+28 °С
Болотло
Антитеррор
Белгес аңлата
8 Июль 2025, 06:05

Урмандарға барһаң, аҙашып ҡуйма...

Урмандарыбыҙ еләк-емеш, бәшмәккә йомарт. Улар өлгөргән мәлдә йөҙәрләгән кеше тәбиғәт ҡосағына сыға, ләкин көтөп алған сәфәрҙең күңелһеҙ тамамланған осраҡтары ла була. Йыл да урмандарҙа бик күп кеше юғала (быйыл ғына беҙҙең район биләмәһендә бәшмәккә барған 3 кеше аҙашты).

Урмандарға барһаң, аҙашып ҡуйма...Урмандарға барһаң, аҙашып ҡуйма...
Урмандарға барһаң, аҙашып ҡуйма...

Ошо сәбәпле, районыбыҙ кешеләрен һәм ҡунаҡтарын еләк-бәшмәк миҙгелендә айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булырға, балаларҙы һәм оло йәштәге кешеләрҙе үҙҙәрен генә урманға ебәрмәҫкә саҡырабыҙ. Урманға барғанда үҙеңде нисек тоторға икәнен иҫтән сығармағыҙ:
- Урманға барырға булһағыҙ, күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ, яҡындарыңды, туғандарыңды борсоуға һалмаҫ өсөн ҡайһы тирәгә барырға йыйыныуыңды, ҡасаныраҡ ҡайтасағығыҙҙы әйтеп китегеҙ;
- Бараһы ерҙе алдан уҡ картаға ҡарап өйрәнегеҙ, урындағы билдәләрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ;
- Урманға китерҙән алда кеҫә телефонына аҡса һалығыҙ, батарейкаһына көс йыйҙырығыҙ;
- Таныш булмаған ерҙә урман төпкөлөнә инмәгеҙ. Барыбер алыҫҡараҡ инергә тура килә икән, үткән юлығыҙҙан кире әйләнеп ҡайтырлыҡ итеп билдәләр ҡалдыра барығыҙ;
- Үҙегеҙ менән компас, кеҫә фонары, шырпы, бәке, бер аҙ һыу һәм ашамлыҡ алығыҙ. Гел дарыу эсеп тороусыларға, ә улар башлыса өлкән кешеләр, үҙе менән дарыуҙарын алырға кәрәк;
- Өҫ-башҡа һауа торошона ярашлы итеп кейенергә кәрәк. Сағыуыраҡ төҫтәге кейем кейергә тырышығыҙ. Иң яҡшыһы – ерән, ҡыҙыл, һары, аҡ куртка. Кейемдә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар (һүрәттәр) булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Тығыҙ туҡыманан тегелгән салбар һәм курткаларға, резина итектәргә һәм ныҡлы ботинкаларға өҫтөнлөк бирегеҙ.
- Ямғырҙан һаҡланып ябынып торор, йә ышыҡ яһар өсөн полиэтилен плёнка һалып алығыҙ;
- Юлда барғанда мөмкин тиклем күберәк нәмәләрҙе – ғәҙәти булмаған ағастарҙы, йырын, таштарҙы һ.б. иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. Шул саҡта килгән урынға ҡайтыуы еңелерәк булыр.
Әгәр урманда аҙашһағыҙ:
1. Паникаға бирелмәгеҙ. Туҡтағыҙ ҙа ҡайһы яҡтан килгәнегеҙҙе уйлағыҙ, ҡысҡырған, эт өргән һәм машина тауыштары ишетелмәйме – тыңлағыҙ. Эшләүсе тракторҙың гөрөлдәүе, эт өрөүе, автотранспорт, үтеп барған поезд тауыштары кешеләр янына сығырға ярҙам итәсәк.
2. Булдыра алһағыҙ, бейек ағасҡа үрмәләп менегеҙ ҙә тирә-яҡты ҡарағыҙ. Һеҙ килеп туҡтаған урын нимәһе менән айырыла (йылға, ҡырҡын, ауыл һ.б. күренмәйме)?
3. Һеҙҙе эҙләйәсәктәрен ныҡлы беләһегеҙ икән – шул урында ҡалығыҙ, ә инде юлды үҙегеҙгә эҙләргә тура килһә – урап-урап йөрөмәҫкә, ҡояш торошона ҡарап йүнәлеш билдәләргә тырышығыҙ. Электр тапшырғыс линия, тимер юл, газ үткәргес, йылға янына килеп сыҡһағыҙ, бик яҡшы – был объекттар буйлап килһәгеҙ, кешеләр янына барып сығырһығыҙ.
4. Китеп барғанда артығыҙҙан билдәләр, эҙҙәр ҡалдырығыҙ: ботаҡ һындырығыҙ, таштарҙан уҡ һүрәте теҙегеҙ, берәй ҡыуаҡҡа сепрәк бәйләп ҡалдырһағыҙ, үҙегеҙгә лә, һеҙгә ярҙам итергә теләүселәргә лә файҙаһы булыр.
5 .Урманда саҡта иң мөһиме – үҙеңде ҡулда тотоу һәм түбәндәгеләрҙе онотмау:
* төндә барырға ярамай, төн - ял итер, көс туплар өсөн;
* йәнлектәр һалған һуҡмаҡтарҙан йөрөмәҫкә, сөнки йыртҡыс хайуандарға тап булыуығыҙ бар, ә был бик хәүефле;
* урмандың батҡыл, бигерәк тә ылымыҡ ҡаплаған һаҙлыҡлы урындарына яҡын килмәгеҙ;
* үҙегеҙ белмәгән, таныш булмаған еләк-емеш һәм бәшмәктәрҙе ашамағыҙ.
6. Урмандан үҙаллы ғына сыға алмайһығыҙ икән, телефондан “112” һанына, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Килгән маршрутығыҙҙы ентекле һүрәтләп бирергә тырышығыҙ. Урманға ҡайһы тирәнән кергәнегеҙҙе, нимәләр эргәһенән үткәнегеҙҙе (күл, һаҙлыҡ, траншеялар һәм башҡа яҡынса ориентирҙар) мотлаҡ әйтегеҙ.
Бына ошондай ябай ғына кәңәштәрҙе тотһағыҙ, һеҙҙең өсөн урманға сығыу ғәҙәттән тыш хәлгә әйләнмәҫ.
Раян МӨХӘМӘТШИН,
Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлеге начальнигы,
полиция подполковнигы.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас