

Күп урындарҙа халыҡ мал-тыуарын ихатаһынан ҡыуып сығарып ебәрә лә, улары ауыл урамдары, юл буйҙарында ҡарауһыҙ йөрөй. Иректә йөрөгән мал-тыуар автомобиль юлдарына ла килеп сыға. Күп ваҡыт юл-транспорт ваҡиғалары тап ошондай ҡарауһыҙ йөрөгән малдар арҡаһында килеп тыуа ла инде. Һөҙөмтәлә, мал имгәнә, йә үлә, водителдәр йәрәхәтләнә, транспорт сараһы ныҡлы зыян күрә.
Мәҫәлән, 14 сентябрҙә Ҡарағай-Мораҙ ауылдары араһындағы юлда ошо ауыл кешеһе юлда ятҡан һыйырға бәрелгән. Һөҙөмтәлә, “Кia” машинаһы етди механик зыянланған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса һыйырҙың хужаһы законлы рәүештә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 7.3 статьяһына ярашлы, ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙған осраҡта граждандарға 1000-3000, вазифалы кешеләргә 5000-8000, юридик берәмектәргә 15 000-20 000 һумға тиклем штраф һалына. Ә инде ҡарауһыҙ йөрөгән малдарға бәйле юл-траснпорт ваҡиғалары осрағында автомобилгә килгән зыянды мал хужаһы ҡапларға тейеш.
Ә бына ҡырағай хайуандарға бәйле авариялар ваҡытында, йәғни ҡырағай хайуандарҙы тапатҡан, бәрҙергән осраҡта ул РФ-ның тәбиғәт ресурсына зыян килтерелгән тип баһалана һәм Рәсәй Тәбиғәт министрлығының 948-се бойороғона (08.12.2011й.) ярашлы штраф күләме ниндәй хайуанға һәм ниндәй шарттарҙа бәрелеүгә (тапатыу) ҡарап билдәләнәсәк. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 31 октябрендә Стәрлетамаҡ кешеһе Стәрлетамаҡ-Красноусол автомобиль юлында Ҡыҙыл Дубровкаға етәрәк “Тойота” машинаһы алдына ҡапыл ҡыр сусҡалары көтөүе килеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә, машинаның бамперы ватылған, башҡа зыян күреүсе юҡ.
Ошонда ҡырағай хайуандарҙы бәрҙергән осраҡта ниндәй яуаплылыҡ ҡаралыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, мышыны бәрҙергән осраҡта 80 000, ҡыр сусҡаһы өсөн - 30 000 һум штраф түләргә тура киләсәк. Әгәр инде Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуан йәки кейек икән, шулай уҡ авария заповедник биләмәһендә булһа, штраф күләме бер нисә тапҡырға артығыраҡ буласаҡ.
Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн мал аҫраусыларға ла, водителдәргә лә тейешле талаптарҙы мотлаҡ үтәргә һәм юлда иғтибарлы булырға кәрәк.
Раян Мөхәмәтшин,
район эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы.