Башҡортостан Республикаһында 2024 йылда 129 меңгә яҡын бәлиғ булмаған милек хужаһына бөтәһе 76 миллион һумдан ашыулыҡ мөлкәт һалымдары хисапланды.
Бәлиғ булмаған балаларға мөлкәт һалымдарын түләүгә ҡағылышлы һорауҙарға Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы асыҡлыҡ индерә.
- Бала нисә йәштән һалым түләүсе тип таныла?
- Фатир, ер участкаһы һәм транспорт саралары хужаларының барыһы ла, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һалым түләүсе тип таныла һәм улар үҙ милкендә булған мөлкәткә ҡарата һалым түләргә бурыслы.
- Бала өсөн мөлкәт һалымдарын кем түләргә тейеш?
- Бәлиғ булмаған бала өсөн һалым түләү бурысы, Рәсәй Федерацияһының гражданлыҡ ҡануниәтенә ярашлы, уның законлы вәкилдәре булып торған кешеләргә - ата-әсәһенә, уллыҡҡа алыусыһына йәки опекунына йөкмәтелә.
14-тән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар, законлы вәкилдәренең ризалығы менән, үҙ мөлкәте менән үҙе теләгәнсә идара итергә һәм уның өсөн һалымды үҙе түләргә мөмкин.
- Баланың һалым белдереүен нисек алырға?
- Һалым белдереүҙәре һалым органдары тарафынан заказлы хат итеп ебәрелә, уны баланың йәшәгән урынында теркәлгән адресы буйынса почта бүлексәһенән барып алырға була.
Бәлиғ булмағандың милкендәге һалым һалыу объекты буйынса һалым белдереүе ни сәбәптәндер алынмаған икән, законлы вәкил теләгән һалым органына йәки МФЦ офисына барып уны һорап ала ала. Үҙең менән паспорт һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлығын алып барырға кәрәк. Уллыҡҡа алыусыларға һәм опекундарға тағы ла опека органдарынан алынған документты күрһәтергә кәрәк.
Хәҙерге заманда һалым белдереүен электрон форматта алыу ҡулайыраҡ. Бәлиғ булмаған баланың законлы вәкиле балаға һалым белдереүен, “Семейный доступ” функцияһын тоташтырып, һалым түләүсенең шәхси кабинетында ала ала.
- Һалым түләүсенең шәхси кабинетында “Семейный доступ”ты нисек тоташтырырға?
- Баланың мәғлүмәттәрен ата-әсәнең Шәхси кабинетына индереү өсөн ошоларҙы эшләргә кәрәк:
* баланы Шәхси кабинетҡа тоташтырырға (бының өсөн теләгән һалым органына йәки МФЦ офисына паспорт һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлығын алып, законлы вәкил икәнеңде раҫлатып, барырға мөмкин);
* атайҙың йәки әсәйҙең Шәхси кабинетына инергә, “Профиль”/”Настройки профиля” бүлегендә “Семейный доступ” вкладкаһын һайларға, баланың Шәхси кабинетына запрос ебәреп, бәлиғ булмаған баланы ҡулланыусы булараҡ өҫтәргә;
* баланың Шәхси кабинетына күсергә һәм тейешле төймәгә баҫып, ебәрелгән запросты раҫларға.
Ғаилә доступын тоташтырғандан һуң ата-әсәнең “Һалымдар” бүлегендә балаларҙың өҫтәлгән профилдәре ингән исемлек асыла.
Ата-әсәнең профиленә өҫтәлгән балаларҙың профиле, улар бәлиғ йәшкә етеү менән, автоматик рәүештә алып ташлана.
- Бала өсөн мөлкәт һалымдарын нисек дөрөҫ итеп түләргә?
- Бала өсөн һалымды өлкәндәр өсөн түләгән һымаҡ уҡ түләп була: Һалым түләүсенең шәхси кабинетында, банктарҙың мобиль ҡушымталарында,банктың үҙендә, почтала, түләү терминалы аша һ.б.
- Баланың мөлкәт һалымын түләмәһәң, нимә була?
- Мөлкәт һалымдарын ваҡытында түләмәһәң, срогы үткән һәр көн өсөн пеня хисапланасаҡ.
Шулай уҡ һалым органдары тарафынан бирәсәкте мәжбүри түләттереү саралары күреләсәк. Мәҫәлән, суд бойороғо булған осраҡта балаларҙың бирәсәген ябайлаштырылған ғаилә тәртибендә законлы вәкилдәренән түләттерәсәктәр. Был осраҡта аҡса атайҙың да, әсәйҙең дә иҫәбенән алынасаҡ, сөнки закон буйынса уларҙың икеһе лә бала өсөн бер тигеҙ яуаплы.
Бындай хәлдәргә тарымаҫ өсөн һалым органдары мөлкәт һалымдарын үҙең өсөн дә, балалар өсөн дә ваҡытында – 2024 йылдың 2 декабренән дә һуңлатмай түләп ҡуйырға кәңәш итә.