+6 °С
Облачно
Антитеррор
Ауыл хужалығы
31 Августа , 04:00

Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәл

Районыбыҙ хужалыҡтары игенселәре баҫыуҙарҙа өлгөргән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға бар көстәрен һалып тырыша. “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһында ла баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле.

Һәр минуты ҡәҙерле  ҡыҙыу мәлҺәр минуты ҡәҙерле  ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәл

Йәйҙең һуңғы көндәренең береһе – 25 августа хужалыҡта булғанда, бында Войновка ауылы янындағы баҫыуҙа арпа уңышын йыйыу буйынса эш бара ине. Беҙ хужалыҡ етәксеһе Руслан Бакиров менән агроном Вячеслав Кирилловты баҫыуҙа тап иттек һәм ураҡ барышы менән етәксе үҙе таныштырҙы. Арпа баҫыуҙары 400 гектар майҙанды биләһә, шуның 100 гектарында эштәрҙе теүәлләгәндәр. Башаҡтар тос күренә, тимәк, уңыш та мул. Руслан Зәки улы әйтеүенсә, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса гектар ҡеүәте 56 центнер тәшкил итә.
1700 гектарҙағы ужым бойҙайын йыйып алғандар, һәр гектар 48 центнер төшөм биргән. Артабан хужалыҡ игенселәре алдында 200 гектарҙы биләгән ярауай бойҙай, рапс (460 га), соя (150), һоло (70), 1450 гектарҙағы көнбағыш уңышын йыйып алыу бурысы тора.
Арпа уңышын йыйыуҙа хужалыҡтың дүрт баҫыу карабы эшләй ине. Тәжрибәле ураҡ батырҙары механизаторҙар: “ACROS-595” комбайндарында Мансаф Зәйнетдинов, Илфат Ғәлиәхмәтов, Алексей Маленков һәм йәш белгес Кирилл Родионов “FENDT”-та баҫыуҙы иңләп-буйлап уңыш йыя. Комбайн – ырҙын табағы (Родина ауылында урынлашҡан) маршруты буйынса ашлыҡ ташыуға тағылмалары менән “КамАЗ” автомашиналары йәлеп ителгән. Водителдәр Евгений Әлибаев, Юрий Герасимов, Ғаяз Хәбибуллин бункеры ашлыҡ менән тулған комбайндарҙың туҡтап тороуына юл ҡуймай.
Уңыш йыйыу менән бер рәттән киләһе йылғыһына нигеҙ һалыу буйынса эштәр ҙә ҡыҙыу төҫ алған. Һәр йылдағыса, хужалыҡтың иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе – Марсель Рәхмәтуллин 20 августа ужым бойҙайын сәсеүгә төшкән. Ул 1700 гектар майҙанды биләйәсәк баҫыуҙарҙың 400 гектарында эштәрҙе теүәлләгән дә инде. Пай ерҙәрен файҙаланған өсөн пай хужаларына, килешеү шарттарына ярашлы, бойҙай, арпаны таҙартҡас, таратасаҡтар.
Хужалыҡтың баҫыу эшсәндәрен Венера Чебурашкина етәкселегендәге ашнаҡсылар ике тапҡыр тәмле аштары (төшкө, киске) менән һыйлайҙар, туҡланыуҙы баҫыуҙа уҡ ойошторғандар.
Эште нисек башлаһалар, шулай сифатлы теүәлләргә яҙһын “Восход-СТ” хужалығы эшсәндәренә.

Һәр минуты ҡәҙерле  ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле  ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле  ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле  ҡыҙыу мәл
Һәр минуты ҡәҙерле ҡыҙыу мәл
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас