Тупраҡты нимә менән һәм нисек эшкәртергә?
Үҫентеләр сәсер алдынан тупраҡты эшкәртеү – бик мөһим аҙым. Магазиндан һатып алған ер тап-таҙа һәм туҡлыҡлы һымаҡ күренһә лә, иң сифатлы тупраҡта ла көтөлмәгән “бүләктәр” – бәшмәк үңәҙҙәре, ҡоротҡос бөжәктәрҙең ҡурсаҡтары йәки ауырыу тыуҙырыусы бактериялар булырға мөмкин.
Туңдырыу
Һыуыҡ көндә (-10⁰С-тан түбән) тупраҡты балконға йәки урамға сығарып тороғоҙ.
Былай эшләү ауырыу тыуҙырыусы микрофлоранан, ҡоротҡостарҙың йомортҡаларынан һәм сүп үләндәре орлоҡтарынан ҡотолорға ярҙам итә. Ләкин барлыҡ төр сүп үләндәре орлоғон һәм па-тогендарҙы ла бөтөрә алмай, шуға был ысулды бүтән эшкәртеү юлдары менән аралаштырырға кәрәк.
Духовкала ҡыҙҙырыу
Тупраҡты яҫы ҡалай һауытҡа бушатып, 70 – 90⁰С тирәһе эҫелектәге духовкала 30 минут тотоп алығыҙ. Эҫелекте 70 градустан да түбәнәйтмәгеҙ, улайһа зарарлы микрофлора һәм ауырыу тыуҙырыусы бактериялар үлмәйәсәк. Шулай уҡ 90 градустан эҫерәк итергә лә кәрәкмәй. Ул саҡта тупраҡ ҡатнашмаһының структураһы боҙоласаҡ, үҙенсәлеге насараясаҡ.
Парландырыу
Ҡыҙҙырып алыуға ҡарағанда парландырыу – тупраҡты зарарһыҙландырыуҙың зыянһыҙыраҡ ысулы булып тора, сөнки ул органик матдәләрҙең юғалыуына килтермәй.
Дуршлагҡа һалынған тупраҡты ҡайнап торған һыу өҫтөндә 20-30 минут тотоп алығыҙ. Парландырыу ауырыу тыуҙырыусы микрофлораны һәм ҡоротҡостарҙы юҡ итә. Өҫтәүенә, былай эшкәртеү ваҡытында тупраҡ ҡатнашмаһы дымға туйына, ә был йәш үҫентеләр өсөн бик файҙалы.
Ағыулау
Был ысул тупраҡты зарарһыҙландырыусы матдәләр менән эшкәртеүҙе аңлата. Иң ябайы – марганцовка иретмәһе.
Ағыулауҙы юғарыла һанап киткән ысулдарҙың берәйһе менән берлектә ҡулланыу яҡшыраҡ булыр. Ул саҡта тупраҡты тулыһынса зарарһыҙландырып була.
Ағыулар алдынан тупраҡты туңдырып алған булһағыҙ, яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн, уға эҫе шыйыҡса һибегеҙ. Әгәр ҙә тупраҡҡа юғары температуралы эшкәртеү үткәрелгән булһа, иретмә һалҡын булһа ла ярай.
Биопрепараттар менән эшкәртеү
Өйҙә үрсетмә үҫтерер алдынан тупраҡты зарарһыҙландырыу өсөн калий перманганатынан (марганцовканан) башҡа ла дарыуҙар бар. Файҙалы микрофлоралы средстволар был йәһәттән бик яҡшы эшләй.
Тупраҡты зарарһыҙландырыу һәм байытыу өсөн “Фитоспорин” йәки “Триходермин” препараттарын ҡулланығыҙ. Уларҙа патогендарҙы ҡаҡшата һәм тупраҡтың структураһын яҡшырта торған файҙалы бактериялар һәм бәшмәктәр бар.
Тупраҡты ниндәй ысул менән зарарһыҙландырһаң да, һуңынан уға файҙалы микрофлора индерелергә тейеш. Шуға күрә тупраҡты сәсерҙән бер нисә аҙна алдан зарарһыҙландыралар. Тупраҡта файҙалы микрофлора тергеҙелһен өсөн ваҡыт бирергә кәрәк.
Үрсетмәне ниндәй һауытта үҫтерергә?
Үрсетмә үҫтереү өсөн ниндәй һауыт кәрәк тигән һорауға универсаль кәңәш юҡ. Һауытты ниндәй культура сәсеүгә, үҫтереү ысулына (таратып ултыртаһыңмы) ҡарап һайлайҙар.
Үрсетмә йәшниктәре
Ыңғай яҡтары: бик күп үҫемлек һыя, үҫә килә сибектәрен, артыҡтарын алып ташларға мөмкин; шылдырып, күсереп йөрөтөргә уңайлы; үрсетмәләрҙе тәрбиәләүе еңел: яҡтыға барыһын бер юлы бороп ултыртып була.
Кире яғы: барлыҡ үҫентеләр бер һауытта ултырғас, тамырҙары сырмалырға мөмкин, шуға уларҙы ваҡытында бүлеп күсерергә (пикировать) кәрәк; күсергәндә тамырҙар имгәнеүе ихтимал; үҙәк тамыр системалы үҫемлектәргә ҡулай түгел: борос, баклажан һымаҡ бындай үҫемлектәр күсереп ултыртыуҙы ауыр кисерә.
Бер тапҡыр ҡулланылыусы пластик стакандар
Ыңғай яҡтары: төрлө ҙурлыҡта булыуы; күп тапҡыр ҡулланып булыуы; үтә күренмәле һауыт эсендә тамыр системаһының ни ҡәҙәр көслө үҫешкән икәне яҡшы күренә – шуға ҡарап үҫемлектәрҙе ҙурыраҡ һауытҡа күсерергәме-юҡмы икәнен хәл итәләр.
Кире яғы: стакандарҙа тишектәр юҡ, ләкин уларҙы үҙең эшләүе ҡыйын түгел. Дренаж тишеген яһар өсөн 0,5 см тирәһе диаметрлы ҡаҙаҡты утта ҡыҙҙырып, эҫе килеш бер нисә тишек тишәләр; еңел материалдан эшләнгән стакандар ауып барыусан, шуға уларҙы бер-береһенә яҡын итеп бейек тирәсле аҫлыҡ эсенә ултырталар.
Пластик тартмалар, кассеталар
Үрсетмә өсөн тартмаларҙы төрлө ҙурлыҡта, формала сығаралар. Иң уңайлыһы тип дүрткел формалағы, 4,5-6 см ҙурлыҡта һәм 7-10 см бейеклектәгеләре иҫәпләнә.
Ыңғай яғы: төрлө формала һәм ҙурлыҡта булыуы; еңел, ыҡсымдар; уларҙа үрсетмәләрҙе күсереп йөрөтөүе уңайлы; ҡыйбат түгел һәм ипләп тотонһаң, 10 йыл һәм унан оҙағыраҡ хеҙмәт итә ала; тартмалағы үрсетмәнең тамырҙары тотош тупраҡ эсендә ҡала, шуға күсереп ултыртҡанда тамырҙар зарарланмай; дренаж тишектәре булғас, һуғарыу уңайлы.
Кире яғы: соҡор-оялар кескенә булғас, дым тиҙ осоп бөтә, шуға үҫемлектәргә һыу һибеүҙе күҙҙән ысҡындырырға ярамай; өйрәнмәгән кешегә үрсетмәләрҙе ояларынан тупраҡ төйөрөн ватмай сығарыуы ҡыйын; был һауыттар үҙәк тамыр системалы борос, баклажан һымаҡ үҫемлектәргә бармай.
Торф көршәктәр
Улар 70-80 процент торфтан һәм 20-30 процент ҡағыҙҙан тора.
Ыңғай яғы: күсереп ултыртыуҙы ауыр кисереүсе ҡабаҡ һымаҡтар (ҡыяр, кабачки, патиссон һ.б.) һәм башҡа култьтураларҙы үҫтереүгә ныҡ яҡшы; һауыт стенаһы күҙәнәкле булыуы үҫемлектәр өсөн иң ҡулай һыу-һауа режимын тоторға ярҙам итә; тупраҡҡа күсереп ултыртҡанда тамырҙар имгәнмәй.
Кире яғы: улар оҙаҡҡа етмәй һәм үрсетмәне күсерер мәлгә тәүге хәлен, торошон тотош юғалта тиерлек; артыҡ кибеп китһә, тупраҡ һауыт ситенән айырыла, таш һымаҡ ҡата, ә был үҫемлектәргә бик насар; һыуҙы артыҡ һипһәң, торф һауыттың стеналарын бик тиҙ күгәрек ҡаплай, ә эсендәге тупраҡ кеҫәл һымаҡ булып ебей.
Зөлфиә АРЫҪЛАНОВА, “Россельхозүҙәк”тең БР буйынса ФДБУ-һы филиалының әйҙәүсе агрономы.