2025 йылдың 22 декабрендә гражданка А.-ның мөрәжәғәте теркәлде. Ул “Авито” иғландар сайтында тимер бөгөү станогына заказ бирә, ләкин заказы һаман килеп етмәй, һатыусы уның шылтыратыуҙарына яуап бирмәй. Тикшереү барышында шул асыҡлана: гр. А. иғландар сайтында станок һатылыуын күреп ҡала ла, һатыусы менән һөйләшеп, тауарҙы килтерергә транспорт компанияһына тапшырылыуы раҫланғас, һатыусының картаһына аҡса күсерергә килешәләр. Артабан, “Telegram” мессенджерында тауарҙың транспорт компанияһына тапшырылыуы тураһында хәбәр алғас, А. үҙенең банк картаһынан “һатыусыға” 79200 һум аҡса күсерә. Ләкин аҡсалар мошенниктарҙың алдан әҙерләп ҡуйған иҫәбенә китә. Бынан һуң һатыусы шылтыратыуҙарға һәм яҙышыуҙарға яуап биреүҙән туҡтай, А. транспорт компанияһына шылтыратҡас, уның исеменә бер ниндәй ҙә заказ булмауын әйтәләр. Шулай итеп, енәйәти ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә гр.А.-ға 79200 һумлыҡ матди зыян килтерелә.
22 декабрҙә тағы бер хәбәр алынды. Гражданка С. үҙенә Мәскәүҙән Федераль дәүләт именлеге хеҙмәткәре булып алдаҡсылар шылтыратты ахырыһы, тип хәбәр итте. Асыҡланыуынса, С.-тың элекке эшендәге етәксеһе – гражданин Р.-ҙың “Telegram” мессенджерындағы иҫәп яҙмаһын емергәндәр ҙә, шунан һуң уның исеменән барлыҡ абоненттарына ойошманы һәм элекке хеҙмәткәрҙәрҙе тикшереү бара тигән хәбәрҙәр килә башлай. Торараҡ гр. С.-ҡа билдәһеҙ номерҙан ир кеше шылтыратып, үҙен Мәскәүҙән ФСБ хеҙмәткәремен тип таныта һәм гр. С.-тың иҫәбенән ВСУ мәнфәғәтенә аҡсалар күсерелгән тип ышандыра башлай. Бергә эшләгән осороғоҙҙа гр. Р. ойошма аша шулай итеп аҡса күсереп торған, тип белдерә. С. һиҙгер булып сыға, мошенниктың алдауына ышанмай, һөйләшеүҙе шундуҡ өҙә лә, был хаҡта Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенә хәбәр итә.
Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлеге иҫегеҙгә төшөрә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм үҙегеҙҙең персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе бирмәгеҙ. Банк, МФЦ, дәүләт хеҙмәттәре һәм башҡа ойошма хеҙмәткәре булып шылтыратһалар (интернет-мессенджерҙарҙан булғанда ла) – шундуҡ телефонды һалығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда ла һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле СМС-тар килһә, шәхси номерҙары бу-йынса улар менән бәйләнешкә сығығыҙ. Шикле һылтанмалар буйынса һәм тикшерелмәгән сайттарға үтмәгеҙ. Ошолай берлектәге тырышлыҡ менән генә беҙ яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе был бәләнән аралап ҡалырбыҙ.
Аҡсағыҙҙы барыбер алдаҡсыларға күсерһәгеҙ һәм, урланған аҡсаларығыҙҙы ҡайтарырға, аферистарҙы тоторға ярҙам итәбеҙ, тип, ҡайһы саҡта һеҙҙең интим яҙмаларығыҙҙы (фотоларҙы) таратасаҡбыҙ, хатта туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы үлтереү менән ҡурҡытып, хоҡуҡҡа ҡаршы эштәр ҡылырға: хәрби комиссариаттарҙы, полиция бүлектәрен, банк учреждениеларын һәм башҡа гражданлыҡ инфраструктураһы объект-
тарына ут төртөргә, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ғәмәлдәрен дискредитациялауға ҡотортоп, һеҙгә ҡабатлап шылтыратыуҙар килә башлаһа, уларға ышанмағыҙ. Урланған аҡсағыҙҙы ҡайтармаясаҡтар, ә улар ҡотортҡан ғәмәлдәр, диверсия йәки террор акты булараҡ, енәйәт яуаплылығына тарттырылыусы ғәмәл булып тора. Уларҙы ҡылған өсөн 20 йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Шундай һәр осраҡ хаҡында кисекмәҫтән полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ. Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенең дежур часы телефоны: (34740) 2- 12-02.
Раян МӨХӘМӘТШИН,
начальник, полиция подполковнигы.