+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Белгес аңлата
21 Июнь , 11:18

Баҡсасыға ярҙамға килгән бөжәктәр бар

Төрлө ҡоротҡостар әүҙемләшкән мәлдә, баҡсала уларға ҡаршы көрәшкәндәре тураһында ла онотмайыҡ.

Баҡсасыға ярҙамға килгән бөжәктәр бар
Баҡсасыға ярҙамға килгән бөжәктәр бар

Йылы һәм дымлы һауа торошо баҡсала ғына түгел, баҫыуҙарҙа ла төрлө бөжәктәрҙең әүҙемләшеүенә булышлыҡ итте. Көйәләр, бөрсәләр, айыу ҡорто һәм башҡаһы баҡсала күтәрелеп килгән үҫемлектәргә ябырылды. Шулай ҙа, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндә, улар араһында файҙалылары ла етәрлек икәнен онотмағыҙ, тип иҫкәртә “Россельхозцентр”ҙың Башҡортостан бу-йынса филиалы агрономы Гөлфиә Нухова.
- Ҡамҡа (ҡояш апай) үлән беттәрен, йомшаҡ тәнле башҡа ҡоротҡостарҙы ашай. Бөжәктәр сәғәтенә 40 үлән бетен юҡ итә! Ҡамҡаларҙы йәлеп итер эфир майҙары сығарған тәмләткес үләндәр үҫтерер кәрәк.
Бызылдауыҡ, йәки һаҫыҡ ҡуңыҙҙар һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары лайлалы ҡусҡар, үлән беттәрен, башҡа бөжәктәрҙең йомортҡаларын һәм ҡарышлауыҡтарын ашай. Был бөжәктәр өсөн баҡсаның бер мөйөшөнә матур итеп таш өйөп, ҡаҙылмаған ер ҡалдырһағыҙ, шул еткән. Алтын күҙ ҙә бер аҙна эсендә 200 үлән бетен ашап ҡуя. Улар сәскәләрҙең һеркәһе менән туҡлана. Һуған ҡуңыҙын бал ҡорттары, һағыҙаҡтар менән бутайҙар. Шуға ла уларҙан ҡурҡалар. Әммә был ҡуңыҙҙың саҡҡысы юҡ. Уларҙың ҡарышлауыҡтары шулай уҡ үлән бетен һәм йомортҡаһын ашай. Был бөжәктәр баҡсаға эйәләһен өсөн лаванда, астра, бәрхәт сәскәләре үҫтерергә кәрәк. Һары тажлы сәскә ярата улар. Төрлө ҡандалалар насар еҫ сығарһа ла, баҡса өсөн файҙалы. Улар күпселек ҡоротҡостарҙың йомортҡаларын ашай. Ҡарағат, ҡурай еләгендә йәшәйҙәр.
Баҡса өсөн файҙалы бөжәктәр – энтомофагтар тип атала. Уларҙың барыһы ла баҡсасыға ярҙам итә.

Баҡсасыға ярҙамға килгән бөжәктәр бар
Баҡсасыға ярҙамға килгән бөжәктәр бар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: