+28 °С
Болотло
Антитеррор
Белгес аңлата
13 Декабрь 2024, 05:29

МРОТ 25 806 һум була

Башҡортостанда яңы МРОТ 25 806 һум була (НДФЛ тотолғансы). Бындай сумма республикала билдәләнгән 15% район коэффициенты менән бергә иҫәпләнә, тип хәбәр итә дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

МРОТ 25 806 һум булаМРОТ 25 806 һум була
МРОТ 25 806 һум була

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында 2024 йылдың 29 октябрендәге Федераль закон баҫылған. Уға ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта. Рәсәйҙә ул айына 22 440 һумғаса күтәрелде.
- Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһында яҙылғанса, хеҙмәт хаҡы МРОТ кимәленән кәм булмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. – 2024 йылда республикала был сумма – 22 128 һум (НДФЛ менән бергә), сөнки район коэффициенты минималь эш хаҡы күләменә өҫтәп иҫәпләнә.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас