+28 °С
Болотло
Антитеррор
Белгес аңлата
9 Июль 2025, 04:35

Ҡапҡанға ҡабып ҡуймағыҙ!

Йыл һайын 26 июндә Халыҡ-ара наркомания һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш көнө билдәләнә. Был көн БМО-ның генераль Ассамблеяһы тарафынан 1987 йылдың 7 декабрендә булдырыла.

Наркомания – заманыбыҙҙың иң ҡурҡыныс күренеше тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Көндән-көн күпме кеше проблемаларҙан, стрестан ҡасыр өсөн уның ауына эләгә. Ләкин бындай “ҡасыу” үтә ҡиммәткә төшә, ә үҙ-үҙең өҫтөндә үткәргән һынауҙы кирегә әйләндереү мөмкин түгел. Тәүҙә ысын проблемаларҙан, уңышһыҙлыҡтарҙан ҡотҡарған һымаҡ тойолған ләззәт бөтмәҫ ғазапҡа һәм тотош бушлыҡҡа әүерелә.
Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлеге начальнигы Р.Мөхәмәтшин һөйләүенсә, наркотик һәм токсик матдәләр ҡулланыу шәхестең рухи ярлыланыуына, организмдың физик яҡтан бөтөрөнөүенә килтерә. Бындай кешенең яҡындары, туғандары ла йонсой. Шуға ла тормоштағы проблемаларҙан ҡасыу өсөн наркотиктарҙы һайлау һәр бер кеше өсөн дә ғәфү ителмәҫлек, уны һәләкәткә илтеүсе юл булып тора.
- Үҫмерҙәр араһында наркоманияны булдырмауҙың иң һөҙөмтәле профилактик ысулы булып кесе мәктәп йәшенән үк балаларға әүҙем аңлатыу эше алып барыу тора. Шундай сараларҙы даими уҙғарғанда, балаларҙа наркотиктар хаҡында телгә алыу менән уларға ҡарата ҡәтғи кире ҡараш формалаша. Бындай саралар наркотиктарға бәйлелекте һәм наркотик матдәләргә психологик ынтылышты булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Ошо маҡсаттан сығып, полиция хеҙмәткәрҙәре наркомания һәм алкоголизмдың зыяны тураһында бәлиғ булмағандар менән даими рәүештә профилактик лекциялар уҙғара. Балаларҙың ата-әсәләре менән эшләү ҙә мөһим. Уларҙың һәр ҡайһыһы наркотиктарҙан илереү билдәләрен белеп торорға тейеш. Был уларға балаһының наркотик ҡулланмаймы икәнен шундуҡ асыҡларға һәм ярҙам, консультация һорап белгестәргә үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итергә ярҙам итәсәк.
Наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәргә килгәндә, полиция бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылда Ғафури районында 10 енәйәт теркәлде (2023 йылдағынан 3-кә күберәк). Шуларҙан: 7-һе РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса – наркотик сараларҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, транспортта алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү, шулай уҡ составында наркотик саралар, психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе йәки уларҙың киҫәктәрен законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, транспортта алып барыу; 3-һе РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһы буйынса - наркотик сараларҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ етештереү, һатыу йәки ҡайҙалыр ебәреү, шулай уҡ составында наркотик саралар, психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе йәки уларҙың киҫәктәрен законһыҙ етештереү, һатыу йәки ҡайҙалыр ебәреү. Законһыҙ әйләнештән 80 грамм наркотик матдә (шуларҙан каннабис (марихуана) – 7,134 г, мефедрон – 7,537 г, N-метилэфедрон – 64,57 г) тартып алынды.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса: РФ КоАП-ының 6.9-сы статьяһы буйынса (табип тәғәйенләмәйенсә наркотик йәки психотроп матдәләр ҡулланыу) – 14 факт; РФ КоАП-ының 6.9.1-се статьяһы буйынса (табип тәғәйенләмәйенсә наркотик йәки психотроп матдәләр ҡулланыу сәбәпле, наркоманиянан дауаланыуҙан, диагностика һәм профилактик саралар үтеүҙән, медицина һәм (йәки) социаль реабилитациянан ҡасып йөрөү) – 4 факт.
Ағымдағы йылда РФ ЕК-һының 228-се статьяһы буйынса ике һәм 228.1-се статьяһы буйынса бер енәйәт теркәлде. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса РФ КоАП-ының 6.9 – 6-сы статьяһы буйынса алты осраҡ булды, - ти Раян Рамазан улы.
Полиция хеҙмәткәрҙәре наркотиктар ҡулланыуҙан баш тартырға саҡыра һәм наркотик матдәләрҙе һаҡлаған, таратҡан өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ наркотик матдәләр әҙерләгән, һатҡан урындар, уларҙы таратыусы кешеләр тураһында мәғлүмәтте ышаныс телефонына: 8(34740)2–19-82 еткерергә мөмкин икәне тураһында ла иҫкә төшөрә хоҡуҡ һаҡсылары. Эске эштәр бүлегенең дежур бүлеге, кәрәҙле телефон: 8(999)74-111-61 йәки 02.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас