+28 °С
Болотло
Антитеррор
Белгес аңлата
8 Июль 2025, 06:14

“Иғтибар: алдаҡсылар!”

30 июлдән районда “Иғтибар: алдаҡсылар!” тип аталған оператив-профилактик сара башланды, ул 6 июлгә тиклем барасаҡ.

“Иғтибар: алдаҡсылар!”“Иғтибар: алдаҡсылар!”
“Иғтибар: алдаҡсылар!”

2025 йылдың биш айында ғына Башҡортостанда йәшәүселәр алдаҡсыларға 1,5 миллиард һум тирәһе аҡса күсергән. Көн һайын республика кешеләре телефон һәм интернет мошенниктарының этлеге арҡаһында 10 миллион һум самаһы аҡсаһын юғалта. Иң ныҡ таралған юл - үҙҙәрен полиция, ФСБ, банк йәки “Госуслуги” порталы хеҙмәткәре тип танытып шылтыратыуҙар.
Элегерәк башлыса өлкән йәштәге кешеләр алдаҡсылар ҡорбаны булһа, хәҙер барлыҡ йәштәгеләр ҙә улар тоҙағына эләгә. Шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәре барыһына ла интернетта таныш булмаған кешеләрҙең мәғлүмәттәренә үтә һаҡ ҡарарға саҡыра. Мутлашыусыларға бер төптән ҡаршы торор өсөн, туғандарҙы, дуҫтарҙы, хеҙмәттәштәрҙе лә был хаҡта иҫкәртеп торорға кәрәк.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ныҡ һиҙгер булырға, һәр мәғлүмәтте ҡабатлап тикшерергә кәңәш итә. Таныш түгел әҙәмдәргә ышанмағыҙ, бигерәк тә улар һорай тип аҡса ебәрмәгеҙ. Мутлашыусылар бер туҡтауһыҙ яңы алдау ысулдары уйлап сығарып тора, шуға иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк.

Раян МӨХӘМӘТШИН,
Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлеге начальнигы.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас