2025 йылдың 2 июлендә 19.00 сәғәт тирәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт эше фигурантын Яңы Бурлы ауылында туҡтата. Водителдең өрөп сығарған тынында этил спирты концентрацияһы 1,430 мг/л тәшкил итә, ә рөхсәт ителгән норма – 0,16 мг/л. Ул транспортҡа идара итеүҙән ситләтелә.
Гражданиндың быға тиклем бүтән енәйәт өсөн хөкөм ителгән булыуын иҫәпкә алып, прокуратура уны иркенән реаль мәхрүм итеүҙе талап итте.
Хөкөмгә тарттырылыусы енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныны.
Суд ғәйепләнеүсене 3 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итеп, язаны дөйөм режимлы колонияла үтергә хөкөм итте. Өҫтәмә яза рәүешендә уға транспортҡа идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү 4 йылға тыйылды.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәне.
Салауат ШӘМСЕТДИНОВ, район прокуроры.