

Хужалыҡ баҫыуҙарында сәсеү агрегаттарын арпа һәм кукуруз сәсеү мәлендә тап иттек. Буруновка ауылы йүнәлешендәге юл йәнәшәһендәге баҫыуҙы иңләп-буйлап механизатор Рафаил Мәүлетов үҙенең ҡеүәтле “Кировец К-742 М” тракторында арпа сәсә, Рәфит Йәрмөхәмәтов культивациялай, Ғаяз Кәримов катоклап йөрөй. Сәскестәрҙе орлоҡ менән заправкалауҙа, тейәгестә Камил Ураҡбаев эшләһә, баҫыуға орлоҡто “КамАЗ” водителе Илдар Абдуллин ташып өлгөртөп тора. Баҫыуҙың икенсеһендә механизатор Альберт Мәхмүтов кукуруз сәсеү менән мәшғүл.
Баҫыуҙа тир түккән эшсәндәрҙе ике тапҡыр йылы аш менән һыйлайҙар.
Хужалыҡ агрономы Денис Мөьминов билдәләүенсә, быйыл хужалыҡ баҫыуҙарында яҙғы бойҙай менән арпа 600-шәр гектар, көнбағыш - 950, кукуруз – 450, рапс – 340, соя – 190, шәкәр сөгөлдөрө 35 гектар майҙандарҙы биләгән.