Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Ғинуар , 10:17

Байымбәт һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшләй

Ғинуарҙың һуңғы көндәренең береһендә районыбыҙҙа малсылыҡ менән шөғөлләнгән “Урожай” КХ ЯСЙ-енең Байымбәт һөтсөлөк фермаһында булып, мал ҡышлатыу барышы менән таныштыҡ. Сәфәребеҙ киске һауын мәленә тура килгәнлектән, ферма коллективының барыһын да бында тап иттек. Былтыр сентябрҙән ферма мөдире булып Зөлфиә Ғәлина эш башлаған. Ул беҙҙе эштәр барышы менән таныштырҙы. Бында ҡара-сыбар тоҡомло 225 баш һыйыр малы аҫралып, шуларҙың 140-тан ашыуы - һауын һыйырҙары.

Байымбәт һөтсөлөк фермаһы  уңышлы эшләй
Байымбәт һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшләй

Һөтсөлөк фермаһында үҙҙәренә беркетелгән төркөмдәге һыйырҙарҙы һауынсылар Әлфиә Садиҡова (төркөмөндә 39 һыйыр), Зилара Костина (38), Зинира Фәтҡуллина (28), Айгөл Аллабирҙина (36) һауа. Лиана Садиҡова – алмаш һауынсы. Көндәлек һауып алынған 1600-1700 литр һөт Еҙем-Ҡарандағы һөт ҡабул итеү пунктына оҙатыла. Малсылар Флүр Ишбулдин, Азамат Шәрипов, быҙау ҡараусы Раил Мусин, малдарға аҙыҡ таратыусы Азат Садиҡов үҙҙәренә еткерелгән эште ҙур тырышлыҡ һәм теүәллек менән башҡара. Һыйыр һауыу ҡоролмалары операторҙары Расфар Фәхретдинов менән Мөхәмәт Үзбәков - алыштырғыһыҙ белгестәр. Зоотехник иҫәптең теүәл алып барылыуы һәм малдарҙың хәл-торошо ветеринар табип Фәнир Хисмәтуллиндың яуаплылығында. Ҡураларҙан тиреҫ сығарыуҙа Рәмил Фәтҡуллин, ҡарауылсы булып Арыҫлан Ямалиев эшләй.
Һыйырҙар быҙаулауын дауам итә. Алты айға, алты айҙан бер йәшкә тиклемге, бер йәштән өлкәнерәк быҙауҙар, йәғни башмаҡтарҙың, дөйөм һаны 122 баш иҫәпләнеп, барыһы ла айырым һарайҙа үҙҙәре өсөн бүленгән “ояларға” урынлаштырылған. Быҙауҙарҙың ҙурыраҡтарына һыуға шыйыҡлап һөттө алыштырған ҡатнашма, көндәлек рацион 4-әр килограмм иҫәбенән фураж бирелә, яңы тыуғандарын инәләренән айырғас, иртәле-кисле һөт һәм 2-шәр кг иҫәбенән фураж менән һыйлайҙар. Һауын һыйырҙарының һәр башына фуражды 8-әр, һыуалғандарына 3-әр килограмм иҫәбенән бирәләр.
Малсыларҙың һөҙөмтәле эшләүе өсөн тейешле шарттар булыуы мөһим. Был йәһәттән байымбәттәргә һис зарланырға түгел. Йылдың-йылы ҡышлатыу осорона ҡуралар ныҡлап йүнәтелә, йылытыла, мал аҙығы күпләп әҙерләнә.
- Малдар ҡышты көр сыҡһын өсөн бесән, һаламдан тыш, сенаж, силос мул әҙерләнгән, фураж да етерлек. Эш хаҡтары һәйбәт, ай һайын үҙ ваҡытында бирелә. Һәр кем ҡәнәғәт, ҙур теләк менән эшләйҙәр, - ти мөдир Зөлфиә Ғәлина. – Бына, мәҫәлән, һауынсыларҙың эш хаҡы 35-40 мең һум тәшкил итә, өҫтәлмә эштәр өсөн өҫтәп түләүҙәр ҙә ҡаралған. Мал ҡышлатыуҙы имен-аман сығыу өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, - ти ул.

Байымбәт һөтсөлөк фермаһы  уңышлы эшләй
Байымбәт һөтсөлөк фермаһы  уңышлы эшләй
Байымбәт һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшләй
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас