

Бында баҫыу эштәре бер нисә йүнәлештә алып барыла: бер баҫыуҙа ужым бойҙайы сәсәләр, икенсеһендә - киләһе йыл уңышы өсөн ерҙәрҙе әҙерләйҙәр, өсөнсөһөндә - органик ашлама индерәләр, ә дүртенсеһендә рапс уралар.
Яңғыҙҡайындан Мораҡ ауылына илткән юл буйында ярауай бойҙай уңышы йыйып алынған баҫыуҙа ҡеүәтле тракторҙың эшләп йөрөүен күрҙек. Күп тә үтмәй, ул баҫыу ситендә оҙон өйөм итеп һалынған тиреҫте тейәү өсөн туҡтаны. Техника менән идара итеүсе Марат Ғәйнуллин ине ул. Ә хужалыҡ механизаторы Зиннур Хәсәнов тейәгесе менән тиреҫте тракторға шундуҡ тейәне һәм трактор баҫыу буйлап үҙ эшен дауам итте.
Был баҫыу йәнәшәһендәге икенсе баҫыуҙа механизатор Рәфит Йәрмөхәмәтов идара иткән “Россельмаш” ҡеүәтле тракторы эшләй ине. Ул баҫыуҙы һалам һәм тиреҫ менән бергә тупраҡҡа күмеп эшкәртә ине. Ә ауыл янындағы баҫыуҙа механизатор Рафаил Мәүлетов ужым бойҙайы сәсеү менән мәшғүл. 520 гектарлыҡ пландың 200 гектарында эште теүәлләгән. Орлоҡто Камал Ураҡбаев ташый, ә Рәмил Шәрипов тейәгестә эшләй.
Хужалыҡ агрономы Денис Мөьминовтан ураҡ барышы хаҡында белештек.
- Иртә өлгөрә торған иген культураларын йыйып бөттөк, - тип уртаҡлашты ул. - Яҙғы бойҙай 205 гектар майҙандың гектарынан 30 центнер уңыш бирҙе. 550 гектарҙағы ужым бойҙайының һәр гектарынан 40 центнер уңыш алһаҡ, 630 гектарҙағы арпаның гектар ҡеүәте 41 центнер төшөм бирҙе.
Хәҙер 315 гектар майҙанды биләгән рапсты йыйыуға тотондоҡ. Ләкин һуңғы көндәрҙәге эҫелек арҡаһында ул ҡороп бөттө, хатта елдең иҫеүенән дә ярыла. Шуға күрә уңышты юғалтмаҫ өсөн, киске һалҡын төшкәс, елһеҙ ваҡытта йыябыҙ. Шуға ла әлегә ни бары 100 гектарҙың уңышын йыйып алдыҡ. Уртаса уңыш – һәр гектарҙан 16 центнер, - ти ул.
Артабан хужалыҡ игенселәренә 200 гектарҙағы соя, көнбағыш (1050 га), кукуруз (430) һәм дә 40 гектарҙа үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйып алаһы бар. Әйткәндәй, “Р.В.Мөьминов хужалығы” - районда быйыл “татлы тамыр” сәскән берҙән-бер хужалыҡ.
Баҫыуҙарҙан килгән ашлыҡты үлсәү хужалығында эшләүсе элекке механизатор, хәҙер хаҡлы ялдағы Ғаяз Кәримов менән Наил Мөхөтдинов (ул да хаҡлы ялда) теркәй бара. Резеда Мөьминова ла бында үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Ырҙын табағында пайсыларға бер пай участкаһына 3 центнер иҫәбенән иген өләшәләр, теләүселәргә һаталар.
Хужалыҡта эшләүселәрҙе ашнаҡсылар Лариса Ғафарова менән Лилиә Мостафина тәмле аштары менән һыйлай.