+28 °С
Болотло
Антитеррор
Белгес аңлата
21 Июль 2025, 10:26

Стәрлетамаҡ кешеһе мошенниктарға миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән

73 йәшлек пенсионер ҡатынға тәүҙә домофон алыштырыу буйынса, һуңыраҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарынан тип шылтыратҡандар. Үҙенең һаҡлыҡ аҡсаларын мошенниктарҙан ҡотҡарам тип, ҡатын 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын аферистарға ебәрә.

Башҡортсоан Республикаһы буйынса ЭЭМ иҫкәртә:

- телефонға килгән СМС кодтарын бер кемгә лә әйтмәгеҙ

- Госуслугиға инеү мәғлүмәттәрен юғалтһағыҙ, ҡурҡмағыҙ. Уларҙы тергеҙергә була, ә бына аферистарға ебәргән аҡсаны ҡайтарыуы үтә ҡатмарлы.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЭЭМ-дың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас