Белгес аңлата
1 Августа 2025, 04:05

Бәләкәй водителдәрҙең үлемендә кем ғәйепле?

Быйыл 16 йәше тулмаған “уҙышсылар” арҡаһында 24 авария теркәлгән, уларҙа ике бала һәләк булған.

Бәләкәй водителдәрҙең үлемендә кем ғәйепле?Бәләкәй водителдәрҙең үлемендә кем ғәйепле?
Бәләкәй водителдәрҙең үлемендә кем ғәйепле?

Республиканың дәүл автоинспекторҙары саң ҡаға: беҙҙең юлдарҙа был тиклем бәләкәй водителдәр әлегәсә бер ҡасан да булмаған.
– Питбайктар, квадроциклдар, электр самокаттары, гироскутерҙарға эйә булыу бик еңел. Законға ярашлы, уларҙы теләге булған һәр кем һатып алырға мөмкин, – ти БР Дәүләт автоинспекцияһының өлкән инспекторы полиция майоры Линар Зиннуров. – Әгәр элек ата-әсәләр яҡшы тәртибе өсөн балаларына уйынсыҡ йәки телефон бүләк итһә, хәҙер ике тәгәрмәсле транспорт сараһы алыуҙы хуп күрә.
Хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта 16 йәшкә тиклемге водителдәр ҡатнашлығында 56 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бәлиғ булмаған ике үҫмер һәләк булған, 53-ө йәрәхәтләнгән. 11 осраҡта балалар автомобиль менән идара иткән, 24-ендә – мототранспорт менән. 24 авария бәләкәй водителдәрҙең ғәйебе менән булған. Меңдән ашыу йәш “уҙышсы” юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, шул иҫәптән 83-ө техника менән иҫерек килеш идара иткән.
Үлемесле бүләк
Питбайкта йәки мотоциклда йөрөү һәр малайҙы ылыҡтыра. Бөгөн, социаль селтәрҙәрҙә күптәр үҙенең техникаһы менән маҡтанғанда йәки тура эфирҙа уҙыш эмоциялары менән уртаҡлашҡанда, тиҙ йөрөшлө транспорт һатып алырға теләүселәр артҡандан-арта бара. Үҫмерҙәр ата-әсәһен питбайк һатып алырға өгөтләй һәм улар, бының хәүефле икәнен аңлаһа ла, ризалаша. Бындай транспортты теркәргә кәрәкмәй, водитель таныҡлығы ла талап ителмәй. Закон буйынса бала питбайкта махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа, ауыл ситендәге юлдарҙа йөрөй ала, әммә өлкәндәр иртәме-һуңмы йәш водителдең трассаға сығасағын аңларға тейеш.
30 июндә республиканың Ҡалтасы районында юл-транспорт ваҡиғаһында 14 йәшлек ике малай һәләк булған. Балалар йәйге каникулда туғандары янында ял иткән. Береһенең питбайкы була. Йөрөп килергә һәм был шөғөлдө видеоға төшөрөргә ҡарар итәләр: шлемға GoPro камераһын ҡуялар. Үкенескә ҡаршы, был сәфәр улар өсөн һуңғыһы була. Трассаға сыҡҡас, малайҙар ҡаршы килгән “Лада Гранта”ға бәрелә. Ҡот осҡос аварияла уларҙың иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмай: йәш водитель урында уҡ һәләк була, пассажиры ашығыс ярҙам машинаһында йән бирә.
Баймаҡ районында ла бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 17 йәшлек үҫмерҙәр иҫерткес эсемлек эскәндән һуң, береһенең туғанынан питбайк алып, йөрөргә сығып китә. Спиртлы эсемлек тәьҫире һәм машина йөрөтөү йәһәтенән тәжрибәһеҙлек пассажирҙың питбайктан ҡолап ҡалыуына килтерә. Йәш водитель, ҡурҡып, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса, әммә тиҙҙән уны ҡулға алалар. Иптәшен дауаханаға алып киләләр, биш көндән һуң ул алған йәрәхәттәренән вафат була.
Алты йәшенән руль артында
Әгәр үҫмерҙәр ата-әсәләрен мототранспорт һатып алырға күндерә икән, тимәк, өлкәндәр балаларын үҙҙәре руль артына ултырта. Быйыл юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған иң йәш водителгә алты йәш булған. Ошо көндәрҙә улар тағы ла бер шундай осраҡ тураһында хәбәр итте: Ғафури районында инспекторҙар һигеҙ йәшлек малайҙы туҡтатҡан. Мини-питбайкты уға атаһы һатып алған. Бәләкәй балаға транспорт сараһы менән идара итергә рөхсәт биргән өсөн ата-әсә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған: уларға 30 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк. Питбайкты штраф туҡталҡаһына алып киткәндәр. Шулай уҡ тикшереү материалдары бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән. Унда ата-әсәне үҙ балаһын тейешенсә тәрбиәләмәгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Руль артына ултырма, малай!
Май айында республиканың ЮХХДИ инспекторҙары йәмәғәтселектең иғтибарын әлеге проблемаға йәлеп итеү өсөн “Руль артына ултырма, малай!” тигән социаль акция башлап ебәрҙе.
– Беҙ балаларҙы рулгә ултыртыуҙы тулыһынса тыябыҙ. Бөтә ата-әсәләрҙе лә үҙ балаһына ҡарата шундай позицияла булырға саҡырабыҙ, – ти Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

 

Ни өсөн ҡурҡыныс:

- тиҙ генә юғары тиҙлек (сәғәтенә 100 км ашыу) йыя ала
- машина менән идара итеү күнекмәләренә эйә булмаған үҫмерҙәр йыш ҡына тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөрөй
- балалар тейешле тәжрибәгә эйә булмайынса һәм махсус кейем кеймәйенсә ҡатмарлы трюктар башҡара
- питбайктар мотоциклдарҙан бәләкәйерәк, уларҙы юлда абайлау ҡыйыныраҡ

 

Ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн нимә янай:

- әгәр водителгә 16 йәш тулмаған булһа, ата-әсәгә 30 мең штраф һалына, шулай уҡ эш бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссияға ебәрелә
- әгәр ҡағиҙә боҙоусыға 16 йәш тулған булһа, 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф
- техниканы штраф туҡталҡаһына алып китәләр

 

Питбайкта тыйыла:

- пассажир ултыртыу
- дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөү
- тротуарға сығыу

 

Рөхсәт ителә:

- мото-спорт инвентары тик тректар һәм ябыҡ майҙансыҡтар эсендә йөрөү өсөн тәғәйенләнгән
- мотоҡорамалды махсус трассаға тик прицепта ғына алып барырға

 

Питбайк – юлһыҙ ерҙә йөрөү өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй мотоцикл.
- Теркәү талап ителмәй
- Водитель таныҡлығы кәрәкмәй
- Унда боролош, туҡтау сигналдары һәм дәүләт номеры юҡ

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас