Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Ноябрь 2025, 11:00

Олатайым – минең ғорурлығым

Тормоштоң мәғәнәһе, маҡсаты бар икән, ул мәғәнә, маҡсат тик беҙҙең бәхет кенә түгел, ә ниндәйҙер аҡыллыраҡ, олораҡ нәмәләлер. Яҡшылыҡ эшләгеҙ!(А.П.Чехов) 1930 йылдарҙан башлап ауыл тормошо күмәк хужалыҡтар – колхоз системаһы менән тығыҙ бәйле була. Тап колхоздар ауыл инфраструктураһын тота, ә халыҡ эш һәм торлаҡ менән тәьмин ителә, эш урындары иһә бөтә кешегә лә етә, ауылда эшһеҙлек проблемаһы булмай. Колхоз эшсәндәре, уларҙың ғаиләләре өсөн һәр төрлө льготалар ғәмәлгә индерелә. Ауылда йәшәүселәргә мул тормошта йәшәү өсөн шарттар булдырыла, шулай итеп, күп ауылдар гөрләп үҫешә, яҡшы йәшәй.

Олатайым – минең ғорурлығым
Олатайым – минең ғорурлығым

Ғафури районындағы “Ленинизм” колхозы гөрләп эшләп торған көслө хужалыҡтарҙың береһе була. Ул тотош районда дан тота. Колхоз Бурлы, Яңы Бурлы, Ҡормантау, Яугилде, Берёзовка, Павловка, Ҡунаҡбай, Ерек ауылдарын үҙ эсенә ала. Яңы Бурлынан башҡа бөтә бригадаларҙа ла мөгөҙлө эре мал (КРС) аҫрала, баҫыуҙарға иген сәселә. “Ленинизм” колхозы яҡшы үҫешкәс, уға ингән ауылдар ҙа ярайһы мул тормошта йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһында башланғыс, йә урта мәктәп, медпункт, магазин, кешеләр буш ваҡытында матур итеп ял итергә клуб эшләй. Ауылдар ҙа төҙөк, матур була. Эшләр, йәшәр урындары булғас, кешеләр ҡалаға китә һалып бармай, ә ошонда төпләнеп ҡалалар. Бында тормош ҡайнап тора.
Ләкин 1990 йылдарҙан башлап, илдә бар яҡлап үҙгәртеп ҡороуҙар, аграр реформалар башланғас, ауыл хужалығы ҙур үҙгәрештәргә дусар була. Колхоздарҙың хәле лә үҙгәрә. Яғыулыҡ-майлау материалдарына һәм техника өсөн запас частарға хаҡтар ҡапыл ныҡ артып китә, ауыл хужалығы продукцияһын иһә үтә түбән хаҡҡа ҡабул итәләр, ә был ҙур дефицитҡа килтерә. Яйлап сәсеүлек майҙандарын, мал һанын кәметәләр. Яңы техника һатып алып булмай башлай, сөнки үтә ҡиммәт. Колхозсыларҙың эш хаҡы ла кәмегәндән-кәмей. СССР тарҡалғандан һуң хәл тағы ла насарая, күп фермалар бөтөрөлә. Көрсөк эҙемтәләре ауылдарҙың бәкәленә һуға: колхоздарҙы тотоу рентабелһеҙгә әйләнә, табыш әҙ, эш хаҡы ныҡ бәләкәй булғанға күптәр колхоздан китә, тороп ҡалған эшселәр араһында дисциплина аҡһай.

Тыуған ергә ерегеп

Олатайым Рәүеф Сәғиҙулла улы Фәйзуллин ғүмере буйы Башҡортостандың Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында, төрлө колхоздарҙа эшләй. Ул 1945 йылда Ҡормантау ауылында тыуа. Ғаиләләре ҙур була, 9 бала үҫәләр. Бала саҡтан ата-әсәһенә энекәш-һеңлекәштәрен ҡараша, үҫә төшкәс, колхозда эшләй. Мәктәп тамамлағас, Өфөләге ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Йәше еткәс, уҡыуын ҡалдырып тороп, армияға китә. Ул Мурманскиҙа хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Унда ла алдынғы була, бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, уға хатта хәрби юлдан китергә, әрмелә ҡалырға ла тәҡдим итәләр. Тик ул уҡыуын тамамларға, тыуған ауылына ҡайтып эшләргә теләй. Һәм үҙе һайлаған ветеринар һөнәре буйынса күп йылдар эшләй. Көн тимәй, төн тимәй, ауырыған малдар янына ашыҡҡаны, дөрөҫ ярҙам күрһәткәне өсөн ауыл кешеләренән рәхмәттәр ишетеп тора.
Яңы ғына гөрләп эшләп торған колхоздарҙың һүнә, бөтә барыуын олатайым тыныс ҡына ҡабул итә алмай. Ауыл кешеләренең берәүҙәре аҡса эшләргә ситкә китә, икенселәре иҫерткес эсемлектәр эсергә әүәҫләнә - бының ауыл өсөн һәләкәтле икәнен ул яҡшы аңлай.
1990 йылдарҙа кешеләр баҙап ҡала, ғаиләне астан үлтермәҫ, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн ҡайҙа ғына барып эш табырға, тип баш вата улар. Ауыл халҡы бергә йыйылышып кәңәшләшкәндән һуң, олатайыма ышаныс белдерәләр. Барлыҡ ыңғай һәм кире яҡтарҙы уйлап ҡарағас, олатайым тәүәккәлләргә хәл итә. Һәм 1998 йылда, ауылды ҡотҡарыу өмөтө менән, хосуси крәҫтиән-фермер хужалығы (КФХ) төҙөй. Исемен тотош ғаилә менән уйлайҙар. Шунан олатайым: “Әйҙә, “Урожай” тип ҡушайыҡ, хужалығыбыҙҙың исеме есеменә тап килеп, һәр саҡ юғары уңыш, яҡшы табыш менән шатландырһын”, – ти.

Исеменә күрә - есеме

Ысынлап та, “Урожай” фермер хужалығы үҙ исемен аҡлай. Башта үҫемлекселек менән генә шөғөлләнһәләр, һуңыраҡ малсылыҡ фермалары ла эшләп китә. Бесән әҙерләйҙәр, бәпләп үҫтергәс, үрсемде лә һаҡлап ҡалалар, һөт һатыу табыш килтерә башлай. Ғафури районы хакимиәте тәҡдиме менән, “Урожай” КФХ-һы күрше-тирә ауылдарҙы ла үҙ ҡанаты аҫтына ала. Уларҙа ла, колхоздар тарҡалғандан һуң, малсылыҡ фермалары бөлгөнлөккә төшкән була. Сәсеүлек майҙандары йылдан-йыл арта. Яңы асылған байтаҡ хужалыҡтар, фермер хужалыҡтары мандып эшләп китә алмаған, банкротлыҡҡа төшкән бер ваҡытта “Урожай” КФХ-һы сәскә ата, эре хужалыҡҡа әйләнә, ул ҡасандыр миллионер хужалыҡ булған “Ленинизм” колхозының элекке сиктәрен тергеҙеп кенә ҡалмай, хатта киңәйә төшә.
Шул ваҡытта олатайым уйға ҡала: хужалыҡта ана күпме кеше эшләй, ә хужа – ул бер үҙе генә. 2005 йылда ул хосуси крәҫтиән-фермер хужалығын үҙе менән ал-ял белмәй нисәмә йылдар бергә эшләгән егеттәр менән бүлешергә хәл итә. Әйҙә, улар ҙа ер хужалары булһын, тип теләй. Шулай итеп, Акционерҙар йәмғиәте төҙөлә, 10 кеше уның эйәләре була. Улар: Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов – “Урожай” КФХ-һының әлеге етәксеһе; Рәүеф Сәғиҙулла улы Фәйзуллин - “Урожай” КФХ-һына нигеҙ һалыусы; Миҙхәт Рифҡәт улы Дәүләтбаев – механизатор; Рәшит Ришат улы Яҡупов – комбайнсы; Розалия Әкрәм ҡыҙы Хисаметдинова – бухгалтер; Рим Әнүәр улы Хәкимов – механизатор; Фәнил Ғәбделәхәт улы Вәлиев – механизатор; Фәрит Шәриф улы Абдрахманов – комбайнсы; Радик Сәйфи улы Зәйнуллин – тракторсы; Рауил Ғилметдин улы Солтанморатов – малсы.
Хужалыҡтың исемен “Урожай” килеш ҡалдыралар. Олата-йым уның етәксеһе вазифаһынан баш тарта, үҙ урынына Нәжип Мәжит улы Хисаметдиновты тәҡдим итә. Йәш белгесте олатайым бер нисә йыл үҙ урынына әҙерләгән була. Үҙе бригадир булып ҡала. Пенсияға сыҡҡас та, аҡыллы остаз булараҡ, уны эшкә саҡырып торалар. Хәйер, олатайым саҡырғанды көтөп тормай, иртә һайын эш еренә бара, кәңәштәр бирә. Үҙе төҙөгән хужалыҡ уға үҙ балаһылай ҡәҙерле була.
Олатайым ауырып китеп, йыш барып йөрөй алмай башлағас, егеттәре (олатайым механизаторҙарҙы, тракторсыларҙы, хужалыҡтың башҡа эшселәрен яратып тик шулай тип йөрөткән) көн һайын үҙҙәре уны килеп күрер булған, унан кәңәш һорағандар, хужалыҡта килеп тыуған проблемаларҙы хәл иткәндәр.
“Урожай” КФХ-һы әле лә Ғафури районының алдынғы хужалыҡтары иҫәбендә килә. Олатайым ҡушҡан исеме үҙен аҡлай. Ундағы комбайнсы, механизатор, агроном, мал ҡараусы, ветеринар, һауынсыларҙың тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте менән өҫтәлдәребеҙҙә хуш еҫле икмәк, тәмле һөт, эремсек, ҡатыҡ, татлы ашамлыҡ-эсемлектәр бар.

