+16 °С
Ясно
Антитеррор
Ауыл хужалығы
14 Августа , 05:28

Эштәре ырамлы бара

Табын ауылындағы “ШЭ КФХ башлығы Г.М.Тахтаров” хужалығында, райондың башҡа хужалыҡтарындағы кеүек, баҫыу эштәре дауам итә. 11 августа был хужалыҡҡа командировкаға юлланып, ураҡ барышы менән таныштыҡ.

Эштәре ырамлы бараЭштәре ырамлы бара
Эштәре ырамлы бара

Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре 1800 гектар майҙанды биләй. 350 гектарҙағы ужым бойҙайы, яҙғы бойҙай (250 га), 150 гектарҙан арпа уңышы йыйып алынған. Хужалыҡ етәксеһе Геннадий Тахтаров әйтеүенсә, быйыл ауыл хужалығы өсөн йыл бигүк ҡулай булмаһа ла, уңыш зарланырлыҡ түгел. Хужалыҡта йыл да ҙур төшөм биргән “Московская-40” сортлы ужым бойҙайына өҫтөнлөк бирәләр, уның гектар ҡеүәте 47 центнер тәшкил итһә, яҙғыһының 30 центнерҙан ашыу булған, ә арпаның һәр гектары 40 центнер уңыш биргән. Артабан сиратта 300 гектар майҙанды биләгән рапстың, сояның (300 га) уңышын йыйып алаһы бар. Был культуралар урағына бер аҙнанан һуң төшөргә планлаштыралар. Ә 350 гектарҙағы көнбағыш уңышын йыйыуҙы һуңғараҡҡа ҡалдырғандар.
Ураҡта “ACROS-585” баҫыу караптарында механизаторҙар Андрей менән Николай Беляевтар, Валерий Мәҡсүтов, Рәфис Ғиззәтуллин, Максим Тахтаров мәшғүл булған. Баҫыу - ырҙын табағы маршруты буйынса водителдәр Владимир Шестаков, Нияз Хәкимов, Андрей Казьмин ашлыҡ ташыған. Баҫыуҙарҙан килгән игенде үлсәү хужалығында үлсәүсе Альмира Аралбаева теркәй барған. Ырҙын табағында иһә “ЗАВ-40” килтерелгән һәм киптергес аша үтеп, таҙартылып, сортланған ашлыҡты “КамАЗ” водителе Юрий Бражников келәттәргә ташыған. Ырҙын табағында Арыҫлан Сәләхов менән Алексей Антипин бар эштәргә өлгөрөргә тырышып эшләй. “ЗАВ-40” менән етәкселек итеүсе Алексей Тахтаров ашлыҡты таҙартып-киптереп, келәттәргә һалыу менән мәшғүл булған.
Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙы киләһе йылға әҙерләү эштәре лә алып барыла. Ерҙәрҙе һөрәләр, дискылайҙар. Был эштәрҙә ураҡ мәлендә комбайнда тир түккән, ә ер эшкәрткәндә ҡеүәтле тракторҙар руле артына ултырған тәжрибәле механизаторҙар Николай менән Андрей Беляевтар, Владимир Шестаков ал-ял белмәй эшләй.
Пай ерҙәре хужаларына 3 центнер иҫәбенән иген дә тарата башлағандар.
Хужалыҡта ашнаҡсылар Наталья Харькова менән Наталья Дашкова алмашлап эшләп, эшселәрҙе ике тапҡыр тәмле аштары менән һыйлай. Беҙ хужалыҡта булған көндө Н.Харькова эшләй ине. Наталья Александровна аш-һыуҙы төрләндереп әҙерләүҙәре, итле һалма, борсаҡ аштары, щи, борщ, рассольник, хатта уха ла бешереүҙәре, икенсе блюдоға кәтлиттәр, гуляш, тефтелиҙар һәм башҡалар, икмәкте үҙҙәре һалыуҙары, төрлө эслекле пирожкиҙар, булочка-плюшкалар, бәлештәр, ҡоймаҡтар, компот, ҡайнатмалар, йәшелсәләрҙән салаттар ҙа әҙерләүҙәре тураһында бәйән итте.
- Геннадий Михайлович тарафынан заманса офис бинаһында урынлашҡан ашханала эш өсөн барлыҡ шарттар булдырылды, духовка ла, плитә лә, һыуытҡыстар, туңдырғыс та бар, кәрәкле бөтөн һауыт-һабалар менән тәьмин ителгәнбеҙ, һыу ҙа крандан ағып тора, өҫтәл-ултырғыстар ҙа яңыртылды. Бындай уңайлы шарттарҙы булдырған һәм барыһын да хәстәрләгән (ит, бәрәңге, йәшелсә-емеш үҙенең фермер хужалығынан) булдыҡлы етәксе менән бер төптән булып, шатланып эшләргә генә ҡала, - ти ашнаҡсы ҡәнәғәт йылмайып.
Эштәрегеҙ һәр саҡ шулай уң һәм ырамлы булһын!

Эштәре ырамлы бара
Эштәре ырамлы бара
Эштәре ырамлы бара
Эштәре ырамлы бара
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас