Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Апрель , 10:15

Агроконференция яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә арналды

26 мартта район хакимиәтенең ултырыштар залында 2026 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә арналған район агрономия конференцияһы үтте.

Агроконференция яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә арналды
Агроконференция яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә арналды

Уның эшендә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Әхмәтшин, БР буйынса “Россельхозцентр” ФДБУ-һы административ-идаралыҡ аппараты филиалы етәксеһе урынбаҫары (2026 йылда Ғафури районы кураторы) Радмир Миһранов, “Россельхозбанкстрахование” филиалы директоры (АО СК “РСХБ”) Булат Низамов, “РосАгрохимслужба” ФДБУ-һы Башҡортостан филиалы директоры Данис Фазылйәнов, “Шанс” Компаниялар төркөмөнөң төбәк вәкиле Харис Шаһиев, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры вазифаһын башҡарыусы Илдар Иҙрисов һәм башҡалар ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Конференцияны асып, ҡатнашыусыларҙы район етәксеһе Венер Вахитов сәләмләне.
- Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек - уңышлы ауыл хужалығы йылы өсөн төп мәсьәлә, һәм һеҙҙең эшегеҙҙән райондың ғына түгел, тотош илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тора, - тине Венер Фәнир улы. - Яҙғы баҫыу эштәрен үткәргәндә тупраҡты әҙерләүгә, сифатлы сәсеү материалы һатып алыуға һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеүгә иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ өҙөклөктәрҙе һәм юғалтыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн сәсеү структураһын, логистиканы һәм хеҙмәтте ойоштороуҙы алдан уйлау мөһим.
- Район хакимиәте һеҙҙең эшегеҙҙең мөһимлеген аңлай һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Дәүләтебеҙ кредит ресурстарының уңайлы булыуын, техника һәм ашламалар һатып алыуҙы субсидиялауҙы тәьмин итеү өҫтөндә эшләй. Һеҙгә бынан файҙаланырға һәм ауыл хужалығы етештереүенә ярҙам итеү буйынса дәүләт программаларында ҡатнашырға кәрәк, - тип дауам итте район башлығы. - Һеҙҙең тәжрибәгеҙ, эшкә һәләтлегегеҙ, тырышлығығыҙ арҡаһында яҙғы баҫыу эштәре уңышлы үткәреләсәгенә ышанам, шуның менән мул уңыш өсөн ныҡлы нигеҙ һалынасаҡ.
Форсаттан файҙаланып, агросәнәғәт комплексы етәкселәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәнегеҙ, Ватанды һаҡлау эшендә ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла емешле эш һәм һауа торошоноң ҡулай булыуын теләйем! – тине үҙенең сығышын тамамлап В.Вахитов.
Артабан һүҙ БР Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары Рәшит Әхмәтшинға бирелеп, ул 2025 йылда БР агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны. БР буйынса үҫемлекселек продукцияһы 124,1 миллиард һумға (2024 йыл кимәленән 114%), малсылыҡ продукцияһы 166,4 миллиард һумға (101,5%) етештерелгән. Ағымдағы йылға иң ышаныслы фараз - ағымдағы яҙғы агрометеорологик шарттар нормала буласаҡ. Шуға күрә бөтә агросараларҙы үткәреүҙең циклын, осорон һәм ваҡытын ҡәтғи үтәргә кәрәк: дымды һаҡлау, ашлау, сәсеү, үҫентеләрҙе эшкәртеү һәм башҡалар.
“Ғафури ИКЦ” МБУ-һы директоры вазифаһын башҡарыусы И.Иҙрисовтың сығышы быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек барышы тураһында булды. Агроконференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, эштәрендә уңыштар теләгәндән һуң, Илдар Фәрит улы районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән 7 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 70 крәҫтиән (фермер) хужалығы шөғөлләнеүен, улар район халҡын сифатлы продукция менән тәьмин итеүен, эш урындары булдырыуын һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индереүен билдәләне.
- 2025 йылда улар тарафынан 38 мең тонна иген (уртаса уңыш 37,6 ц/га тәшкил итте) етештерелде. 2026 йылғы уңыш өсөн 5223 гектар майҙанда ужым культуралары сәселде (ужым бойҙайы – 5053 гектар (97%) һәм ужым арышы – 170 гектар (3%). Үткән йылдың көҙөндә ужым культураларына 276 тонна ашлама (физик ауырлыҡта) индерелде. Тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу өсөн 3310 тонна органика сығарылып, баҫыуҙарға индерелде. “ШЭ Г.М.Тахтаров КФХ” 25 гектар майҙанда сидерат культуралар сәсте.
Яҙғы культураларҙың орлоҡтары 1880 тонна (пландан 99%) әҙерләнде. Яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу өсөн орлоҡтар һатып алыу мәсьәләһенә етди ҡарарға кәңәш ителә: цифрлаштырыу дәүерендә уларҙы тик "Орлоҡсолоҡ" ФГИС программаһы аша ғына алырға кәрәк, - тине сығыш яһаусы.
- Бөгөнгө көнгә "Россельхозцентр" ФДБУ-һының Ғафури районы филиалы тарафынан тик 445 тонна орлоҡ (24%) тикшерелгән, шуларҙың 82% ғына кондицион тип табылған. Орлоҡтарҙы тикшереүгә тик “Р.В.Мөьминов”, “Г.М.Тахтаров”, “Р.В.Рәжәпов” КФХ-лары ғына килтерҙе. Яҙғы баҫыу эштәре башланыуға бер нисә көн генә ҡалды, шуға күрә башҡа хужалыҡтарҙың етәкселәрен һәм белгестәрен был мәсьәләне тиҙләтергә саҡырам - тикшерелмәгән орлоҡтар сәсмәйек.
Райондың өс хужалығында 174 тонна элиталы орлоҡ бар (“Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, “Урожай” КХ ЯСЙ-е һәм “Р.В.Мөьминов” КФХ-һы), техник, яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо һатып алынған.
– Сәсеү майҙандарының алдан билдәләнгән структураһы буйынса яҙғы сәсеү 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәреләсәк, шул иҫәптән яҙғы бойҙай – 1301 га, арпа – 2619 га, һоло – 600 га, кукуруз – 460 га, көнбағыш – 4886 га, техник культураларҙан рапс – 1723 га, соя – 1467 га һәм башҡалар. Ә билдәләнгән эштәрҙе уңышлы үткәреү өсөн техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары кәрәк. 2025 йылда 115 миллион һумдан ашыу суммаға техника һатып алынған, шул иҫәптән “Росагролизинг” программаһы буйынса – 40 миллион һумға. Быйыл туғыҙ трактор, өс комбайн, бер үҙйөрөшлө сапҡыс, бер көнбағыш сәскес, ер эшкәртеү ҡоролмаһы, “Р.В.Мөьминов КФХ-һы”нда - киптергесле “ЗАВ” комплекты, склад биналары төҙөү, ғәмәлдәге машина-трактор оҫтаханаларын, үлсәү ҡорамалдарын модернизациялау планлаштырыла. Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарының иҫәпләнгән күләме яҡынса 450 тонна тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә хужалыҡтарҙа 230 тоннанан ашыу яғыулыҡ бар, һатып алыу дауам итә, - тине ИКЦ директоры.
Ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын техник тикшереү үткәреү һәм яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусыларҙың йыл һайын үткәрелә торған медицина тикшереүҙәрен үтеүе тураһында ла бәйән ителде. Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек, аграр секторҙа ла кадрҙар етешмәүе һиҙелә. “Восход-СТ” АП ЯСЙ-енә ветеринар фельдшер, эколог, электрогазосварщик, аҙыҡ-түлек эшкәртеү буйынса технолог, механизаторҙар, “Урожай” КХ ЯСЙ-енә баш иҡтисадсы һәм баш бухгалтер, “Колос” ЯСЙ-енә – инженер, агроном, ауыл хужалығы техникаһы операторҙары талап ителә.
Артабан Радмир Миһранов үҫемлектәрҙең ҡоротҡостары һәм ауырыуҙары, улар менән көрәш саралары тураһында һөйләне.
Сәсеүлектәрҙе, малдарҙы страховкалау тәртибе һәм ҡағиҙәләре, дәүләт ярҙамы менән страховкалау, классик страховкалау, янғын һәм ташҡын осраҡтарына һәм страховкалауҙың башҡа төрҙәре тураһында Булат Низамов мәғлүмәт бирҙе.
Данис Фазылйәновтың сығышы “2026 йылда Ғафури районында агрохимик һәм экологик-токсикологик тикшереүҙәр уҙғарыу үҙенсәлектәре” тураһында булды.
“Шанс” Компаниялар төркөмө агрономы Тимур Муллашев “Шанс” компанияһы етештергән препараттар менән таныштырҙы.
Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдиновҡа ла һүҙ бирелеп, ул район биләмәһендәге эпидемиологик хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
Агрономия конференцияһына йомғаҡ яһап, район башлығы Венер Вахитов уны көнүҙәк, үҙ ваҡытындағы һәм барыһы өсөн дә файҙалы тип атап, уның эшендә ҡатнашҡан Ауыл хужалығы министрлығы һәм аграр секторҙа ҡатнашҡан хеҙмәттәр вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе. Ғафури ауыл хужалығы етештереүселәре яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреү өсөн дә, башҡа баҫыу эштәре ваҡытында ла бөтә көсөн һаласағын, бының өсөн мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа булыуын билдәләне.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас