+17 °С
Облачно
Антитеррор
Белгес аңлата
1 Августа 2025, 04:05

Ут менән көрәштә иң һөҙөмтәле сара

Янғындар – йылдар буйы йыйған мөлкәтте генә түгел, кеше ғүмерҙәрен дә юҡ итә алыусы ҡурҡыныс бәлә. Янғын тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә, ғәҙәттә, ут һүндереүсе кейемендәге, ҡулына һыу һиптергес тотоп ут менән көрәшеүсе кеше күҙ алдына баҫа.

Ут менән көрәштә иң һөҙөмтәле сараУт менән көрәштә иң һөҙөмтәле сара
Ут менән көрәштә иң һөҙөмтәле сара

Ләкин бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – туранан-тура ут һүндереүҙә ҡатнашмаһа ла, уларҙы нисек булдырмаҫҡа икәнен барыһынан да яҡшыраҡ белеүсе. Ошо вазифала яңыраҡ эш башлаған Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетының Ғафури һәм Ауырғазы райондары буйынса янғынға ҡаршы көрәш инструкторы Рәшит Дауытов хеҙмәтенең нескәлектәре, кешеләр менән аралашыу һәм янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләре хаҡында һөйләй.
- Рәшит Мөхәррәм улы, вазифағыҙ буйынса һеҙҙең алда ниндәй бурыстар тора?
- Һүҙҙе шунан башлайыҡ. Янғын – башлыса кешеләрҙең иң ябай янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата үтә вайымһыҙ, һаҡһыҙ ҡарауы һөҙөмтәһе. Мин үҙем ут та һүндермәйем, уларҙың сәбәптәрен тикшереү менән дә шөғөлләнмәйем, ә эшем профилактикаға ҡайтып ҡала, тап уның ярҙамында күп янғындар булдырылмай ҡалына.
Янғын профилактикаһы – ярайһы киң эш: уға янғын сығыу ихтималлығын мөмкин тиклем кәметеү ҙә, янғынға килтереүсе факторҙарҙы бөтөрөү ҙә, янғын эҙемтәләрен мөмкин тиклем сикләү ҙә инә.
Бөгөнгө көндә мин ике районға бер генә янғынға ҡаршы инструктор булып торам, ярайһы ҙур территорияны – 42 ауыл биләмәһен хеҙмәтләндерергә тура килә.
- Вазифа бурыстарығыҙ хаҡында ентеклерәк һөйләгеҙ әле.
- Торлаҡ фондта ла, ойошма, учреждениеларҙа ла граждандар менән инструктаж-әңгәмәләр уҙғарам, ауыл советтары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йорт-ихаталар буйлап йөрөп сығабыҙ, профилактик рейдтар барышында граждандарға янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт еткерәм. Айырым контролдә - күп балалы һәм инвалидтар йәшәгән ғаиләләр, асоциаль тормош алып барған граждандар. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре айырым иҫәптә. Балалар менән эш тә мотлаҡ һәм мөһим булып тора, уға төрлө йәштәге балалар менән әңгәмәләр инә, сөнки йыш ҡына тап балаларҙың ут менән уйнауы ҙур бәләгә әйләнә бит. Йәйге осорҙа лагерҙарҙа эшләйем, сентябрҙән башлап мәктәптәрҙә класс сәғәттәренә киләсәкмен.
Памяткалар, листовкалар таратып, мәғлүмәт стендтарында һәм таҡталарында экспресс-мәғлүмәттәр, плакаттар урынлаштырып та янғынға ҡаршы эш алып барам. Райондың киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итәм, социаль селтәрҙәрҙә эш алып барам, сөнки күптәр хәҙер кәрәкле мәғлүмәтте гаджеттарҙан ала. Йортта автономлы янғын иҫкәрткестәр булыуын тикшерәм.
Асылда, былар барыһы ла янғынға ҡаршы профилактика инструкторы эшенең бер өлөшө генә. Уҙғарылған саралар тураһында оҙаҡ һәм ентекләп һөйләргә була, сөнки улар янғындар буйынса хәлдәргә, йыл миҙгеленә, миҙгелле профилактика сараларына, шәхсән эшеңде нисек планлаштырыуға һәм башҡа күп факторҙарға бәйле. Ҡыҫҡаһы, күңелһеҙләнеп бүлмәлә генә ултырырға тура килмәй, мин һәр саҡ хәрәкәттә.
- Урындағы халыҡ менән бәйләнеш ауыр булдырыламы, йорттар буйлап йөрөгәндә кешеләргә ниндәй кәңәштәр бирәһегеҙ?
- Милексенең биләмәһенә хужаның үҙ ризалығы менән генә керәбеҙ. Һәр төрлө мошенниктар күбәйгән саҡта кешеләр бик аралашырға тырышмай, һораусыларға танытмамды күрһәтһәм дә, махсус формала икәнемде күрһәләр ҙә, ихатаға үткәрмәүселәр бар. Уларҙы ла аңларға була. Мин иң тәүҙә электр үткәргестәргә иғтибар бирәм. Улар насар торошта икән, рекомендациялар бирәм. Янғын иҫкәрткес булыу-булмауын тикшерәм. Йыш ҡына был прибор, батарейкаһы һүнеп, эшләмәй булып сыға. Ҡый үләндәре күкрәп үҫкән ихаталар бар, был үҙе янғын хәүефе тыуҙыра. Уларҙы сабырға ҡушам. Биләмәлә сүп-сар тулып ятһа, түгергә ҡушам, сүпте ихатала яндырыу тыйылғанын әйтәм.
Һәр ваҡыт граждандарға янғын хәүефһеҙлеге саралары хаҡында сағыу һәм аңлайышлы итеп яҙылған буклеттар тотторам. Профилактика – янғындар менән көрәштә иң ябай, шул уҡ ваҡытта иң һөҙөмтәле сара тип иҫәпләйем. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда булдырмау еңелерәк икәнен һәр ҡайһыбыҙ белә.
- Янғын иҫкәрткес темаһына ҡағылғас, районыбыҙҙа йәшәүселәр уны ҡайҙан ала ала икәнен дә әйтегеҙсе.
- Автономлы янғын иҫкәрткес ҡайһы бер категория граждандарға бушлай бирелә, улар – балалы ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр, күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, 55 йәштән алып унан өлкән яңғыҙ йәшәүсе граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары һәм ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре. Льготаға эйә булыусыларҙың исемлеге был ғына түгел. Улар янғын иҫкәрткес ҡуйҙырыуҙы һорап ауыл советына мөрәжәғәт итергә тейеш. Ауыл советы, үҙ сиратында, заявка эшләй һәм бер ни тиклем ваҡыттан приборҙы алып, мөрәжәғәт итеүсегә тапшыра.
Башҡалар иһә уны махсус магазиндарҙа йәки интернеттағы һатыу урындарында ала ала. Хаҡтары ҡыйбат түгел.
Кемдә был ҡорамал бар икән, иҫтәренә төшөрәм: тикшерегеҙ, батарейкаһын ваҡытында алыштырығыҙ!
- Рәшит Мөхәррәм улы, беҙҙең районда йәшәүселәр һорауҙары менән һеҙгә мөрәжәғәт итә аламы? Һеҙҙең менән нисек бәйләнешкә инергә?
- Әлбиттә, һорауҙар, теләктәр менән мөрәжәғәт итеү хатта кәрәк. Граждандар менән аралашыу өсөн телефон: 8-937-497-49-44. Мин үҙ компетенцияма ингән һорауҙарға яуап, шулай уҡ кәңәш бирергә һәр ваҡыт әҙермен.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Рөстәм ХӘЛИМОВ.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас