“Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы Берёзовка һөтсөлөк фермаһының алдынғы һауынсыһы Вәсилә Исхаҡ ҡыҙы ХАЖИМӨХӘМӘТОВА өсөн 2025 йыл айырыуса уңыштары менән һөйөндөрҙө. Ул районыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағына оҙаҡ йылдар, 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлап, намыҫлы хеҙмәте айҡанлы “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Өфөлә былтыр Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан уҙған байрам тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡулынан лайыҡлы награданы алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Был бүләк Вәсилә Исхаҡ ҡыҙына тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшергә дәрт-дарман өҫтәй. Үҙ эшен яратҡан һауынсы хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ.