйыр һәм ҡош ите етештерелгән.
Малдар туҡ ҡышлаһын өсөн етерлек күләмдә аҙыҡ тупланды: бесән - 18 604, силос - 6340, һалам - 1 800 тонна. Шартлы мал башына иҫәпләгәндә 32,1 центнер (109%) (план 29,2 центнер) аҙыҡ берәмеге әҙерләнде.
- Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр менән бер рәттән, был көндө уны эшкәртеүселәр ҙә байрам итә. Был тармаҡтағы хәлдәр тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Отчёт осоронда етештерелгән продукция күләме 2 302 тонна тәшкил итте: 2165 тонна икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары, 30 тонна итле ярымфабрикаттар, 11 тонна һөт продукцияһы, 118 тонна кондитер изделиелары етештерелгән. Килем 84 238 мең һумға етте.
Икмәкте дүрт икмәк бешереү цехында етештерәләр: шәхси эшҡыуарҙар: Н.Т.Фомин, О.В.Борисова, Р.Я.Вәлишина, Э.А.Фәхретдинова. Ит ярымфабрикаттарын (һалҡынса, аҙ ғына туңдырылған һәм туңдырылған) өс ауыл хужалығы кооперативы: "Дубрава", "Ғафури", "Хәләл-Еҙем" етештерә.

Тармаҡ үҫешенә - дәүләт ярҙамы

- Ауыл хужалығы етеште-реүселәренә ниндәй дәүләт ярҙамдары күрһәтелә?
- Ағымдағы йылдың 10 айында ауыл хужалығын дәүләт яғынан хуплауға 42,9 миллион һум күләмендә субсидиялар алынды, шуның 26 миллион һумы - Федераль бюджеттан һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 16,9 миллион һум. Аҡсалар иген культураларын етештереүгә һәм һатыуға, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, баҫыуҙарҙы даими страховкалауға, һөттө һатыуға, ит етештереүгә һәм кадрҙар потенциалына ярҙамға, ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә йүнәлтелде.
Шулай уҡ быйыл беҙҙең райондан "Агростартап" проектында 5 кеше ҡатнашты. Икәүһе еңеп, дәүләт ярҙамы алды. Красноусол ауылында йәшәүсе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илья Николаевич Макаров "Агростартап" проекты буйынса бүҙәнә фермаһын булдырыу һәм үҫтереүгә грант отоп, еңеүсе тип танылды, ә Үтәктән Роман Андреевич Чазов емеш-еләк культураларын үҫтереүгә грант алды. "Ауыл туризмын үҫтереү" федераль проекты буйынса Линар Фәһим улы Сөләймәновтың КФХ-һы "Башҡортостан төпкөлөнән" проекты менән грант алды. Районда матур тәбиғәт ауыл хужалығы туризмы проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөк бирә.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Һүҙемде йомғаҡлап, райондың бөтә аграрийҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотларға теләйем. Дөйөм алғанда, был - ер менән, ундағы хеҙмәт менән бәйле булған һәр кемдең байрамы, ул шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужаларымы, дачалағылармы йәки үҙҙәренең бәләкәй баҡсаларында емеш-еләк, йәшелсә, сәскә үҫтергән кешеләрме. Шулай уҡ райондың ауыл хужалығы производствоһы һәм эшкәртеү тармағы ветерандарына ла ҡотлауҙарымды еткерәм – беҙҙең хөрмәтле кешеләребеҙ, уларҙың намыҫлы күп йыллыҡ хеҙмәте менән райондың АПК-һының бөгөнгө яҡшы хәле булдырылды. Барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ, уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем.
- Илдар Фәрит улы, беҙ ҙә һеҙҙе ошо матур байрам менән ҡотлайбыҙ, ул баҫыу эштәренең тамамланыуын, йомғаҡланыуын символлаштыра. Һәм йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт.

Хеҙмәт алдынғыларын хөрмәт итер, уңыштарҙы барлар мәл етте
Хеҙмәт алдынғыларын хөрмәт итер, уңыштарҙы барлар мәл етте
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас