Белгес аңлата
15 Декабря 2025, 04:19

Тау шыуыуҙың да законы бар

Тау шыуыу – Рәсәйҙә иң яратҡан ҡышҡы уйындарҙың береһе. Күңел асыуҙың был төрө, тау шыуыу өсөн төрлө кәрәк-яраҡтар күбәйгәс, айырыуса популярлашып китте. Ләкин әлегәсә ҡар тауҙарының хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә йәмәғәтселек бигүк иғтибар биргәне булманы. Ҡышҡы таусыҡтарҙа һәм аттракциондарҙа булған күңелһеҙ хәлдәр уларҙы урынлаштырыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен бер тәртипкә һалыусы саралар күреүгә этәрҙе.

Тау шыуыуҙың да законы барТау шыуыуҙың да законы бар
Тау шыуыуҙың да законы бар

Тәүҙә шуны аныҡлап үтәйек: норматив акттарҙан сығып ҡарағанда, нимә ул ҡышҡы таусыҡ? Р 56987-2016 һанлы ГОСТ-ҡа ярашлы, ҡышҡы таусыҡ – ул ҡышҡы осорҙа күңел асыу өсөн ағастан, боҙҙан йәки уларҙы комбинациялап проектланған һәм эшләнгән, ауыш өҫлөклө, атынып шыуып төшөү өсөн махсус әҙерләнгән өҫлө, килеп төшөү һәм сикләү системаһы булған конструкция. Әлбиттә, был ГОСТ таусыҡтарҙың конструкцияһына ҡарата билдәле бер талаптар ҡуйған. Шулай уҡ ғәмәлдәге норматив акт-
тар ҙа ҡышҡы таусыҡтарға килеүселәр өсөн мотлаҡ талаптар индерҙе. Хәҙер “Ҡышҡы таусыҡтан файҙаланыу ҡағиҙәләре” тигән стенд һәр бер ҡар тауының мотлаҡ атрибуты булып тора һәм унда килгән һәр кеше тау шыуырҙан алда, был күңелле уйын табипҡа барып етеү менән тамамланмаһын өсөн, ҡағиҙәләрҙе белергә бурыслы.
Ҡышҡы таусыҡтар биомеханик хәүеф дәрәжәһе билдәләнгән, механизацияланмаған аттракциондарға ҡарай. Таусыҡтың бейеклегенә ҡарап, уның потенциаль биомеханик хәүеф дәрәжәһе (RB) – аттракцион элементтарының биомеханик йоғонтоһо һөҙөмтәһендә кеше һаулығына зыян килтерелеү ихтималлығы – ҡуйыла. Әгәр таусыҡ 40 сантиметрҙан алып 2 метрға тиклем бейеклектә икән, биомеханик хәүеф түбән - RB-3, таусыҡ бейеклеге 2 метрҙан алып 8 метрға тиклем икән, хәүеф уртаса - RB-2, ә инде 8 метрҙан ашыу бейеклектәге тауҙың хәүеф дәрәжәһе юғары - RB-1 – тип иҫәпләнә.
Ҡышҡы таусыҡ, килеүселәр уны тәғәйенләнеше буйынса файҙаланған саҡта, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, килеүселәрҙе тауҙан йығылып төшөүҙән (шул иҫәптән старт майҙансығынан йәки таусыҡтың борттарынан - тап шуның өсөн старт майҙансығы һәм уға менә торған баҫҡыс ситендә кәртәләү булырға тейеш) һаҡларға; тауҙан хәрәкәт иткән саҡта тау өҫлөгөнөң тигеҙһеҙлектәре, бүтән шыуыусылар менән бәрелешеү арҡаһында кешенең кәүҙә торошо үҙгәреүенә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.
Тауҙың конструкцияһы уның ныҡлығын, тотороҡлолоғон һәм пространствола үҙгәрмәүен (мәҫәлән, көн йылытып ебәргәндә) тәьмин итергә тейеш. Тауҙың формаһы һәм профиле шыуыусыларҙың бер йүнәлештә хәрәкәт итеүен һәм уның старттан алып шыуып барып туҡтағансы бер торошта барып етә алыуын тәьмин итергә; тауҙың өҫлөгө буйынан-буйына бер төрлө шыуыуҙы тәьмин итергә тейеш, бының өсөн, тауҙы ҡараған һәм хеҙмәтләндергән ваҡытта уның соҡорайған, ҡупҡан урындары ҡар менән ямалырға тейеш. Старт участкаһының киңлеге тауҙың профиле киңлегендә булырға, сикләү системаһы ҡарап тороусыларҙы һаҡларға һәм тау шыуыусы ғәҙәттән тыш хәлдә хәрәкәт иткән осраҡта уның шыуғыстан йығылып төшөүен булдырмаҫҡа тейеш. Килеүселәр өсөн информация таҡтаһы рәүешендә эшләнгән, тауҙан файҙаланыу ҡағиҙәләре, килеүселәр ҡулланған ҡорамалдарға ҡарата талаптар күрһәтелгән күргәҙмә мәғлүмәт булыуы мотлаҡ. Тауҙы эксплуатант (идара итеүсе ойошма йәки вәкәләтле кеше) яғынан күҙәтеүһеҙ, шулай уҡ конструкция элементтары боҙолған хәлдә файҙаланырға ярамай. Тау яҡтылыҡ бағаналарына яҡында, ағастар янында, автомобиль юлы һәм туҡталҡаһы эргәһендә урынлаштырылырға тейеш түгел.
Тауҙан хәрәкәт иткәндә ошондәй позалар кәңәш ителә: башты артҡа ҡуйып арҡаға ятып; алға ҡарап ултырып; алға ҡарап ултырған килеш сылбыр һымаҡ тотоношоп; оло кеше баланы алға ҡаратып алдына ултыртып.
Ҡышҡы таусыҡтарҙың тейешле документы булыу мотлаҡ, юғары - RB-1 биомеханик хәүефле тау өсөн сертификат алырға кәрәк, ә RB-2 һәм RB-3 хәүефлеләре өсөн тауҙың хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүен декларация формаһында раҫлау етә. Был ваҡытта яңынан монтажланған ҡышҡы тауға, РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған Аттракциондарҙың техник торошо һәм уларҙы файҙаланыу талаптары теҙмәһенә тап килеүен раҫлаған, махсус ойошма биргән аттракциондың техник торошон баһалау (техник шаһитлама) акты бирелергә тейеш. Акт бирелгәндән һуң 12 ай һуҙымында ғәмәлдә.
Барлыҡ төр аттракциондарҙы, шул иҫәптән ҡышҡы таусыҡтарҙы сертификациялау һәм дәүләт теркәүе (әгәр улар әлегә гостехнадзор органдарында теркәлмәгән булһа) уны файҙаланыу башланғанға тиклем үткәрелергә тейеш. Шулай ғына граждандарҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителәсәк, аттракционды законһыҙ файҙаланыу булмаясаҡ. Башта аттракциондың хужаһы – эксплуатант - теркәүсе органға – БР Гостехнадзор инспекцияһына кәрәкле документтарҙы тапшыра. Тикшергәндән һуң, кире ҡағырға нигеҙ булмаһа, Гостехнадзор инспекторы аттракцион ҡуйылған урынға бара һәм эксплуатант алдында ҡоролманы ҡарап сыға. Аттракциондарҙың һанына һәм ҡатмарлылығына ҡарап, уларҙы бер нисә инспектор ҡарарға мөмкин.
Ҡарап сығыу хәүефһеҙлек талаптары боҙолғанын асыҡламаһа, өс эш көнө эсендә аттракцион теркәлә, уға теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм дәүләт номеры билдәһе бирелә, номер аттракционға ингән ергә элеп ҡуйылырға тейеш. Файҙаланыу барышында хужаһы йыл һайын аттракциондың техник торошон баһалатыуҙы ойошторорға һәм уның техник торошон баһалау актын теркәлгән урындағы Гостехнадзорға килтерергә бурыслы.
Техник көйләү һәм метрология буйынса РФ Федераль агентлығы аңлатыуына ярашлы, юғарыла телгә алынған ГОСТ Р 56987-2016 граждандарҙың үҙ йорт-тирә биләмәләрендә яһаған ҡар тауҙарына һәм тәбиғәт шарттарында барлыҡҡа килгән тәбиғи битләүҙәрҙәге тауҙарға ҡағылмай.
ГОСТ Р 56987-2016 талаптары хәҙерге заман ысынбарлығынан сығып эшләнгән һәм ҡышын тау шыуыу милли традицияларҙың береһе икәнен иҫәпкә ала. Әлеге стандарт талаптары был ҡышҡы күңел асыу төрөнә килеүселәргә һәм тамаша ҡылыусыларға зыян килеү хәүефен кәметеүгә тәғәйенләнгән, был хаҡта ГОСТ-ҡа инеш өлөштә туранан-тура әйтелә.
Был ГОСТ ҡышҡы таусыҡтарҙы проектлау, төҙөү, файҙаланыу (эшҡыуарлыҡ маҡсатынан йәки үҙҙәре ҡулланыуға, йәиһә бүтән кешеләр, әйтәйек, урын-ергә, бындағы хеҙмәттәргә иғтибар йәлеп иттерер өсөн бушлай файҙаланһын тип) мәҙәниәтен тәрбиәләү өсөн булдырылған. Был өлкәлә хоҡуҡи көйләү һәм контроль булмауы килеүселәр һәм тамашасылар, шул иҫәптән балалар араһында күпләп йәрәхәтләнеүҙәргә, хатта үлемеслеләренә, килтерә торғайны.
Билдәләп үтергә кәрәк, ҡышҡы таусыҡтарҙы ҡороу һәм файҙаланыуға ҡарата норматив талаптарын күҙәтеү граждандарҙың һаулығына һәм ғүмеренә зыян килеү хәүефен генә түгел, ә контроллек итеүсе органдар яғынан нигеҙле дәғүәләрҙе лә бөтөрә. Ә бына норматив талаптарға яуап бирмәгән тау яһау административ штраф рәүешендә етди санкцияларға килтереүе ихтимал: граждандарға – административ хоҡуҡ боҙоуға килтергән предметтарҙы конфискациялап йәки унһыҙ ғына ике меңдән дүрт мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – егерме меңдән утыҙ мең һумға тиклем; юридик берәмек ойоштормайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыусыларға - административ хоҡуҡ боҙоуға килтергән предметтарҙы конфискациялап йәки унһыҙ ғына утыҙ мең һумдан ҡырҡ мең һумға тиклем; юридик берәмектәргә - административ хоҡуҡ боҙоуға килтергән предметтарҙы конфискациялап йәки унһыҙ ғына өс йөҙ мең һумдан алып алты йөҙ мең һумға тиклем штраф.
Ҡышҡы таусыҡтар эшләү һәм һатып алыу буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте Гостехнадзор буйынса БР Дәүләт комитетының ҡыҙыу линияһына шылтыратып: 8-800-347-70-00, йәки Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт адресы буйынса алырға була.
Дәүләт техник күҙәтеүе буйынса БР Дәүләт комитеты республика халҡын етеп килеүсе Яңы йыл менән ҡотлай һәм байрамды бәлә-ҡазаһыҙ ғына, емешле үткәреүҙәрен теләй.
Илһам ЯНСАПОВ,
аттракцион техникаһын күҙәтеү
буйынса 2-се район-ара территориаль сектор мөдире, баш дәүләт
инженер-инспекторы.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас