+28 °С
Болотло
Антитеррор
Белгес аңлата
25 Ғинуар 2025, 06:35

130 меңгә алданған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға ҡарата мутлыҡ юлы менән ҡылынған енәйәттәр хаҡында аңлатыу эшен дауам итә.

130 меңгә алданған130 меңгә алданған
130 меңгә алданған

Быйыл 15 ғинуарҙа граждан И.-ның ғаризаһы теркәлде. Унда ул 14 ғинуарҙа мутлыҡ юлы менән үҙенең 131 мең һум аҡсаһын үҙләштергән билдәһеҙ кешене яуапҡа тарттырыуҙы һорай. Асыҡланыуынса, 14 ғинуарҙа гр. И.-ға “WhatsApp” мессенджеры аша “Рәсәй почтаһы” эмблемалы абонент номерынан шылтыратып, инде бер ай почта бүлексәһенән хат барып алмайһығыҙ, тип белдерәләр. Ир был хаҡта белмәүен әйтә. Шунан уға телефонда “Демонстрация экрана” функцияһына баҫырға ҡушалар, ир шулай итә. Артабан шул уҡ “WhatsApp” мессенджерынан шылтыратып, үҙен “Госуслуги” хеҙмәткәре тип таныштырыусы кеше И.-ның шәхси кабинетында шикле әүҙемлек бара, шуға, шәхси кабинетты яңынан тергеҙер өсөн, телефонға киләсәк СМС-тағы кодты әйтергә кәрәк, ти. Тиҙҙән код килә, ләкин, “хеҙмәткәр” телефон экранына доступ алғанлыҡтан, И.-нан кодты әйттереп тә тормайҙар. Шунан һуң “хеҙмәткәр”, хәҙер РФ Үҙәк банкынан шылтыратасаҡтар, нисек ят кешеләр һеҙҙең мәғлүмәттәргә үтеп ингәнен уларға үҙегеҙ һөйләп бирегеҙ, ти.
Бер аҙҙан йәнә “WhatsApp”-тан шылтыратып, үҙен “Үҙәк банк”тың хәүефһеҙлек хеҙмәте менеджеры тип танытҡан ир гражданин И. исеменә мошенниктар кредит алдырырға итә, тип белдерә, И.-ның ниндәй банк карталары барлығын да белә. Улар өс сәғәт тирәһе һөйләшә, теге ир И.-ға мутлашыу ысулдары тураһында һөйләй, хәҙер мошенниктар кешеләр исеменә кредит тултыртҡанда аҡсаны шундуҡ үҙҙәренә ала алмай, айырым база бар һәм был аҡсалар ваҡытлыса шунда һаҡланып тора, ти. И.-ның кредит картаһында булған аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә һалырға кәрәк, ти. Шунан И. шылтыратыусы өйрәтеп торғанса, банкоматҡа барып 134 мең һум аҡса сығарып ала. Машинаға сығып ултырғас, шылтыратыусы ҡушҡанса, телефонына “Сберпей” ҡушымтаһын скачать итә, теге ир үҙенең Альфа-Банктағы картаһының номерын ебәрә. Шунан банкоматҡа кире килеп, бая әйткән номерлы картаға 134 мең һум аҡсаны ебәрергә ҡуша. Банкомат 131 мең һумды ҡабул итә, аҡса теге иҫәпкә уңышлы күсә.
15 ғинуарҙа И. эшкә килгәс, үҙе менән булған хәлде һөйләй. Хеҙмәттәштәре уға тиҙерәк полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә, сөнки бынан алдараҡ полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, ошондайыраҡ мутлашыу ысулдары хаҡында әңгәмә үткәргән була. Ләкин И. мошенниктарға ышана һәм 131 мең һумға алдана.
Район эске эштәр бүлеге иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ. Банк, МФЦ, дәүләт хеҙмәттәре һәм башҡа ойошма хеҙмәткәре тип шылтыратһалар (шул иҫәптән “WhatsApp”, “Telegram”, “Viber” һәм башҡа мессенджерҙар аша), артабан һөйләшмәгеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шик-
ле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән шәхси номерҙары буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Шикле һылтанмалар буйынса һәм тикшерелмәгән сайттарға үтмәгеҙ.
Алдаҡсыларға аҡсағыҙҙы барыбер күсергәнһегеҙ икән һәм һеҙгә: урланған аҡсаларығыҙҙы ҡайтартып була, аферистарҙы тоторға ярҙам итәбеҙ, тип тағы-тағы шылтыратһалар, ҡайһы берҙә йәшерен яҙышыуҙарығыҙҙы (фотоларығыҙҙы) фаш итеү, яҡын кешеләрегеҙҙе үлтереү менән янап, хәрби комиссариаттарға, полиция бүлектәренә, банк учреждениеларына һәм башҡа гражданлыҡ инфраструктураһы объекттарына ут төртөү кеүек законға ҡаршы эштәргә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен дискредитациялаған ғәмәлдәргә этәрәләр икән, уларға ышанмағыҙ. Улар урланған аҡсаларҙы ҡайтармаясаҡ, ә һеҙҙе эшләргә ҡотортҡан ғәмәлдәр диверсия йәки террористик акт кеүек енәйәт язаһына тарттырылыусы ғәмәл булып тора, уларҙы ҡылған өсөн 20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Бындай һәр осраҡ тураһында кисекмәҫтән полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ. Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенең дежур часы телефоны: +7 (34740) 2- 12-02.
Раян МӨХӘМӘТШИН,
бүлек начальнигы, полиция
подполковнигы.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас