+12 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
31 Август , 09:10

Бәрәңге уңышын нисек һаҡларға

Бәрәңге уңышы һәйбәт булырға вәғәҙәләй. Ләкин хәҙер бар уй - уларҙы нисек ҡаҙып алып һаҡларға.

Бәрәңге уңышын  нисек һаҡларға
Бәрәңге уңышын нисек һаҡларға

Уңышты йыйыр алдынан 2 аҙна эсендә нисектер елләтеү һәм ерҙе бер аҙ киптереү, бөтә көстө нәҡ бүлбеләргә ебәреү өсөн бәрәңге һабаҡтарын сабып алырға кәрәк. Уңыш йыйыу барышында бүлбеләрҙе киптереүгә айырыуса иғтибар бирегеҙ. Бындай ямғырлы йәйҙән һуң киптерелгән, еүеш ерҙән таҙартылған бәрәңге орлоҡтарын да ғәҙәттәгенән аҙ ғына оҙағыраҡ елләтергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоғоҙ: быйыл бәрәңгеләге еүеш серектәр, бәрәңге фитофтораһы бүлбеләрҙә шунда уҡ күренмәйәсәк. Зарарланған бәрәңге бер аҙ сәләмәт, ныҡ булып күренергә мөмкин, әммә бүлбегә баҫҡанда ҡабығы шартлай һәм унан көл төҫөндәге һыулы масса сыға, был - һоро серек. Фитофтора бүлбеләрҙә тәүҙә ҙур булмаған зарарланған урындарҙа күҙәтелә, ләкин яйлап тамыраҙыҡты тотош ялмап ала. Артабан, йыйылған картуфты 4-5 көн буйына (иң яҡшыһы япма аҫтында) киптереү өсөн елләтелгән бинала оҙағыраҡ тоторға һәм шунан һуң ғына ентекләп йыйып алырға кәрәк. Бәрәңгенең бүлбеләрен ентекләп ҡарап-тикшереп сорттарға айырырға кәңәш итәбеҙ.
Ауырыу бүлбеләрҙе шикләнмәйенсә ташлағыҙ, әгәр уларҙы дөйөм массала ҡалдырһаҡ, бөтә йыйып алынған уңыш зарарланыуға дусар буласаҡ. Һаҡлар алдынан бүлбеләрҙе ағас көлө йәки аҡбур менән бутағыҙ. Бәрәңгене һалырҙан алда һаҡлағыс урындарҙы сүп-сарҙан һәм былтырғы уңыш бүлбеләренән таҙартырға, яҡшы итеп дезинфекцияларға кәрәк: бәшмәк һәм үңәҙҙән таҙартырға, киптерергә, аҡларға ла мөмкин. Аҡлағандан һуң бинаны мотлаҡ киптерәләр.
Йәшелсә һаҡланасаҡ урында көкөрт шашкаһын яндырыу ҙа ҡамасауламаҫ ине - был процесс бүлбе өҫтөндә ауы-
рыу тыуҙырыусыларҙы юҡ итәсәк. Һаҡлағанда бәрәңге һәм йәшелсәләр сереүенең төп сәбәбе - төрлө микроорганизмдар - бәшмәктәр һәм бактериялар менән зарарланыу. Һаҡлағанда бәрәңгенең микроорганизмдарҙан һәләк булыуын булдырмаҫ өсөн, уны яҡшы итеп киптерергә һәм мотлаҡ дөрөҫ итеп һаҡларға кәрәк.
Бынан тыш, бураларҙы тултырыу һәм бәрәңгене һалыу ҡалынлығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бәрәңгене күпләп, мәҫәлән, ҙур йәшниккә һалғанда, ул оҙаҡ һаҡланмай. Уңышты бер нисә ағас йәшниккә бүлеп һалыу яҡшыраҡ. Бәрәңгегә зыян килтермәҫ өсөн бүлбеләрҙе һаҡ ҡына һалығыҙ: һәр бер һыҙырылған, бәрелгән урын бактерияларға эскә үтеп инеүгә уңайлылыҡ тыуҙыра. Ямғырлы йәйҙән һуң уңыш яҡшы һаҡланһын өсөн мөгәрәптә ышаныслы вентиляция тәьмин итергә кәрәк. Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, ҡышҡылыҡҡа бәрәңге һалынған соҡорҙо мөмкин тиклем һуңғараҡ ябыу яҡшы булыр ине. Бүлбеләрҙең сирлеләрен айырып алыу өсөн ваҡыты-ваҡыты менән һаҡ ҡына ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Бәрәңгене йыш ҡына тикшереп сығыуҙан ҡурҡмағыҙ, быны һаҡ ҡына эшләгеҙ. Яҡшы уңыш һеҙгә!
Борсоған һорауҙарығыҙ булһа, “Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалдарының район бүлектәренә йәки 8(347)-215-17-03, 8(347)-260-06-39 телефондары бу-йынса үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлектәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
“Россельхозцентр”
ФДБУ-һы филиалы.

Бәрәңге уңышын  нисек һаҡларға
Бәрәңге уңышын нисек һаҡларға
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: