Ғафури район-ара суды 20 йәшлек Ғафури районы кешеһенә ҡарата һөжүм итеп талағаны, машина алып киткәне һәм кеше урлағаны өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 126-сы статьяһының 1-се, 162-се статьяһының 1-се һәм 166-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәттәрҙе (һөжүм итеп талау, машина алып ҡасыу һәм кеше урлау) ҡылыуҙа ғәйепләнде.
Тикшереү версияһы буйынса, йәш кеше ул армияла хеҙмәт иткән осорҙа дуҫының үҙенең йөрөгән ҡыҙы менән мөхәббәт бәйләнеше булғанын белеп ҡала. Көнсөллөктән, егет көндәшенең автомобилен ҡыҙҙырып алып сыға ла икенсе урынға алып китә, шунан, көс ҡулланыу менән янап, зыян күреүсене машинала тораҡ пункттың ситенә алып китә һәм шунда уға тән йәрәхәттәре һала, үлтереү менән ҡурҡытып, “ВАЗ-21140” автомобилен үҙенә бирергә мәжбүр итә, артабан машинаны үҙҙәренең ихатаһына алып ҡайта.
Хоҡуҡҡа тап килмәгән ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә ул 155 мең һумлыҡ зыян килтерә.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуын таныны, зыянды ҡаплатыуын иҫәпкә алып, суд уға шартлы рәүештә иректән мәхрүм итеү язаһы бирҙе.
Салауат ШӘМСЕТДИНОВ,
район прокуроры.