Матур хәтирәләр ҡалдырҙы

Мин олатайым менән ғорурланам. Ул беҙгә гел генә: “Асыҡ йөҙлө, эскерһеҙ булырға, намыҫ менән эшләргә, кешеләргә изгелек ҡылырға кәрәк, бер ваҡытта ла башҡаларҙан көнләшмәгеҙ, һәр саҡ яҡшыраҡ булырға, яҡшыраҡ эшләргә тырышығыҙ”, - ти торғайны.
Олатайым мин беләрҙән һәр ваҡыт эш өҫтөндә булды. Иртә яҙҙан, сәсеү осоронан башлап, уңыш йыйғансы һәм ужым сәскәнсе ҡара таңдан ҡара төнгә тиклем өйгә ҡайтып кермәне. Баҫыуҙар буйлап машинала йөрөп булмай, ә олатайым эш барышын үҙе ҡарап, тикшереп сыҡмайынса тыныслана торған кеше түгел, шуға ла яҙҙан көҙгә тиклем гел “Урал” мотоциклында йөрөнө.
Олатайым бар белемен, тәжрибәһен, йөрәк көсөн “Урожай” КФХ-һы тигән юғары профессиональ, рентабелле хужалыҡ булдырыуға арнаны. Олатайымдың ныҡышмаллығы, үҙ эшен яҡшы белеүе, ойоштороу һәләте менән КФХ кәрәкле матди-техник ресурстар, минераль ашламалар менән тәьмин ителә – былар барыһы ла сәсеүҙе, ураҡты ваҡытында һәм сифатлы уҙғарырға, малдарҙың яҡшы ҡышлауына, мул һөт һауып алыуға булышлыҡ итә.
“Кешене иҫләйҙәр икән, ул әле иҫән”, - тигән фекер бар. Олатайымды ла иҫләйҙәр, сөнки ул үҙенән һуң ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Уны бер генә күргән кешеләр күңелендә лә олата-йым әллә күпме матур хәтирә ҡалдырған. Ул тыуған ерен, кешеләрҙе шул тиклем ныҡ яратты һәм уларға файҙалы, кәрәкле булырға тырышты. Үҙе булдырған хужалыҡты үҫтереү өсөн бик күп эшләне.
Талапсан, принципиаль етәксе булараҡ, олатайым үҙенең егәрлелеге, кешеләргә иғтибарлылығы менән бергә эшләгән кешеләрҙең ихтирамын яулаған. Ул һәр йәһәттән өлгөлө кеше, хеҙмәттәштәре өсөн яҡшы остаз һәм дуҫ булған. Уға ябайлыҡ, йомартлыҡ, изге күңеллелек, ихтирамлылыҡ, башҡаларға ярҙам итә белеү кеүек матур сифаттар хас ине.
Минең өсөн олатайымдың иң матур яғы – уның оптимист булыуы. Ул һәр ваҡыт көләс булды, шаяртырға яратты, күҙҙәре көлөп торҙо. Эш боҙһаҡ, йә тыңлашмаһаҡ, беҙҙе бер ҡасан да әрләмәне, әммә әйтһә, һеңдерә әйтә белде, ҡылығыбыҙ өсөн оялып китә инек.
Тормошта һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡҡа урын бар. Үҙ эшеңде яратыу, уны яҡшы итеп үтәү ҙә – үҙенә күрә ҙур ҡаһарманлыҡ ул. Олатайым, үҙе төҙөп, балаһылай ҡәҙерләп халыҡҡа, ауылдаштарына бына тигән хужалыҡ ҡалдырып, ысын ҡаһарманлыҡ ҡылған, тип иҫәпләйем. Ул “Урожай” КФХ-һы халыҡҡа тик файҙа килтерһен тип теләне. Шул рәүешле ул районыбыҙ тарихында үҙ эҙен ҡалдырғандыр, тип уйлайым.
Айдинә ӘҘЕЛГӘРӘЕВА,
ейәнсәре.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас