Белгес аңлата
1 Февраля , 05:35

Кеше ғүмеренә ҡул һуҙған

Ғафури район-ара суды 69 йәшлек Красноусол ауылы кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ул РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө – 105-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәтте (кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу, ғәйепләнеүсегә бәйле булмаған хәлдәр сәбәпле аҙағына еткерелмәгән) ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды.
Судта шулар асыҡланды: хөкөмгә тарттырылыусы, алкоголдән иҫергән хәлдә, күптән килгән шәхси күрәлмаусанлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә, ҡулына беҙ алып, зыян күреүсенең баш, муйын, яурын тирәләренә кәмендә 16 тапҡыр сәнсә. Зыян күреүсенең ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында ғына хөкөмгә тарттырылыусы яуыз ниәтен аҙағына еткерә алмай.
Хөкөмгә тарттырылыусы енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныманы.
Суд уға 6 йылға ҡаты режимлы колонияға ебәреп, иркенән мәхрүм итеү язаһы билдәләне.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәне.

Салауат ШӘМСЕТДИНОВ, район прокуроры.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас