+23 °С
Ясно
Антитеррор
Ауыл хужалығы
20 Июля , 06:29

Алға ҙур бурыстар билдәләнде

Билдәле булыуынса, 9-11 июлдә Өфө районының “Ягодная поляна” ауылы янында “Баҫыу көнө - 26” ғилми-ғәмәли сара үтте. Был сарала Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Р.Ғ.Хәкимов етәкселегендә район делегацияһы ла ҡатнашты.

Алға ҙур бурыстар билдәләндеАлға ҙур бурыстар билдәләнде
Алға ҙур бурыстар билдәләнде

Һәм беҙ киң масштаблы агрофорумда ниндәй мәсьәләләр күтәрелеүе, аграрийҙар алдына ниндәй бурыстар ҡуйылыуы, оло кәңәшмәнең ниндәй тәьҫораттар ҡалдырыуы тураһындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап Ринат Ғәли улына мөрәжәғәт иттек.
- Башта уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: дөйөм алғанда, кәңәшмә бик эшлекле булып, бөгөн аграрийҙарҙы борсоған күп мәсьәләләр буйынса ентекле һөйләшеү булды. 2025 йылда республикала мәғлүмәт-консультация эшмәкәрлегенә төплө анализ яһалыу менән бер рәттән ағымдағы йылға төп бурыстар ҙа билдәләнде. Әйткәндәй, агрокәңәшмәлә мәғлүмәт-консультация белгестәренән тыш, райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, белгестәре һәм фермерҙар ҡатнашты.
Республика ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев, мәҫәлән, эш һөҙөмтәләре менән таныштырыу менән бер рәттән Мәғлүмәт-консультация үҙәктәре эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәрен анализлауға ҙур иғтибар бүлде. Ул шулай уҡ консультацияларҙың һанына түгел, сифатына күберәк иғтибар итергә кәрәклегенә баҫым яһаны, лидерҙарҙы билдәләп үтте. Ирек Зөфәр улы МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам, бюджеттан тыш эшмәкәрлекте үҫтереү һәм федераль мәғлүмәт системалары менән эшләүҙә аграрийҙарға ярҙам итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ алдағы осорға эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.
Шуныһы ҡыуаныслы, Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге төп күрһәткестәр буйынса 7-се урын биләп, республика кимәлендә уңышлы эшләгән тәүге унау иҫәбендә килә.
Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың ауыл хужалығы, экология, тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе секретары Раил Әбдрәхимов икенсе Бөтә Рәсәй Агродиктанты һөҙөмтәләрен иғлан итеп, райондарҙа агродиктант ойоштороуҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
БР-ҙың Ауыл хужалығы министры урынбаҫары И.И.Сураков ауыл хужалығы комплекстарының бөгөнгө хәле, күп функциялы хужалыҡтарҙы үҫтереү йүнәлештәре, заманса технологиялар, тенденциялар, яҡын киләсәккә бурыстар хаҡында һөйләне. Ирек Искәндәр улы үҙенең сығышында баҫыуҙарҙы Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең Берҙәм федераль мәғлүмәт үҙәгенә (ЕФИС ЗСН) индереүҙең мөһимлегенә айырыуса ныҡлы иғтибар бүлде.
БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа, ысынлап та, ваҡытында йүнәлеш алып, эште дөрөҫ ойошторған һәм көслө хужалыҡтар ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә ала. Беҙҙең көс компетенцияларҙа, хәүеф, финанс һәм заманса технологиялар менән дөрөҫ идара итеүҙә. Һәм беҙгә, район аграрийҙарына тап ошо факторҙарға иғтибарҙы арттырырға кәрәк буласаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, республика буйынса Мәғлүмәт-консультация үҙәктәренең алдынғы эшселәрен бүләкләүгә айырым иғтибар бүленде. Эш программаһының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, форумда ҡатнашыусылар заманса техника күргәҙмәһе һәм был техникаларҙың нисек эшләүе менән танышты, “трактор-шоу” конкурсын, дрондар осоштарын тамаша ҡылды, һөнәри конкурстарҙа, хеҙмәтте һаҡлау буйынса форумдарҙа ҡатнашты. Ғөмүмән, агрофорум беҙҙең өсөн бик файҙалы булып, алға яңы бурыстар ҡуйҙы.
- Ринат Ғәли улы, белеүемсә, форумда ойошторолған конкурстарҙа ғафуриҙар ҙа ҡатнашҡан һәм уңышлы ғына сығыш яһаған.
- Эйе. “Трактор-шоу” һөнәри оҫталыҡ конкурсында “ШЭ Г.Н.Тахтаров” хужалығы механизаторы Андрей Беляев “Иң тәжрибәле механизатор” номинацияһында еңеүгә өлгәшеп, Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. “Урожай” КХ-һы агрономы Раил Мөхәмәтйәнов иһә үҙ һөнәре буйынса оҫталыҡ конкурсында өс балға ғына ҡалышты һәм лайыҡлы рәүештә дүртенсе урынға сыҡты.
- Ринат Ғәли улы, һеҙҙең Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәгендә эш башлауығыҙ иң көсөргәнешле һәм яуаплы осорға тура килде. Ҡышҡы осорға мал аҙығы әҙерләү бара, урып-йыйыу эштәренә лә күп ҡалманы. Өҫтәүенә, туҡтауһыҙ ямғырҙар, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ...
- Нисек кенә булһа ла эшләргә, барыһына ла үҙ ваҡытында өлгөрөргә тура килә. Дөйөм алғанда, хужалыҡтар “йәшел ураҡ”ҡа төштө, тик бына ҡойма ямғырҙар эшләргә ирек бирмәй. Шулай ҙа механизаторҙар аяҙ торған һәр көндө тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырыша. Ҡышлатыу осорона дөйөм алғанда шартлы мал башына 28,18 ц аҙыҡ берәмеге туплау бурысы тора. Әлегә 450 тонна бесән әҙерләнгән.
Урып-йыйыу эштәренә лә ныҡлы әҙерлек бара. Иген комбайндары тулыһынса техосмотр үтте. Бөгөнгө көндә ырҙын табаҡтары, келәттәр таҙартыла, үлсәү хужалыҡтары тикшерелә. Яғыулыҡ-майлау материалдары мәсьәләһендә лә бик өҙөклөк булмаҫ, тип уйлайым. Тәжрибәле һәм хәстәрлекле хужалыҡтар бер ни тиклем запас туплап ҡуйған да инде. Нисек кенә булмаһын, көндәр аяҙ торғанда яғыулыҡ юҡлыҡтан эш туҡтап ҡалмаҫ, тип ныҡлы әйтә алам. Ямғырҙар ғына туҡтаһын.
- Агрофорумда билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа, ғөмүмән, алда торған мөһим эштәрҙә һеҙгә уңыштар ғына теләргә ҡала. Әңгәмә өсөн рәхмәт.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас