+20 °С
Облачно
Антитеррор

Лагерҙа беренсе смена тамамланды

“Красноусол” (“Имәнкәй”) балалар лагерында беренсе “Таланттар ҡалаһы” сменаһы старт алып, 20 июндә уны тантаналы ябыу ойошторолдо. Бында бөтә Рәсәйҙән 153 талантлы бала ижад һәм мажаралар менән тулы онотолмаҫ көндәр үткәреү өсөн бергә йыйылып, лагерҙа 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ял иткән.

Лагерҙа беренсе смена тамамландыЛагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды

Смена дауамында йәш таланттар оҫталыҡ дәрестәренә йөрөгән, яңы дуҫтар тапҡан һәм онотолмаҫ хәтирәләргә бай булған уларҙың ялдары. Һәр яңы көн алдағыһы менән ҡабатланмаған. Балалар был сменала көндәрен физик яҡтан сынығып, үҙҙәре өсөн асыштар яһап, йәшеллек һәм саф һауа ҡосағында ял итеп, ваҡыттарын төрлө сараларға бай, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар менән үткәргән. Сағыу программа үҙ эсенә дәртле бейеү сығыштарын, танып-белеү экскурсияларын һәм мауыҡтырғыс походтарҙы алған. Бында уҡыусыларҙың йәйге ялы күңелле, файҙалы үтһен өсөн “Красноусол” ял-һауыҡтырыу лагеры начальнигы Юлия Судовикова етәкселегендә бөтә шарттар булдырылған.

Лагерҙың беренсе сменаһын тантаналы ябыу, балалар майҙансыҡҡа теҙелеп баҫҡас, рапорт биреүҙән башланды. Отряд командирҙары һәр төркөмдөң был сараға әҙер булыуы тураһында рапорт биргәс, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны, һуңынан сменаны ябыуҙы белгертеп, флагтар төшөрөлдө.

Сарала Юлия Анатольевна сығыш яһар алдынан, иң тәүҙә балаларға бында ял итеү оҡшанымы тигән һорау биргәс, улар бер тауыштан “Оҡшаны” тип яуапланылар. Бында башҡа һорау биреп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр.

  • Лагерҙа күңелле булғас 21 көн тиҙ генә үтеп, беренсе смена ла тамамланды. Һеҙ үҙегеҙҙең ялды сынығып, ҙурайып, һаулығығыҙҙы нығытып, файҙалы үткәреүегеҙгә беҙ шат, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәттер. Йәмле йәй һәр берегеҙҙең күңелендә шулай матур хәтирәләр генә ҡалдырһын, - тине “Красноусол” ял-һауыҡтырыу лагеры начальнигы Юлия Судовикова үҙ сығышында.

Смена етәксеһе Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы Ишкина ла сығыш яһап, балаларға изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан ошо сменала тәрбиәсе, вожатый булып эшләгән Виктория Графская, Екатерина Ғарифуллина, Алина Мөхәмәтдинова, Алина Руденко, Александра Карамзина, Кристина Гридина, Сабина Ярышева, Карина Ильина, Ольга Белова, Олеся Куценкоға лагерь етәкселеге исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Бында килгән балалар физик йәһәттән нығынып, үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып таралыша. Каникулдың алдағы көндәре лә файҙалы һәм онтолмаҫ иҫтәлектәргә бай булһын.

Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Лагерҙа беренсе смена тамамланды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас