+17 °С
Облачно
Антитеррор
Ауыл хужалығы
24 Мая , 05:00

Эш бер нисә йүнәлештә бара

Әле генә районыбыҙ хужалыҡтары сәсеүгә төшкәйне, хәҙер ул тамамланыуға табан бара.

Эш бер нисә йүнәлештә бараЭш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара

Беҙ “Урожай” крәҫтиән хужалығы менән берлектәге “Колос” предприятиеһында булғанда (19 май) бер нисә йүнәлештә эш алып барылыуына иғтибар иттек. Берёзовка ауылы янындағы арпа сәсеүлектәрендә ҡыҙыу эш бара ине. Сәселеп бөткән баҫыуҙар катоклана, ужым культураларын һәм пар ерҙәрен химик утауға төшкәндәр.
Хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, күп культураларҙы сәсеү тамамланған, иртә яҙғы бөртөклө культураларҙан ике хужалыҡҡа бергә арпа 600-ҙән ашыу гектарҙы биләһә, техник культураларҙан көнбағыш 1360 гектарҙа, һоло (127 га) сәселгән.
Берёзовка ауылы янындағы баҫыуҙа Рәзит Кәримов үҙенең ҡеүәтле сәсеү агрегатында арпа баҫыуҙарын иңләп-буйлағандан һуң, заправкаға туҡтаған мәле ине. Баҫыу ситендә ултырған “КамАЗ”-да сәселәсәк орлоҡтар ҙур-ҙур тоҡтарға тултырып ултыртылған. Сәскестәрҙе орлоҡ менән заправкалауҙа тейәгестә Ринат Хисаметдинов мәшғүл булһа, баҫыуға орлоҡто “КамАЗ” водителе Илнур Ишмөхәмәтов ташый. Орлоҡтар ағыулап сәселә. Урал Йәғәфәров катоклап йөрөй. Шулай итеп, арпа сәсеү теүәлләнгән. 20 майҙа Урал Исҡужиндың сәсеү агрегаты кукуруз (силосҡа) сәсергә төшкән, ул 60 гектар майҙанды биләйәсәк. Сәскестәрҙе орлоҡ менән заправкалауҙа тейәгестә Әнүр Мифтахов эшләһә, орлоҡто Илнур Ишмөхәмәтов ташый, Рәфит Халиҡов катоклауҙа, Рәзит Кәримов культивациялауҙа эшләй.
1660 гектарҙы биләгән ужым бойҙайы сәсеүлектәрендә химик утау теүәлләнгән, әлеге мәлдә пар ерҙәрен химик утауҙа “Туман” һиптереү ҡоролмаһында оператор Филүс Ишмөхәмәтов, водитель Камил Сәйғафаров, ярҙамсыһы Данис Ишмөхәмәтов мәшғүл.
Хужалыҡта баҫыу эшсәндәренә ике тапҡыр йылы аш ойошторолған. Ашнаҡсылар Зәмирә Искәндәрова менән Рәзинә Зәйнетдинова аштарҙы төрләндереп әҙерләй. Ҡыҙыу эш мәлендә механизаторҙарҙы яланға алып барып туҡландыралар. Уларға ҡарата ошондай мөнәсәбәт булғас, эштәре лә ырамлы бара.

Эш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара
Эш бер нисә йүнәлештә бара
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас