Әгәр ошоғаса һалым белдереүен алмағанһығыҙ икән, уны теләгән һалым органында йәки МФЦ бүлексәһендә 15 минутта алырға була, Рәсәй Һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты” сервисында, “Госуслуги” порталында (ризалыҡ ебәрһәң) йәки йәшәгән урындағы почта бүлексәһендә лә алып була.
Һалымды ябай ғына түләп була:
- Рәсәй Һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты” интернет-сервисында;
- кеҫә телефондарындағы “Налоги ФЛ” ҡушымтаһында;
- “Һалым һәм пошлиналарҙы түлә” сервисы аша;
- банктарҙың түләү терминалдарында һәм онлайн-сервистарында, Федераль почта хеҙмәте бүлексәләрендә.
Һалым һалыныусы мөлкәт хужаларына һалымдарҙы ваҡытында түләп ҡуйырға кәңәш итәбеҙ, юҡһа һуңлатылған һәр көн өсөн пеня хисапланыу, милеккә һәм банк иҫәптәренә арест һалыныу, Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыуҙы тыйыу, башҡарыу йыйымы өсөн өҫтәмә сығымдар түгеү кеүек кире эҙемтәләрҙән ҡотолоп булмаясаҡ.
Ваҡытында түләнгән һалымдар – һалым түләүсенең аҡсаһын һәм ваҡытын экономиялау ул!