

Һуған – иң яратып үҫтерелеүсе йәшелсә культураһы булып тора, ҡоротҡостар ҙа уны урап үтмәй. Шуларҙың иң таралғаны һәм зыянлыһы – уңыштың шаҡтай өлөшөн юҡ итергә һәләтле һуған себене.
Һуған себене (Delia antiqua) ғәҙәти бүлмә себененә оҡшап тора. Тәне уртаса 6-7 мм оҙонлоҡҡа етә һәм һарғылт-һоро төҫтә була. Был ҡоротҡос тәүләп яҙҙың икенсе яртыһында оса башлай, был хәл бәпембәләр сәскә атҡан саҡҡа тура килә. Инә себендәр йомортҡаһын төркөм-төркөм итеп (7-12 бөртөкләп) һала. Йомортҡаларын һуғанбаштарға ла, рәт араһында тупраҡ аҫтына ла һала ала. Бер нисә көндән йомортҡаларҙан 10 мм оҙонлоҡҡа етеүсе аҡ ҡарышлауыҡтар сыға. Улар туп-тура башлы һуғандың төбөнә йүнәлә, һуғандың йомшағына үтеп инеп, уны эстән кимерә башлай.
2-3 аҙнанан улар һуғанбаштан килеп сыға, тупраҡта 15-20 см тәрәнлектә ҡурсаҡҡа әйләнәләр. Тағы ла 2-3 аҙнанан ошо ҡурсаҡтарҙан зарарлы себендең яңы быуыны осоп сыға.
Себен күпләп үрсеһә, бер һуғанбашта бер юлы бер нисә тиҫтә ҡарышлауыҡ күрергә була. Зарарланған һуғанбаштар йомшара, серей һәм ашауға яраҡһыҙға әйләнә.
Себендәр барлыҡҡа килгәс, уның менән көрәшеүе бик ауыр һәм көткән һөҙөмтәне бирмәҫкә мөмкин. Ваҡытында профилактик саралар күреү өсөн ҡоротҡостоң түтәлдәргә ябырылыуының сәбәптәрен белергә кәрәк. Сәбәптәр иһә төрлөсә булырға мөмкин: сәсеү әйләнеше ҡағиҙәһен үтәмәү ҙә, баҡсала культураларҙы дөрөҫ урынлаштырмау ҙа, һуғанды һуңға ҡалып ултыртыу ҙа, зарарланған һәм сәсер алдынан эшкәртелмәгән орлоҡ ҡулланыу ҙа.
Һуғанға ҡоротҡостар зыян килтергәне үҫемлектең ер өҫтөндәге өлөштәрендә лә, ер аҫтындағыһында ла күренә. Һуғандың үҫеүе әкренәйә, йәшел һабаҡтары һарғая, һулый һәм кибә. Һаҫыҡ серек еҫе сыға. Һуғанбаштар ҙа йомшарып, серей, уларҙың эсендә аҡ ҡарышлауыҡтар (личинкалар) булған ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килә.
Көрәш ысулдары
Һуған себене менән көрәштә профилактик ысулдар ҙа, дауалау саралары ла ҡулланырға була: тәмәке саңы, көл, әрем төнәтмәһе, нашатыр спирты, инсектицид саралар һ.б. Шуларҙан экологик яҡтан иң хәүефһеҙҙәренә туҡталайыҡ.
Тәмәке саңы
Һуған себене тәмәке еҫенә түҙә алмай. 10-14 көн һайын һуған рәттәре араһына тәмәке онтағын һибеп сығырға кәрәк. Быны сираттағы һыу һипкәндән һуң бер нисә сәғәт үткәс эшләү яҡшы, һуңынан үҫемлек тирәһендәге ерҙе йомшартып, тәмәке саңын тупраҡ менән аралаштырырға.
Нашатыр спирты
Ҡоротҡостар күренә икән, 4-5 көн ара менән үҫентеләргә 10 л һыуға 3 аш ҡалағы нашатыр һалынған иретмәне һибергә кәрәк. Себен ҡарышлауыҡтарынан профилактика сифатында бындай иретмәне һәр 10-12 көн һайын һибеп тороу ҙа етә. Тик нашатыр спирты үҫемлектәр өсөн азотлы ашлама ла булып тора, шуға бындай сараларҙы июнь уртаһына тиклем генә эшләргә кәрәк.
Ҡайын дегете
Ҡайын дегете ныҡ көслө еҫле, ул эфир майҙары кеүек тиҙ осоп бөтмәй, шуға ла һаҡлағыс көсө лә оҙаҡҡараҡ етә.
Ҡайын дегете һыуҙа иреп бармай, һауытҡа һылашып ҡала. Уны эҫе һыуҙа, тағы ла яҡшырағы һабын иретмәһендә шыйыҡларға кәрәк.
Себен осҡан осорҙа, июнь аҙағы – июль башында һуған түтәлдәренә даими рәүештә дегет иретмәһе (10 л һыуға 1 аш ҡалағы) һибәләр.
Көл
Себен һуғаны менән көрәштә иң һөҙөмтәле һәм ябай ысул – даими рәүештә түтәлдәргә ағас көлө борхотоу. Көлдө ғәҙәттә һуған рәттәре араһына, дымлы тупраҡҡа мул итеп һибәләр, аҙаҡ тупраҡ менән аралаштыралар. Был процедураны һәр 2 аҙна һайын үткәреү етә.
Әрем
Яңы йыйылған йәш әрем һабаҡтарын һуған рәттәре араһына һалып сығырға, улар һулыуға яңыларына алыштырырға кәрәк. Әремдән төнәтмә әҙерләргә лә мөмкин. Төнәтмәне лейка менән үҫемлектәргә мул итеп ҡойорға кәрәк. Профилактика маҡсатында 10-14 көнгә бер ошо процедураны эшләйҙәр.
Шуны аңларға кәрәк: ҡоротҡос тотош йәй буйы оса, йомортҡа һала.Шуға күрә был себендән эшкәртеүҙе һәр 8-15 көн һайын үткәрергә кәңәш ителә. Даими булмаған, бер йәки ике тапҡыр ғына эшкәртеүҙән теләгән һөҙәмтәгә өлгәшеп булмай, уңыштың да байтағы юҡ ителәсәк. Ҡоротҡос менән көрәштә системалы эшләү мөһим.