

28 апрелдә хужалыҡтың сәсеү агрегаты 250 гектар майҙанды биләгән баҫыуға сығып, ярауай бойҙай сәсергә тотонған. Сәсеүгә механизатор Андрей Беляев йәлеп ителгән. Сәсеү агрегаты алдынан “К-700”-ҙә Владимир Шестаков ерҙәрҙе сәсеүгә әҙерләй, “МТЗ-82”-ҙә Арслан Сәләхов катоклай. “Тобольская” сортлы бойҙай орлоҡтары бәрәкәтле ергә аммиак селитраһы менән бергә һалына. Хужалыҡ етәксеһе Г.М.Тахтаров әйтеүенсә, артабан арпа, көнбағыш (300 гектарҙа) сәсеү сиратта тора. Шулай уҡ соя һәм рапсты 400-шәр гектарҙа сәсергә планлаштыралар. Сәскестәрҙе Валерий Мәҡсүтов орлоҡ менән заправкалай.
Механизаторҙар аяҙ көндәрҙе тулы көсөнә файҙаланып ҡалырға тырыша. Бының өсөн ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған һәм төшкө, киске аштар баҫыуға уҡ килтерелә.
Көндәр ошолай аяҙ тороп, техника һынатмаһа, яҙғы культураларҙы сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта, сифатлы итеп атҡарып сығыр хужалыҡ игенселәре.