

Эйе, мошенниктар йоҡламай, яңынан-яңы юлдар табып, кешеләрҙең аҡсаһын һурырға тырыша. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы ветерандарға бирелеүсе түләүҙәргә лә улар “һунар итәсәк”. Шуға ла ветерандарҙың үҙҙәренә лә, уларҙың туғандары, яҡындарына ла был йәһәттән һиҙгер булырға кәрәк. Алдаҡсылар мәғлүмәт-телекоммуникация сараларын ҡулланып та, социаль хеҙмәткәр йәки башҡа хеҙмәттәрҙән: банктан, МФЦ, дәүләт хеҙмәттәренән тип алдап танытып та, һеҙҙең ышанысҡа керергә маташыр. Ундай шылтыратыуҙар килә икән – һөйләшеп тә тормағыҙ, бәйләнеште туҡтатығыҙ. Өлкән йәштәге яҡындарығыҙҙы ла был хаҡта даими иҫкәртеп тороғоҙ.
Бары тик берлектәге тырышлыҡ менән генә дуҫтарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы был бәләнән ҡурсалай алырбыҙ.
Жәлил ҒӘЙНУЛЛИН,
бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы,
эске хеҙмәт подполковнигы.