-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
19 Ғинуар , 15:20

Рәсәй президенты "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектын 2030 йылға тиклем оҙайтты

Мәскәүҙә үткән «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй муниципаль форумында Владимир Путин ҡала мөхитен үҫтереү өлкәһендәге иң яҡшы проекттарҙы билдәләүсе конкурстың 2030 йылға тиклем оҙайтылыуы хаҡында хәбәр итте.

Рәсәй президенты "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектын 2030 йылға тиклем оҙайтты
Рәсәй президенты "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектын 2030 йылға тиклем оҙайтты

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу»федераль проектына индерелгән.

- Күп нәмә эшләнгән, күп нәмә эшләргә кәрәк. Файҙалы башланғыстар уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә рәсәй конкурсы ярҙамында эшләнгән. Уны 2030 йылға тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип әйтә алам, – тине Владимир Путин.

Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары һәм тарихи ауылдары тәүге тапҡыр 2019 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында ҡатнашты. 2019 йылдан алып конкурста республика тәҡдим иткән 29 проект еңеү яуланы. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йәлеп ителгән средстволарҙың дөйөм күләме 2 миллиард 480 миллион һум тәшкил итә.

- Артабан да ошо конкурста ҡатнашырға, киләһе этапҡа ғаризалар әҙерләргә кәрәк. Был йәһәттән тәү сиратта муниципалитет етәкселәре ҡыҙыҡһынырға тейеш. Бының менән шөғөлләнгән башлыҡтар ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың нисек үҙгәргәнен күрә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

2023 йылда Стәрлетамаҡта, Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Күмертауҙа, Межгорьела конкурста еңеүсе алты проектты тормошҡа ашырыу тамамланды. Ағиҙелдә, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Мәләүездә, Яңауылда тағы ла биш проект тормошҡа ашырыла башланы, уларҙы 2024 йылдың 1 июленә тиклем тамамларға планлаштыралар. Быйыл Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында ике конкурс биләмәһен төҙөкләндереү башлана.

- Беҙ артабан да эшләргә ниәтләйбеҙ һәм төбәгебеҙ Рәсәйҙә иң яҡшы төбәк булһын өсөн эшләйбеҙ. Республикала йәшәү һәм эшләү уңайлы, унда йәшәүселәр ҡунаҡтарын ғорурлыҡ менән саҡырасаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Рәсәй президенты "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектын 2030 йылға тиклем оҙайтты
Рәсәй президенты "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектын 2030 йылға тиклем оҙайтты
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: