- Йоғошло ауырыуҙарҙан ВИЧ-инфекция тураһында һүҙ алып барғанда, ВИЧ - ул кешенең иммунодефициты вирусы, йәғни кешенең иммун системаһын ҡаҡшатыусы вирус. ВИЧ кеше организмында йәшәй һәм үҫеш ала. Районда ВИЧ-инфекция йоҡторған 137 кеше (78 ир-ат, 54 ҡатын-ҡыҙ) иҫәптә тора. Улар барыһы ла беҙҙең тарафтан контролдә тотола, аңлатыу эштәре алып барыла.
Кеше ВИЧ йоҡторғанда вирус организмды сирҙәрҙән һаҡлаусы иммун системаһын тарҡата башлай. Был процесс күҙгә күренмәй. ВИЧ менән йәшәүсе кеше оҙаҡ йылдар дауамында үҙен яҡшы тойорға һәм күренергә, хатта үҙенең ауырығанын да белмәҫкә мөмкин. Шунан иммун системаһы көсһөҙләнә, кеше ауырыуҙарға тиҙ бирешә башлай.
Ауырыуҙы йоҡторған күпселек кешеләр бер нәмә лә һиҙмәй, йылдар дауамында үҙен яҡшы, сәләмәт тойорға мөмкин. Был осор йәшерен стадия тип атала. Ҡайһы саҡ ауырыуҙы йоҡторғандан һуң, грипҡа оҡшаш билдәләр күренә (тән температураһы күтәрелә, тәндә тимгелдәр барлыҡҡа килә, лимфа төйөндәре ҙурая, эс китә). ВИЧ-инфекция тәбиғи һәм яһалма юл менән дә күсә ала.
ВИЧ йоғоуҙың өс юлы ентекле өйрәнелгән. Енси юл: презерватив ҡулланмайынса ҡылынған һәр төрлө енси бәйләнеш ваҡытында уны йоҡторорға мөмкин, сөнки енси партнёр ВИЧ менән ауырып та, үҙе быны белмәүе ихтимал. Ҡан аша: медицина процедураларын дауахананан тыш башҡарғанда, шприцтарҙы, энәләрҙе һәм башҡа инъекция инструменттарын бергәләп файҙаланғанда, стериль булмаған медицина ҡоралдарынан, косметик, маникюр, педикюр процедуралар үткәргәндә, сит кешенең ҡырыныу әйберҙәрен, теш щеткаһын ҡулланғанда. Әсәнән балаға күсеүе: йөклөлөк осоронда, бала тапҡанда, имеҙгәндә. ВИЧ шулай уҡ ауырыу кешенең ҡанын кешегә һалғанда ла күсергә мөмкин.
ВИЧ күрешкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә, һауыт-һаба, кейем, түшәк кәрәк-ярағы аша, бассейнда, саунала, бәҙрәфтә, бөжәктәр тешләүе аша йоҡмай.
Әлеге ваҡытта ВИЧ-инфекцияға ғына хас профилактика саралары юҡ. Шуға күрә төҙәтеп булмай торған был сирҙән һаҡланыу кешенең йәшәү рәүешенә һәм ҡылыҡтарына бәйле. Һәр ваҡыт һәр ҡайҙа бары тик үҙеңдең гигиена әйберҙәрен тотонорға, төрлө учреждениеларҙа хеҙмәтләндерелгән ваҡытта стериль инструменттар талап итергә, осраҡлы енси бәйләнешкә инеүҙән һаҡланырға кәрәк.
Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап уның ауырыумы-юҡмы икәнен белеп булмай. Организмда ВИЧ булыуын асыҡлауҙың берҙән-бер юлы – ВИЧ-ҡа анализ тапшырыу. Әле был ауырыуҙы дауалап бөтөп булмаһа ла, уны баҫыусы бик күп төрлө дарыуҙар бар. ВИЧ-инфекциялы пациенттарға ҡатнаш терапия ҡулланыла һәм улар дәүләттән бушлай медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡлылар. Анализ тапшырыу өсөн кабинетҡа килеп, документация тултыралар, иммунограммаға ҡан анализы алғас, уны СПИД үҙәгенә ебәрәбеҙ һәм махсус комиссия терапия билдәләй, уға ярашлы, дарыуҙарға рецепт-
тар яҙабыҙ һәм беҙҙән бушлай алалар. Был махсус дауалау сараларын ҡулланыу ауырыу кешенең ҡанында һаҡланыусы лимфоциттарҙың кәмеү процесын һәм сирҙең клиник билдәләренең үҫеше башланыуын тотҡарларға мөмкин. Һуңынан пациенттар табип күҙәтеүе аҫтында булалар, уларҙан йылына ике тапҡыр анализ алып, күрһәткестәренә ҡарап терапияны үҙгәртәбеҙ, йә булмаһа шул килеш ҡалдырабыҙ. Ярты йыл һайын дауаханаға килеп анализ бирергә тейештәр, 70% - ваҡытында килеп бирә, ҡалғандары үҙ һаулыҡтарына битараф түбән ҡатлам кешеләре (эскелек менән мауығыусылар, наркомандар, йәшәр урыны булмай урам буйында йөрөүселәр, тәртипһеҙ тормош алып барыусылар). Шулай уҡ ярты йыл һайын белгестәрҙә диспансер тикшереүе үтергә тейештәр. ВИЧ-инфекциялы әсәнән тыуған балалар (улар – 2) педиатрҙар күҙәтеүе аҫтында булалар.
ВИЧ-инфекция тураһында аңлатыу эше алып барыла: белем биреү учреждениеларында 9-11-се класс уҡыусылары, Ауырғазы күп профилле колледжы студенттары менән лекциялар, әңгәмәләр, тематик дәрестәр үткәрелә. Ауыр тормош хәлендәге үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре менән әңгәмәләр үткәрелә. Йылдың-йылы 1 декабрҙә СПИД менән көрәш көнөндә мәктәптәрҙә аңлатыу лекциялары менән сығыш яһайбыҙ, брошюралар таратабыҙ, видеофильмдар күрһәтелә. Былтыр барлыҡ белем биреү учреждениеларына ла аңлатыуға ҡоролған дискылар таратылды. Үҙәк район дауаханаһы сайтына белешмәләр урынлаштырыла.
Шуны ла оноторға ярамай: медицина хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән генә проблеманы хәл итеп бөтөрөү мөмкин түгел һәм бер ниндәй сара ла бер эшкә лә 100 процент гарантия бирә алмай. Әлеге проблеманы хәл итеүҙә күп нәмә кешенең үҙенән, уның үҙ ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә, башҡаларға булған мөнәсәбәтенән тора. Сәләмәтлегебеҙ - үҙ ҡулыбыҙҙа! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!