+20 °С
Облачно
Антитеррор
Ауыл хужалығы
29 Июля , 05:06

Хәйерле сәғәттә, игенселәр!

Районда урып-йыйыу эштәренә старт бирелеп, “Восход-СТ” агропредприятиеһы игенселәре ураҡҡа төштө. Иң беренселәр булып баҫыуға комбайнсылар Илфат Ғәлиәхмәтов менән Марсель Рәхмәтуллин сығып, 1700 гектар майҙанды биләгән ужым бойҙайы уңышын йыя башлаған.

Хәйерле сәғәттә, игенселәр!Хәйерле сәғәттә, игенселәр!
Хәйерле сәғәттә, игенселәр!

- Беренсе көндә үк баҫыуҙа алты комбайн эшләне. Тәбиғәт көйһөҙлөктәренә ҡарамаҫтан, уңыш матур булмаҡсы, ужым бойҙайының тәүге гектарҙары һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте: гектар көсө 50 центнер тәшкил итә, - ти агроном Вячеслав Кириллов. - Ураҡҡа етди әҙерләндек, бөтә көстө һәм тырышлыҡты үҫтерелгән уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыуға туплайбыҙ.
“Восход-СТ” аг-ропредприятиеһы һәм райондың барлыҡ игенселәренә ”Хәйерле сәғәттә!” тип, уңыштар теләргә генә ҡала. Башаҡтар туҡ, уңыштар мул, иң мөһиме - көндәр аяҙ булһын.
Мәрхәбә Собханғолова.

 

Ураҡ көндәлеге
“Восход-СТ” агропредприятиеһы артынса “Урожай КХ-һы” ЯСЙ-е, “Сатурн”, “Рәжәпов Р.В.” хужалыҡтары комбайндары ла баҫыуға сыҡты. 22 июлгә 193 гектар майҙанда ужым бойҙайы яҫмаларға һалынып, 93 гектарының уңышы һуғып алынған. Район буйынса уңыш гектарынан 50 центнер тәшкил итә.
Ҡышлатыу осорона мал аҙығы әҙерләү ҙә ҡыҙыу төҫ алды. Барлығы 1170 гектар күп йыллыҡ һәм тәбиғи үләндәр сабылып, 3600 тонна бесән (шартлы мал башына 5,82 ц аҙыҡ берәмеге) әҙерләнгән. План – 28,18 ц аҙыҡ берәмеге.

Хәйерле сәғәттә, игенселәр!
Хәйерле сәғәттә, игенселәр!
Хәйерле сәғәттә, игенселәр!
Хәйерле сәғәттә, игенселәр!
Хәйерле сәғәттә, игенселәр!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас