

Беҙ ҡотҡарыусыларҙан смс-хәбәрҙәр алыуға күнеккәнбеҙ, унда улар һауа торошоноң боҙолоуы, республика биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе индерелеүе һәм уның туҡталыуы тураһында хәбәр итә. Ошондай көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе ваҡытында алыу бик мөһим. Әммә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәр кемгә шәхси һаҡсы була алған мобиль ҡушымталары барлығын бик һирәктәр белә.
1. «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» ҡушымтаһы
Был сервис өлкәндәр һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән, ул кешелә хәүефһеҙ мәҙәнилек формалаштыра: мәҫәлән, һыу буйында ял иткәндә үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға, үҙеңде һәм яҡындарыңды янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итергә, урманда нисек аҙашмаҫҡа һәм башҡалар. Шулай уҡ мобиль ҡушымтаға хәүефле тәбиғәт күренештәре, заводтарҙан зарарлы ҡалдыҡтар сығарыу, ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф менән янаған ауырыуҙар, пилотһыҙ осоу аппараты хәүефе һәм уларҙан һаҡланыу ысулдары хаҡында ашығыс хәбәрҙәр килә.
Нисек урынлаштырырға?
Ҡушымтаны RuStore, App Store онлайн-магазиндарынан бушлай күсереп алырға мөмкин. Йәғни уны айфондарға ла, андроидтарға ла ҡуйып була.
– «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымтаһы – ҡатмарлы хәлдәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам иткән мәғлүмәт ресурсы ул, – тип сәләмләй ҡулланыусыларҙы был ҡушымта. – Бында хәүеф һәм шәхси хәүефһеҙлек саралары осрағында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү алымдары буйынса кәңәштәр табырһығыҙ, ашығыс мәғлүмәт менән тиҙ арала хәбәрҙар була алырһығыҙ.
Уны ҡуйған ваҡытта ҡушымта һеҙ торған урынды автоматик рәүештә билдәләүҙе һорай. Был ҡулланыусы төрлө ерҙә йөрөгән осраҡта мәғлүмәт тиҙ арала уның телефонына барып етһен өсөн кәрәк. Сервис кешенең ниндәй ауыл, ҡала биләмәһендә булыуын билдәләй һәм шунда уҡ уға көнүҙәк иҫкәртеү ебәрә.
Ҡуйған саҡта өҫтәмә төбәктәрҙе лә һайларға мөмкин. Мәҫәлән, атай-әсәйегеҙ йәшәгән ҡалала нимәләр булыуын ваҡытында белеп, уларҙы иҫкәртә алаһығыҙ.
Тағы нимә эшләй белә?
Ҡушымтала тормоштоң бөтә осраҡтарына ла ҡулланмалар бар: һауа хәүефе иғлан ителгәндә нисек эш итергә, урманда юғалһаң, гаражда янғын сыҡһа, лифт туҡтап ҡалһа һәм башҡалар. «Беренсе ярҙам» бүлегендә бәләгә осраған кешенең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән кәңәштәр тупланған: мәҫәлән, умыртҡа һөйәге һынған кешегә зыян итмәйенсә ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ ағыуланыу, йылан тешләү, көҙән йыйырыу һәм башҡа бик күп хәүефле осраҡтар. «Туристик төркөмдәр» бүлегендә походҡа нисек әҙерләнергә, ниндәй ҡорамал һайларға, маршрут билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе белһен һәм кәрәк булған осраҡта тиҙ һәм һөҙөмтәле ҡотҡарыу операцияһын үткәрә алһын өсөн туристик төркөмдө теркәргә мөмкин.
Шулай уҡ «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» ҡушымтаһында Робот Макс эшләй. Беҙ уны Дәүләт хеҙмәттәре буйынса яҡшы беләбеҙ. Бында ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күрһәткән хеҙмәттәр менән ҡулланыу, төрлө ҡатмарлы осраҡтарҙа нисек эш итеү йәһәтенән ярҙам итә.
2. «112 – Ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы
Ҡушымта ҡатмарлы хәлдәрҙә ғүмерҙе ҡотҡарып ҡала ала. Уның ярҙамында һеҙ тиҙ арала ҡотҡарыусыларҙы саҡыра, ҡотҡарыу хеҙмәте операторы менән бәйләнеш булдыра алаһығыҙ.
– «112» ҡушымтаһы ярҙамында хәл-ваҡиға тураһында хәбәр итергә һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен, янғын һүндереүселәрҙе, полицияны һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙе ярҙамға саҡырырға мөмкин, – ти Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. – Шулай уҡ үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе алдан тултыра алаһығыҙ, әгәр юғалһағыҙ, хеҙмәт диспетчеры теүәл геопозицияны күрәсәк. Бындай мәғлүмәт һеҙҙең саҡырыуҙы тиҙерәк һәм анығыраҡ ҡабул итергә ярҙам итәсәк.
Мобиль ҡушымта аша ҡотҡарыусылар ваҡиға менән ентекле танышһын өсөн фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ ҡушымтала үҙең хаҡында мәғлүмәттәр ҡалдырып була: ҡан төркөмө, хроник сирҙәр һәм нимәләргә аллергияның булыуы, ҡабул иткән дарыуҙар. Был айырыуса оло йәштәгеләр өсөн мөһим.
Нисек ҡуйырға?
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» ҡушымтаһы кеүек «112» ҡушымтаһын да RuStore, App Store аша күсереп алып була, ул да айфон һәм андроидтар өсөн асыҡ.
Әлеге ваҡытта «112 – Ашығыс ярҙам»дың мобиль ҡушымтаһын – биш мең кеше, «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы»н ун мең кеше күсереп алған. Әлбиттә, был аҙ. Шуға күрә властар яңы сервистарҙың файҙаһы тураһында күберәк кешенең белеүен теләй.
– Хәбәр ебәргән саҡта кәрәҙле элемтә деградациялана (селтәрҙәрҙә көсөргәнеш, өҙөклөктәр, сикләүҙәр күҙәтелә – редакция), шуға күрә кешеләр хәбәрҙе һуңлап ала, – ти төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – Әгәр кеше ҡушымталарҙы файҙаланһа, ул хәбәрҙе шунда уҡ алып, тейешле ҡарар ҡабул итә аласаҡ. Был – бик мөһим мәсьәлә. Бурыс – ошоно халыҡҡа еткереү. Өс төймәгә баҫһаң, система эшләй башлай. Һөҙөмтәлә тиҙ арала хәбәр еткереү системаһының ҡатнашыусыһына әйләнәһегеҙ.
МӨҺИМ!
Ғәҙәттән тыш хәлдәр, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүм хәүефе тураһында белдереүҙе тиҙ арала алыр өсөн мобиль ҡушымталарҙы ҡулланығыҙ. Төрлө сәбәптәр арҡаһында тотҡарланып, һуң килеүе ихтимал ғәҙәти SMS-хәбәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, push-хәбәрҙәр шунда уҡ тиерлек килә.
Материалдарҙы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.