Былтырғы үләнде үртәү тәбиғәт өсөн файҙалы, ул урында үлән дә һәйбәтерәк үҫә, тигән яңылыш фекер бар. Асылда, тәбиғәт өсөн уттан да зыянлыраҡ нәмә юҡ. Эйе, күпмелер ваҡыттан үртәлгән ерҙәге янғын ҡарайтҡан урында йәшеллек морон төртә, ләкин унда элеккесә үләндәр күп төрлөлөгөн күреп булмаясаҡ. Киреһенсә, тамырҙары ныҡ үҫешкән сүп үләндәре генә үртте еңел үткәрә һәм бушаған ҙур биләмәләрҙе тиҙ генә баҫып ала. Үлән янғыны көслө булһа, ҡоро үлән араһында йәки ерҙең өҫкө ҡатламында йәшәүсе барлыҡ йәнлектәр һәләк була. Янғын урынында йомортҡа һалынған ҡош оялары, утҡа бешкән ҡусҡарҙар, кимереүселәр, ваҡ һөтимәр йәнлектәр йыш табыла.
Яҙ етеү менән кешеләр үҙ ихата биләмәләрен, уның эргәләрен тәртипкә килтерергә ашыға, тик янғын хәүефһеҙлеген онотоп, көнкүреш сүп-сарына, кипкән үҫемлектәргә ут төртә, шул рәүешле мөлкәтенә зыян килтерергә, үҙе етди йәрәхәт алырға, хатта үлергә мөмкин икәнен уйламай.
Рәсәй Федерацияһы Янғынға ҡаршы ҡағиҙәләренә ярашлы, территорияларҙы яныусан ҡалдыҡтарҙан, сүптән, бушаған һауыттарҙан, ҡойолған япраҡтар һәм үләндән ваҡытында таҙартырға кәрәк. Һауыт һәм ҡалдыҡтарҙы бина һәм ҡоролмаларҙан 50 метрҙан да яҡын арала үртәргә ярамай. Шулай уҡ ауыл биләмәләре территорияһында яғыулыҡ ҡалдыҡтары сүплеге яһау тыйыла. Ҡоро, эҫе, елле һауа торошо ныҡлап урынлашһа, шулай уҡ янғынға ҡаршы айырыуса режим индерелгәндә территорияларҙа усаҡ яғыуға, айырым участкаларҙа янғын йәһәтенән хәүефле эштәр башҡарыуға, мейескә, аш-һыу бешереү усаҡтары һәм ҡаҙанлыҡ ҡорамалдарына ут яғыуға ты-йыу индерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, практика күрһәтеүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа янғындарға производство мәҙәниәте етмәү сәбәпсе була. Башлыса, объект-тар биләмәһендә янғынға ҡаршы хәл өсөн яуаплы вазифалы кешеләр үҙҙәре ут сығыуға килтерерлек шарт тыуҙыра.
Көҙҙән ауыл хужалығы предприятиелары барлыҡ баҫыуҙарҙан да һаламды йыйып алып өлгөрмәй. Яҙын уны йыйып алыу бик ҡыйын, техника ватыла. Уны һөрөп ташлау варианты бар, тик был юл өҫтәмә сығым талап итә. Иң арзаны – ут төртөү. Һөҙөмтәлә тотош яҡын-тирә төтөнгә сәсәй. Тыйыуға ҡарамаҫтан, айырым етәкселәр ауыл хужалығы ихтыяжына үртәү уҙғарыуға рөхсәт бирә.
Күп кешеләр ялдарҙа йылға-күл буйҙарына тәбиғәткә сығып ял итә, балыҡ тота. Һәр ваҡыт тиерлек бындай ялда усаҡ яғалар, ә был тәбиғәт янғындарына сәбәп булыуы бик ихтимал. Уларҙы һүндереү - күпме кешеләрҙең ғәйәт ҙур хеҙмәте, бик күп матди сығымдар.
Балаларҙың янғын сәбәпсеһе, бәғзе ваҡыт хатта ҡорбаны булған осраҡтар айырыуса борсоуға һала. Яҙын күберәк тышта йөрөгән балалар, ата-әсә яғынан тейешле иғтибар булмауҙан файҙаланып, дуҫтары менән бергә усаҡ ҡабыҙа, ә ул оло-ҡара янғынға әйләнеп китеүе бик ихтимал.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ хаҡында ла иҫкәртке килә. РФ КоАП-ының 20.4-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға биштән алып ун биш мең һумға, вазифалы кешеләргә – егерменән алып утыҙ мең һумға тик-лем, юридик берәмек ойоштормайынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе кешеләргә – ҡырҡтан алып алтмыш мең һумға, юридик берәмектәргә – өс йөҙ меңдән алып дүрт йөҙ мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Янғынға ҡаршы айырыуса режим осоронда ҡылынған шул уҡ ғәмәлдәр өсөн, РФ КоАП-ының 20.4-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы, граждандарға – ун меңдән егерме мең һумға, вазифалы кешеләргә – утыҙҙан алып алтмыш мең һумға, юридик берәмек булып тормаған эшҡыуарҙарға – алтмыш меңдән һикһән мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә дүрт йөҙ меңдән алып һигеҙ йөҙ мең һумға тиклем административ штраф һалына.
Иҫтә тотоғоҙ! Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын ҡәтғи үтәү генә янғындарҙы булдырмаясаҡ, граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереүҙән, ҙур матди зыян күреүҙән һаҡлаясаҡ!
Яҡындарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Илшат САТТАРОВ,
Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы,
эске хеҙмәт подполковнигы.