

Өфөлә мотоцикл йөрөткән үҫмер арба этеп барған тиҫтерен бәрҙерә. Коляскала ике айлыҡ сабый ятҡан була. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бөтә балалар ҙа имгәнә. “Үҫмер водителдәр ҡатнашлығында юл ҡазалары артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр бәлиғ булмаған балаларға руль артына ултырыуҙы тыйырға тейеш. Юл уйнай торған урын түгел. Ҡыҙ һәм малайҙарға ҡағиҙәләрҙе аңлатығыҙ”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән акция иғлан ителде. Шулай уҡ “Иғтибар, балалар” тигәне лә дауам итә. Өфөлә “Автобус” операцияһы барышында пассажир транспорты торошо һәм водителдәр тикшерелә.