Ауыл хужалығы
10 Апреля , 05:30

Тракторҙар баҫыуға сыҡты

Кесе йома көнө “Урожай”ЯСЙ-е КХ-ы  игенселәре  яҙғы баҫыу эштәрен башлап, ужым культураларын тырматыуға төштө.

Тракторҙар баҫыуға сыҡтыТракторҙар баҫыуға сыҡты
Тракторҙар баҫыуға сыҡты

- Әлегә Еҙем-Ҡаран ауылы яғында, “Колос” ЯСЙ-нә ҡараған ужым бойҙайына ашлама индереп, артынса тырмата башланыҡ,- ти агроном Раил Мөхәмәтйәнов. – МВУ-900 агрегаты менән  ужымдың гектарына 150 кг иҫәбенән аммиак селитраһы индерәбеҙ. Был эште МТЗ-82 тракторында   Илнур менән Филүс Ишмөхәмәтовтар башҡара. Уларҙан һуң “Зумлион” тракторында  БМР-8,7 агрегаты менән  Илназ Ғәзизов һәм БМР-6 агрегаты тағып “МТЗ-82”-лә  Рушан Ноғайғолов тырматып бара. Камил Сәйғафаров “Камаз” машинаһында, Айнур Мифтахов “Мерло” тейәгесендә  ашлама килтереп, агрегаттарға тейәп торалар. Беренсе  көндә 150 гектар баҫыуға ашлама индерелде.

Орлоҡ келәтендә дә ҡыҙыу эш бара.  Нуриман Кинйәбаев, Рәүеф Ғиззәтуллин һәм Данис Ишмөхәмәтов орлоҡ ағыулау менән мәшғүлдәр. 

Игенселәргә “Хәйерле сәғәттә!” тип, уңыштар теләргә генә ҡала.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Тракторҙар баҫыуға сыҡты
Тракторҙар баҫыуға сыҡты
Тракторҙар баҫыуға сыҡты
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас