Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
10 Февраль , 09:00

Яҡшы уңыш алыу өсөн ниндәй орлоҡ һайларға?

Ҡышын орлоҡ һатып алыу әүҙемләшә. Ләкин күптәр уны һауытының матурлығына ғына ҡарап ала. Яңы миҙгел уңышын алыуҙа проблемалар тыумаһын өсөн, орлоҡ һайлау буйынса кәңәш бирәбеҙ.

Яҡшы уңыш алыу өсөн ниндәй орлоҡ һайларға?
Яҡшы уңыш алыу өсөн ниндәй орлоҡ һайларға?

Орлоҡ сортын йәки гибридын һайлағанда, үҙебеҙҙең илдә етештерелгәненә өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған, яҡшы уңыш биреп күрһәткән була.

Сортмы, әллә гибридмы?
Икеһе араһында һайлағанда, һәр ҡайһыһының ыңғай-кире яҡтарын иҫәпкә алырға кәрәк. Сорттар тәмлерәк һәм көпшәгерәк емеш бирә, ләкин ауырыуҙарға бирешеүсәндәр һәм тигеҙ өлгөрмәйҙәр. Гибридтар тәрбиәләүҙә талымһыҙ, һирәгерәк сирләйҙәр, тик артабан сәсеү өсөн уларҙың орлоғон алып ҡалып булмай.
Иң ҡулайы – теплицала 70 процент сорттар һәм 30 процент гибридтар ҡулланыу.

Ҡаптағы яҙыуҙар нимә һөйләй? Сорт ауырыуҙарға бирешмәй тип яҙылһа, тап ниндәй ауырыуҙарға икәнен белешегеҙ. Бирешмәүсәнлеге ни тиклем юғары, тәме шунса тәмһеҙерәк. “Тәм сифаттары яҡшы” тип яҙылһа, һағайырға кәрәк, бындай емештәр бик яҡшы булмаҫҡа мөмкин.
Оҙаҡ һаҡлана тип күрһәтелгән емештәр башлыса ҡаты һәм тәмһеҙ була.
Ҡапта ниндәй мәғлүмәттәр мотлаҡ күрһәтелергә тейешлеген һүрәттә ҡарағыҙ.
Зөлфиә АРЫҪЛАНОВА,
“Россельхозүҙәк”тең БР буйынса ФДБУ-һы филиалының әйҙәүсе агрономы.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас