

Календарь буйынса ҡыш етеүгә ҡарамаҫтан, быйыл һауа торошо минус режимына күсергә ашыҡмай. Киске һәм төнгө һалҡындар күл һәм йылғаларҙы йоҡа боҙ менән ҡаплауы ихтимал, әммә ул әле ныҡ йоҡа. Шуға күрә тотороҡло һыуыҡтар башланғансы боҙҙа йөрөргә ярамай.
ИҪКӘРТЕҮҘЕ ИҪӘПКӘ АЛЫРҒА КӘРӘК
Кешеләр хәүефһеҙлек тураһында онотмаһын һәм ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаһын өсөн ҡотҡарыусылар йыл һайын «Йоҡа боҙ» операцияһын үткәрә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре Белореттағы ҡала быуаһына юлланды. Билдәле булыуынса, быуалар йылғаларға ҡарағанда боҙ менән иртәрәк ҡаплана, ә таулы төбәктәрҙә бигерәк тә. Әммә Белоретта ла боҙҙоң ҡалынлығы хәүефле булып сыҡты. Тикшереү барышында боҙҙоң ете сантиметрҙан аҙыраҡ туңыуы асыҡланған, ә кешене күтәреү өсөн уның ҡалынлығы кәмендә 10 сантиметр тәшкил итергә тейеш.
БАЛЫҠСЫЛАР ХӘҮЕФ ТӨРКӨМӨНДӘ
Балыҡсылар йоҡа боҙҙоң хәүефле булыуын барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә, ләкин һәр ваҡыт мөмкин тиклем иртәрәк ҡышҡы балыҡ тотоуҙы башларға тырыша. Күптәр уның менән бер ниндәй ҙә насарлыҡ булмаҫына ышана. Әммә үҙ-үҙеңә саманан тыш ышаныу фажиғәгә килтерә. Һәр өлкән кеше үҙенең ғүмере өсөн яуаплы. Боҙ аҫтына эләгеү ҡурҡынысы бар икән, ял ваҡытын ғаилә менән өйҙә йәки башҡа урында үткәреү, үҙеңде лә, ярҙамға килергә мәжбүр булғандарҙы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуймау яҡшыраҡ.
Хатта боҙ ҡалынайғандан һуң да балыҡсыларға уяу булырға кәрәк. Боҙҙо тикшереү өсөн үҙең менән саңғы таяҡтарын алыу зарур. Улар берәй насар хәлгә тарығанда ла ярҙам итәсәк, йәғни таяҡтар ярҙамында һыуҙан сығыу уңайлыраҡ буласаҡ. Шулай уҡ үҙегеҙ менән 10 – 20 метр оҙонлоҡтағы ныҡлы бау ҙа алығыҙ. Ҡайҙа барыуығыҙ һәм ҡасан ҡайтырға йыйыныуығыҙ тураһында яҡындарығыҙҙы мотлаҡ иҫкәртегеҙ.
Ҡышҡы балыҡ тотоуға иптәштәр менән йөрөү хәүефһеҙерәк. Тәүлектең яҡты ваҡытында боҙ буйлап йөрөү һәм килгән маршрут буйынса кире ҡайтыу яҡшыраҡ.
БАЛАЛАРҒА АҢЛАТЫҒЫҘ
Балалар, айырыуса һыу ятҡылыҡтары янында йәшәүселәр, һыуҙың ни тиклем хәүефле булыуын белергә һәм аңларға тейеш. Кескәйҙәр үлеменә бәйле фажиғәләр йышыраҡ йорт эргәһендә урынлашҡан йылға һәм күлдәрҙә була. Ата-әсә балалар менән һәр ваҡыт бергә була алмай, шуға күрә улар үҙаллы йөрөһә, хәүефһеҙлек талаптары хаҡында белергә тейеш. Көҙ һәм яҙ көндәрендә һыуға яҡын барырға, боҙҙоң ныҡлығын тикшерергә, уның буйлап йүгерергә һәм һикерергә ярамағанлығын аңлатығыҙ. Йоҡа боҙҙоң хәүефе шунда: ул ҡапыл ғына сатнауы, онталыуы ихтимал. Бала көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта эш итә белергә тейеш: дуҫтарының береһе боҙ аҫтына киткән осраҡта, тиҙ арала ярҙам саҡырырға һәм 112 телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратырға кәрәк.
ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ!
! Боҙҙоң ныҡлығы тотороҡло һыуыҡтар башланғас ҡына арта.
! 10 сантиметрҙан кәм булмаған ҡалынлыҡтағы боҙ хәүефһеҙ тип иҫәпләнә. Ул -10 градустан юғары булмаған температурала яҡынса 10 көн эсендә барлыҡҡа килә.
! Һыу ятҡылыҡтарын боҙ аша махсус үтеү урындары йыһазландырылған ерҙән сығырға кәрәк. Әгәр улар булмаһа, сыҡҡан саҡта боҙҙоң ныҡлығын мотлаҡ таяҡ менән тикшерегеҙ.
! Шәп ағымлы урындарҙа, һыу ағып төшкән йәки шишмә ҡушылған ерҙәрҙә, ағастар һәм ҡыуаҡтар тирәләй боҙ ныҡлы булмай.
! Шулай уҡ яр буйындағы боҙ ҙа хәүефле.
Материалдарҙы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.