

Шәхси эшҡыуар Р.Ғ.Ғафаров етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре лә эшкә ҡыҙыу тотонған.
- Минең егеттәр бик тырыш бит. Элеккесә колхозға тип түгел, үҙебеҙгә тип эшләйҙәр. Бер генә сәғәтте лә бушҡа үткәрмәйҙәр. Көн аяҙыраҡ торһа, йәһәт кенә бакуйҙарҙы әйләндереп – елләтеп үләнде төргәкләүгә тотоналар. Ә инде ямғырлы көндө гаражда комбайндарҙы, урып-йыйыуҙа ҡатнашасаҡ башҡа техниканы ҡарап-көйләй башлайҙар, - ти Рауил Ғабдулхай улы. – Ғөмүмән, ураҡҡа бөтә техника, япмалар әҙер. Көнө генә булһын.
Беҙ хужалыҡта булған көндө лә яланда ҡыҙыу эш бара ине. Шуныһы ғәжәп, юлға сығыр алдынан ғына Красноусолда геүләтеп ямғыр яуып үтте. Ә бына Игенселәр ауылы яғында уның әҫәре лә булмаған. Күрәһең, ямғыр ҙа механизаторҙарҙың эшен туҡтатырға теләмәгән.
Иң башта юл буйындағы “Беларусь”та баҫыу иңләп үлән сапҡан Илдар Мансуровты тап иттек.
- Көндәр аяҙға китер тип өмөтләнәбеҙ инде, - ти ул. – Был баҫыуҙа сабып бөтһәм, преслағыс тағып, әҙер үләнде төргәкләй башлайбыҙ инде. Бөгөн башҡалар ике трактор менән әҙер төргәктәрҙе ферма ихатаһына ташый, - тип эш барышы менән бер аҙ таныштырып үтте лә, йәһәт кенә эшкә тотондо.
Игенселәр ҡаршыһындағы баҫыу буйлап бесән төргәктәре теҙелеп киткән. Ул арала ферма яғынан тракторҙар ҙа күренде. Юлдан баҫыуға боролоп инеүгә үк тракторсы Радик Йәрмөхәмәтов күтәргесте эшкә ҡушып, ситтәрәк ятҡан ике төргәкте йәпле генә эләктереп тә алды. Төпкәрәк үткәс, арбаһын ысҡындырып, әҙер төргәктәрҙе тейәй ҙә башланы. Уның артынса икенсе тракторҙа Динислам Ғафаров та килеп етте. Әйткәндәй, Динислам быйыл ғына Ауыл хужалығы университетын тамамлап, ҡулына агроном дипломы алған йәш белгес, өҫтәүенә, Рауил Ғабдулхай улының улы булып сыҡты.
- Төшөмлө эш эҙләп ситкә китмәйенсә, атайыма ярҙам итергә булдым. Ҡайҙа ла эшләргә кәрәк, бәләкәйҙән күреп үҫкәс, ауыл тормошо, ошолай гиҙеп йөрөп баҫыуҙа эшләү күңелемә нисектер яҡын, - ти ул.
- Көнөнә 4-5 рейс яһап, 200-220 самаһы төргәкте ферма ихатаһына алып барып өйәбеҙ. Радик ағай бер рейста 26 төргәк тейәй, минең арбаға 18 генә һыя, - ти Динислам. - Сабылған үлән кибеү менән Илдар, Радик ағайҙар менән бергәләп йәнә төргәкләүгә тотонабыҙ.
Уларға уңыштар теләп, юлға сығыуыбыҙға эш буйынса район үҙәгендә йөрөгән Рауил Ғабдулхай улы ла ҡайтып етте.
- Малсылыҡ йүнәлешендә эшләгәс, беренсе сиратта аҙығын хәстәрләргә кәрәк инде, - ти етәксе. - Әлегә 200 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән сабылды, күреүегеҙсә, байтаҡ өлөшө төргәкләнде лә. Ямғырҙар ныҡ ҡамасаулай, тотҡарлай бит. Тағы ла 100 гектар күп йыллыҡ һәм фуражға сәселгән 60 га самаһы бер йыллыҡ үләнде сабаһы бар.
Минең егеттәр шәп бит, улар менән эш көйлө генә бара, - тип йәнә механизаторҙарын маҡтап алды Рауил Ғабдулхай улы. – Бына Радик Себер тарафтарында вахтала йөрөй. Эштән ҡайта ла, бәғзеләр шикелле күңел асып, ял итеп ятмай, беҙгә ярҙамға килә. Даими эшләгәндәр ҙә шулай яуаплылар, тырыштар, кемделер айырып ҡына күрһәтеп тә булмай.
- Яғыулыҡ-майлау материалдары менән хәл нисегерәк? - тип ҡыҙыҡһынам.
- Әлегә булған запас менән эшләйбеҙ. Ураҡ эштәре башланыуға инде республика, район кимәлендә был мәсьәлә хәл ителер, тип өмөтләнәм.
Уңғандарға эш ҡарышмай, ти халыҡ мәҡәле. Күренеүенсә, уларға хатта ямғырҙар ҙа ҡамасау түгел.
Мәрхәбә Собханғолова.