+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
22 Ноябрь 2022, 13:55

Көҙгө боҙға ышан, тиһәләр ҙә...

14 ноябрҙән Башҡортостан Республикаһында “Йоҡа боҙ” операцияһы иғлан ителде *Ниндәй боҙ иң хәүефлеһе? *Боҙҙоң ныҡлығын нисек тикшерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап түбәндә:

Көҙгө боҙға ышан, тиһәләр ҙә...
Көҙгө боҙға ышан, тиһәләр ҙә...

Йылдың-йылы йоҡа боҙ кешеләр үлеменә сәбәпсе була, һәләк булғандар араһында туңа башлаған һыу буйҙарында ата-әсәһенән башҡа йөрөгән балалар һәм үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ышанысһыҙ, мәкерле боҙ өҫтөнә килгән балыҡсылар йышыраҡ осрай. Ә бит ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә һәм үҙ хәүефһеҙлегеңде хәстәрләгәндә, бәлә-ҡазаны булдырмаҫҡа мөмкин.

Әгәр боҙҙоң ҡалынлығы 7 сантиметрҙан кәм икән, кешеләргә уның өҫтөнә сығырға ярамай.

Бысраҡ һөт төҫөндәге, һоро, көпшәк боҙ иң хәүефлеһе тип иҫәпләнә, сөнки ул сатнап-сытырлап “иҫкәртеп тормай” ишелеп төшә.

Ағын һыу өҫтөндә, айырыуса шәп аҡҡан урында, һаҙамат ярҙарҙа; һыу аҫты шишмәләре сыҡҡан ерҙә; күпер аҫтында; тар йырҙалы урында; һыуға сәнәғәт һәм коммуналь предприятиеларҙан йылы һәм эҫе һыу түгелгән тирәлә; ҡамыш һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән ерҙә боҙ айырыуса йоҡа була. Ҡар һәм көрт аҫтындағы боҙ бигерәк тә хәүефле, сөнки ҡар боҙҙоң уйылған урындарын оҫта “йәшерә”, ҡар аҫтында боҙ ҡатламы ла бик әкрен үҫә.

Боҙло һыуға эләккән кеше һыуыҡ тышта ҡалғанына ҡарағанда тиҙерәк үлә. Сөнки һыу кеше тәненең йылыһын һыуыҡ һауаға ҡарағанда 30 тапҡырға тиҙерәк һурып ала. Шуға һыуыҡ һыуҙа өшөүҙән кеше бик тиҙ үлә. +2, +3 градус температуралы һыу 10-15 минуттан кеше өсөн үлемесле була, ә -2 градус булғанда, 5-8 минуттан үлеүе ихтимал.

Боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре:

- Ҡараңғы ваҡытта һәм тирә-яҡ насар күренгәндә (томан, ҡар-ямғыр яуғанда) боҙ өҫтөнә сығырға ярамай;

- Йылға аша сыҡҡанда боҙ өҫтөнән сығыу өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙан файҙаланырға кәрәк;

- Һыу ятҡылығы аша сығырға мәжбүр булған осраҡта тапалған һуҡмаҡтан йәки һалынған саңғы юлынан файҙаланырға тырышығыҙ.

- Боҙҙоң ныҡлығын белеү өсөн уға тибеп ҡарамағыҙ. Боҙҙо таяҡ  менән һуғып тикшерәләр. Ныҡ итеп беренсе һуҡҡанда әҙ генә булһа ла һыу күренә икән, тимәк, бында боҙ йоҡа, унан йөрөргә ярамай. Бындай осраҡта шундуҡ аяҡты киң итеп баҫып һәм шылдырып ҡына килгән эҙең буйлап кире ярға китергә кәрәк;

- Һыу ятҡылығы аша төркөм менән сығырға тура килһә, бер-береңдән 5-6 метр ара ҡалһын.

- Туңған йылға (күл) өҫтөнән саңғыла сығыу яҡшыраҡ. Был ваҡытта, кәрәк була ҡалһа тиҙ генә сисер өсөн, саңғының беркеткестәрен ысҡындырырға, ә саңғы таяҡтарын, ҡайышынан ҡулға эләктермәй генә (хәүефле мәлдә ташлар өсөн), тотоп алырға кәрәк. Рюкзак булһа, уны бер яурынға ғына элергә (боҙ ишелһә, йөктән тиҙерәк арыныу өсөн).

Эскән килеш боҙға сығыу, боҙ буйлап һикереп, йүгереп йөрөү, бер урында күмәкләп йыйылыу, йоҡа боҙ өҫтөнә сығыу ТЫЙЫЛА!

Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәү фажиғәне булдырмаҫҡа ярҙам итер.

А.НАЗМУХАНОВ,

Рәсәй МЧС-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының ГИМС Үҙәге Үрге-Ағиҙел инспекторлыҡ үҙәгенең баш инспекторы.

Көҙгө боҙға ышан, тиһәләр ҙә...
Көҙгө боҙға ышан, тиһәләр ҙә...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: