+2 °С
Облачно
Антитеррор
Ауыл хужалығы
2 Октября , 11:21

Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла

Районда һуңғы гектарҙарҙа уңыш йыйыла. Йәйгесә салт аяҙ көндәр хужалыҡтарға үҫтерелгән мул уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйылаҺуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла

“ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һында ла уҙған аҙнала соя уңышын тулыһынса йыйып алғандар. Был культура 350 гектар баҫыуҙарҙы биләгән. Соянан дөйөм 8750 тонна уңыш йыйып алынған, уртаса гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил иткән. Ураҡҡа биш “ACROS-585” баҫыу карабы йәлеп ителгән. Уңыш йыйыуҙа комбайнсылар Андрей менән Николай Беляевтар, Максим Тахтаров, Рәфис Ғиззәтуллин, Валерий Мәҡсүтов дәртләнеп ал-ял белмәй эшләгән. “КамАЗ” водителе Андрей Казьмин, тракторсылар Нияз Хәкимов, Владимир Шестаков баҫыу - ырҙын табағы йүнәлеше буйынса ашлыҡ ташыған.
Хужалыҡ уңғандарына көнбағыш уңышын йыйып алаһы бар.

Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Һуңғы гектарҙар уңышы йыйыла
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас