Дәүләттән даими һәм бер тапҡыр бирелә торған түбәндәге пособиелар: йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, балаларға, пенсияларға өҫтәмәләр, хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм башҡалар. Стипендиялар социаль түләүҙәр иҫәбенә кермәй.
Түләүҙәр 2022 йылдың 1 майына тиклем иҫәпләп ҡуйылған булһа ғына кире ҡайтарыла.
Аҡсаны нисек итеп кире ҡайтаралар?
2007 йылдың 2 октябрендәге "Башҡарыу производствоһы тураһында"ғы Федераль закондың 101-се статьяһының 1 өлөшөнә һылтанма яһап һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итеп, кредит ойошмаһына ғариза бирергә кәрәк: http://www.consultant.ru/document/cons_doc_LAW_71450/ ..
Аҡсаны нисә көн эсендә кире ҡайтарасаҡтар?
Бының өсөн 7 календарь көн ҡаралған.
Шуныһы мөһим: аҡса ҡайтарып бирелә, ләкин бурысты бер кем дә юҡҡа сығармай.